Абҙан районы — БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан элекке район (хәҙерге ваҡытта Ейәнсура районы биләмәһенә керә).

Абзановский район
Абҙан районы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

8 ауыл советы

Административ үҙәк

село Абҙан

Барлыҡҡа килеүе

1946 йыл

Майҙаны

2 234 км²

Абзановский район † на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Төньяҡта — Ейәнсура, төньяҡ-көнсығышта — Йылайыр, көнсығышта Хәйбулла райондары, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған. 1946 йылдың 20 мартында ойошторолған. 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлгән, биләмәһе Ейәнсура районы составына индерелгән. Майҙаны 2234 км². Район үҙәге — Абҙан ауылы.

Районда 8 ауыл советы, 58 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 2376 кеше (1950), күпселек башҡорттар йәшәгән. Иҡтисади нигеҙен һарыҡсылыҡҡа, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил иткән. 14 колхоз, 2 совхоз, МТС, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 12 ауыл китапханаһы булған. «Сталинсе» гәзите сыҡҡан.