Сәйфи Ҡудаш; Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы (21 сентябрь 1894 йыл — 29 июнь 1993 йыл ) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының II—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1943—1948 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1955), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1954, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Сәйфи Ҡудаш
Исеме:

Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев

Псевдонимдары:

Сәйфи Ҡудаш

Тыуған көнө:

21 сентябрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы[1] Келәш ауылы

Вафат булған көнө:

29 июнь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (98 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир

Ижад йылдары:

1916—1985

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, татар, рус телдәре

Дебют:

1913

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Ленин ордены — 1954 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1943 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1954 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971
Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1974 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1949
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев (әҙәби псевдонимы Сәйфи Ҡудаш) 1894 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[2] Келәш ауылында тыуған.

1913 йылда тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, белемен арттырыу өсөн аҡса эшләп табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тота. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа булмағанға күрә, дала буйлап йәйәү атлай. Төндәрен ҡуналҡала, ауылдарҙа үткәрә.

Ике йыл буйы ҡаҙаҡ телен, фольклорын өйрәнә, күп йырҙар, аҡындар һөйләгән тарихтарҙы тыңлай. Унда тәүге тапҡыр әҙәбиәттә үҙ көсөн һынап ҡарай. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишетеп, уның тураһында тәүге шиғырын яҙа. Данлыҡлы "Ғәлиә мәҙрәсәһе"ндә уҡығыһы килә, сөнки унда дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр. Ошо бәхеткә бәхеткә өлгәшкәс, ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан менән дуҫлаша. Тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури, Сәғит Рәмиевты күрә. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1925 йылда ғына Өфөгә күсә.

«Башҡортостан» редакцияһында, һуңынан "Яңы ауыл"да эшләй. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлаша. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирләгәс, Башҡорт хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итә. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште Сәғит Ағишҡа һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәтәләр. «Етегән» тигән йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләп, партиянан сығаралар, «Октябрь» журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнендә эштән ҡыуалар һәм ҡулға алыуҙан ҡурсалап, Ҡыйғы районына ебәрәләр[3][4][5][6].

Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Ҡыйғыла эшләгәнендә (1930—1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм уның шиғыр менән яҙылған «Ҡушҡайын» романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә.

Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта, ләкин эш бирмәйҙәр. ВКП(б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа — 1927 йылдан кире ҡайтаралар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйфи Ҡудаш Башҡортостан Совет Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итә: был вазифаны ул 1942—1948 йылдарҙа башҡара. Атрабан әҙип үҙен тулыһынса ижадҡа арнай.

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу исем менән китаптары сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.

1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Хат», 1930 й.
  • «Ҡушҡайын» 1936 й.
  • «Бәхет законы», 1937 й.
  • «Республика йырлай», 1940 й.
  • «Саҡырыу», 1942 й.
  • «Бөтөн йөрәктән», 1943 й.
  • «Минем ауылдашым», 1943 й.
  • «Онотолмаҫ минуттар», 1957 й.
  • «Йәшлек эҙҙәре буйлап», 1964 й.

Балалар өсөн:

  • «Баярҙар бар саҡта», 1928 й
  • «Әҙер бул» 1935 й
  • «Бәхетле баласаҡ», 1935 й

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры исеме (1964).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
  • Ленин ордены (1954).
  • өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943, 1954, 1971).
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1974).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949).
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1985).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы
  2. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы
  3. [ Кудашев Сайфи Фаттахович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Статья в Башкортостан: краткая энциклопедия 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
  5. Статья в Краткой литературной энциклопедии
  6. Сайфи Кудаш // Литературная энциклопедия

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә