Воскресенск районы (БАССР)

Воскресенск районы БАССР-ҙың 1937 йылдың 20 мартында барлыҡҡа килә һәм 1956 йылдың июлендә бөтөрөлә. Район үҙәге — ауылы Воскресенск (Мәләүез районы). Район үҙәгенән Стәрлетамаҡҡа тиклем ара — 102 км, яҡындағы тимер юлы станцияһына тиклем (Мәләүез (станцияһы)) — 26 км, майҙаны 1483 кадрат километр, ауыл советтары — 10 (1952 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарата[1]).

Воскресенский район
Воскресенский район
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

10 ауыл советтары

Административ үҙәк

Воскресенск (Мәләүез районы)ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1937 йыл

Майҙаны

1 483 км²

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

ЦК КПСС һәм СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары |Ҡарары менән ВЦИК|Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы[2]Башҡортостанда 6 район ойошторола: Байҡыбаш районы, Воскресенск, Ишембай районы (1937—1940), Ҡандра районы, Матрай районы һәм Покров районы (БАССР)[3].

1952 йылдың 29 майынан Воскресенск районы Стәрлетамаҡ өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.

1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абзан районы, Байҡыбаш, Боҙаяҙ районы, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло-Теләк.

1937 йылда район төҙөлөү менән Воскресенск райкомы ойошторола. 1956 йылдың 6 июлендәге КПСС-тың Башҡорт обком ултырышы ҡарарына ярашлы район бөтөрөлә.[4].

Майҙаны — 1483 км². Район үҙәге — Воскресенск (Мәләүез районы) ауылы. Районда 10 ауыл советы, 65 ауыл булған. Халҡы — 25,6 мең кеше. (1950), күпселеге рустар, башҡорттар.

Иҡтисад нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә: һыйыр малы үрсетеү махсуслаша, ит-һөт етештерә һәм иген культуралары, мал аҙығы, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә. 9 колхоз, МТС, леспромхоз, 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 3-һе урта, үҙәк район дауаханаһы, Мәҙәниәт һарайы, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 10 ауыл китапханаһы була. «Ленин юлы» гәзите нәшер ителә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә