Ҡатай

(Катай битенән йүнәлтелде)

Ҡатай төшөнсәһенең ике мәғәнәһе бар:

  1. ) Ҡатай — башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Берләшмә бәкәтин, ҡалмаҡ, ҡатай, терһәк, һеңрән, һалйот ҡәбиләләренән торған.
  2. ) Ҡатай — башҡорт ырыуҙарының береһе.
Ҡатай
Үҙ атамаһы

башҡ. Ҡатай

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әлмән, Ҡурған өлкәһенең Щучан райондары

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Башҡорт ырыуҙары
Кейеҙ баҫыу — ҡатайҙарҙың боронғо шөғөлө

Был этнонимдың барлыҡҡа килеүе тураһында берҙәм генә ҡараш юҡ. Күпселек тикшеренеүселәр уларҙың тамырҙарының ҡара-ҡитайҙарға йәки кидандарға барып тоташыуын раҫлай. Тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин билдәләүенсә, «Тарихи-этнографик әҙәбиәттә ҡатайҙарҙың ҡара-ҡитайҙарҙан йәки кидандарҙан сығыуын раҫлаған фекер йөрөй. Ә бына кидандарҙың үҙҙәренең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында фекер төрлөсә . Шулай ҙа тикшеренеүселәрҙең күбеһе уларҙы монгол сығышлы тип иҫәпләй… Һуңғы йылдарҙа ҡара-ҡытайҙарҙың төркиҙәрҙән сығыуы хаҡында фекер нығый бара»[1].

Ҡатай этнонимы әҙәбиәттә киң билдәле. Уның ҡытай, ктай, хтай, хытай варианттары ла осрай. Был атамалар үзбәктәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, нуғайҙарҙа, ғағауздарҙа ла бар. Әйткәндәй, ҡара-ҡатай исеме, башҡорттарҙан башҡа, тик ҡырғыҙҙарҙа ғына осрай.

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Атаҡлы ҡатай уҙаманы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле асылған көндә уның музейы алдында яҡташтары. Асы. 1997

Ҡатай ҡәбиләһе алты ырыуҙан тора. Инйәр-ҡа­тай, Ҡоҙ­ғон-ҡатай, Иҙел-ҡатайҙар көнбайышта йә­шәһә, Оло-ҡатай, Бала-ҡатай, Ялан-ҡатайҙар көнсығышта йәки Урал аръяғында төбәкләнгән. ХVlll быуат баштарында ҡатайҙарҙың һаны яҡынса өс мең кеше булған.

Тамғалар

үҙгәртергә
 
Ҡатай ырыуының төрлө милләттәрҙә ҡатнашыуы һәм тамғалары

Р.Ғ. Кузеев ҡатай­ҙарҙың 155 тамғаһын теркәгән. Улар­ҙың киң тарал­ғандарынан балға иҫәпләнә. Ул солоҡ соҡоу өсөн ҡулайлаштырылған кәкре балтаға оҡшаған. Шулай уҡ,Р. Г. Шәйбәков тарафынан тағы ла 200 самаһы тамға табылып, ул уларҙы ҡасандыр дөйөм булған ҡатай тамғаһының варианттары, тип иҫәпләй. Сукеш(балға) тамғанан тыш өс саталы һәнәк тә йыш осрай, тик ул ҡасандыр ҡош төпәйе тип йөрөтөлгәндер, сүкеш тамға ла ҡош суҡышы булғандыр. Былар барыһы ла ырыу магияһы символы, тотемы булып йөрөгәндер бик борон заманда. Әлеге көндә шул дөйөм тамғанан таралған ара, ғаилә тамғалары һаҡланып ҡалған. Башҡорт тамғалары генетик яҡтан шул руник хәрефтәргә тоташа, тип иҫәпләй. Ваҡыт үтеү менән(боронғо яҙма ғәрәп графикаһы нигеҙендәге хәрефтәргә алмаштырылғандан һуң), уларҙың аталышы онотолған. Хәҙер улар нәмәгә оҡшатыла — шулай аталып йөрөтөләләр: «сар күсәре», «ырғаҡ», « ҡойошҡан», «әүернә», «ҡапҡа», «өҙәңге», «һәнәк», «сүмес», «сүкеш», суҡыш", «ҡош тәпәйе», «ырғаҡ», «һуҡа», «һабан», һ.б.

Билдәле "Сыңғыҙнамә"лә башҡорт ырыуҙарына Сыңғыҙ хан тарафынан тамға, ағас, оран, ҡош бирелгән, тиелә. Мәҫәлән, ҡатайҙараға: «…ай, Ҡағинжәр уғлы Ҡатай бей! Синең агачың артыш булсын, ҡошоң ҡауды булсын, ораның „тилак“ булсын, тамғаң серү(сепереү)булсын»,- диде. Сифаты ошбудыр[2]:

1946 йылда Яңыбай Хамматов Белорет районында Лоҡманов Иҡсан исемле ҡурайсынан яҙып алған «Аҡман-тоҡман» риүәйәтендә ҡатай ырыуына «бағау»(солоҡсоноң арҡыры балтаһы-Р. Ш.) тамғаһы, «салауат» ораны, ҡарағай ағасы бирелгәнлеге әйтелә.

Р. Шәйбәков 1982 йылда, ҡатайҙарҙың ағасы ҡарама, ҡошо ҡоҙғон, ораны — «аҡтайлаҡ», тамғаһы сүкеш, тип яҙып алған. Иҙел ҡатайҙарында сүкеште «балға» тип йөрөтәләр, шуға күрә,ҡатай тамғаһын инйәрҙәрҙә йә «балға», йә «бағау», тип тә атап йөрөтәләр. Ҡасандыр тотош ҡәбиләгә «тапшырылған» атрибуттар бүленгеләүгә дусар булған ҡатайҙарҙа ваҡыт үтеү менән, бәлки, үҙгәргәндер. «Тайлаҡ» ораны-«аҡтайлаҡ»ҡа үҙгәреүе әллә ни ҙур үҙгәреш тә түгелдер. Ә бына коштоң ҡоҙғонға әүерелеүе, бәлки, көнбайыш ҡатайҙарында ҡоҙғон ҡатай бүлендеге барлыҡҡа килеүенән киләлер. Артыш ағасы ла, ҡарағай ҙа ылыҫлылар, Белорет төбәгендә ике ағас та үҫә, артыштан ҡарағайға, ә унан ҡарамаға яңылыш әүерелгәндер ырыу ағасы информаторҙар тарафынан. Шулай ҙа, беҙгә хәҙер кире "Сыңғыҙнамә"лә бирелгән ырыу-ҡәбилә атрибуттарына әйләнеп ҡайтырға кәрәктер. Сөнки, ағас, ҡош, оран тейелгеһеҙ булған. Был атрибуттар әлеге көндә төрлө байрамдар, йолалар үткәргәндә йыш ҡулланыла, тик төрлөлөк буталсыҡтар ғына тыуҙыра.

Тамғаларға әйләнеп ҡайтып, Инйәр ҡатайҙары тамғаларын бер аҙ тикшереп үтәйек. Ауылдарҙа төрлө хужалыҡ әйберҙәрендә, солоҡ ағастарында, ололарҙың хәтерендә һаҡланып ҡалған («малға шундай тамға һуға торғайныҡ», һ.б.)тамғалар байтаҡ йыйылды, архив материалдарында ла байтаҡ осрай улар. Әлеге ваҡытта йыйылған тамғалар ике йөҙләп булыр. Шул тамғаларҙан сығып та борон ырыуҙың дөйөм тамғаһы булған тигән фекергә килергә була, ә ырыуҙы тәшкил итеүсе бәләкәйерәк туғандар ғаиләләре төркөмдәрендә(ҡатайҙарҙа һәм ҡайһы бер башҡа ырыуҙарҙа ул «ара» тип атала) ырыу тамғаларының вариациалары булған.

Ә бына Сыңғыҙхан тарафынан бирелгән Ҡатай тамғаһына килгәндә «серү»(«сеперү») һүҙен мин серге, йә һырыу(русса — «узор»), тип аңлатыр инем. Серге, йәки сергетыш ҡатын-ҡыҙ эйәрендәге биҙәк сигелгән япма, ә һырыу шул уҡ биҙәкләү тигәнде аңлата. Ҡатай тамғалары ла шул сергетыштарға сигелгән(һырылған) биҙәктәргә оҡшап тора. Тимәк, «серү»ҙе хәҙерге башҡорт теленә яраҡлаштырып «һырыу» тамға тип атап йөрөтөргә була.

Әйткәндәй, башҡорт ырыу-ҡәбиләләренең айырымлыҡ билдәләре Сыңғыҙ ханға тиклем үк, бик борон килгән. Улар, алда әйтелеүенсә, ниндәй ырыуҙан икәнлегеңде, ырыу территорияһы сиктәрен билдәләү һәм милеккә хужа булғанлыҡты күрһәтеү билгеһе булған. Ә был атрибуттарҙы башҡорт ҡәбиләләренең риүәйәттә Сыңғыҙ хан тарафынан алыу факты, башҡорт шәжәрәләренең ҡайһы берҙәрен пәйғәмбәрҙәргә алып барып тоташтырыу кеүек, нәҫел-ырыуҙың затлылығын дәлилләү өсөн кәрәк булғандыр. Бәлки монгол-татарҙар элекке атрибуттарҙы ҡайтанан аныҡлап дөрөҫләп кенә сыҡҡандыр.

«Сүкеш», йәки «суҡыш» тамға ҡатайҙарҙа иң ныҡ таралған тамға икәнен күрергә була(төп ҡатай тамғаһының өлөштәре булараҡ). Бындай тамғаларҙың килеп сығышын(генезис) тикшереп Р. Б. Әхмәров уларҙың бер-береһенән айырылғыһыҙ булғанын дәлилләй. Ҡош суҡышы тамғаһы ҡасандыр тотем булып хеҙмәт иткән йыртҡыс ҡоштоң суҡышына барып тоташа. Борон Кама буйында, һәм Урал алдында йәшәгән ҡәбилә башлыҡтары кенәздәр власть билгеһе булған ҡоралдары ла ҡош суҡышына, йә тәпәйенә оҡшаш булған икән(ананьин-пьянобор ҡәбиләләре). Бына шулай, бик борон замандарҙа ырыу магияһы культы характерында барлыҡҡа килгән символик билдәләргә барып тоташа икән тамғалар. Ошонан сығып та «тамға» һәм «Алла» һүҙҙәре, синоним булып та йөрөгәнлегенә ышанырға булалыр. Төрки руник яҙмалары ла ошо мәжүсилек аллаларын аңлатҡан символдар нигеҙендә барлыҡҡа килгән, әлбиттә.

Тора-бара тамғалар үҙгәреш кисергән, дөйөм ырыу-ҡәбилә тамғаһы ырыуҙарҙың артабан бүленгеләнеүе арҡаһында үҙгәрештәргә дусар булған. Ә инде ырыу ҡоролошо тарҡалыу осоронда, хосуси милек нығына барған һайын ырыу тамғаһына нигеҙләнгән ара, ғаилә тамғалары барлыҡҡа килә башлай. Ул билдәләр милек билдәһенә әүерлә, тәүге мәғәнәһе онотола бара, тамға формаһы ла үҙгәрә.

Табылған Инйәр буйы ҡатайҙарының тамғаларын тикшереп борон, ысынлап та, ырыуҙың дөйөм тамғаһы булған тигән фекергә килергә була. Ырыуҙы тәшкил итеүсе бәләкәйерәк туғандар ғаиләләре төркөмдәрендә (ҡатайҙарҙа һәм ҡайһы бер башҡа ырыуҙарҙа ул «ара» тип атала) төп ырыу тамғаларының вариациалары булған.

Тамғаларға һәр ғаилә башлығы үҙгәрештәр индергән. Мәҫәлән, мин Йөйәк ауылында йыйған мәғлүмәттәр буйынса, атаһынан улына, әгәр ҙә ул туранан-тура вариҫ булһа(мәҫәлән, атай донъяһы кинйә улға күсә, кинйә улы атай тамғаһын үҙенә ала) тамға үҙгәрешһеҙ күскән, ә башҡа айырылып сыҡҡан улы атаһының тамғаһына бер ни тиклем үҙгәреш индергән. Йөйәктә йәшәүсе Атауллин Хөснөтдин(1902 йылғы) атаһы ғаиләһенән айырылып сыҡҡас «Өс саталы һәнәк» тамғаһын бер ни тиклем үҙгәртә — уң яҡ сатаға уртанан аҫҡа ҡараған бер таяҡ һыҙып ҡуя. Фәсхетдинов Низам иһә(1883 йылғы) атаһы үлгәс йортта хужа булып ҡала һәм атаһының тамғаһын үҙгәртмәйенсә генә үҙенә ала («сар күсәре»)

Инйәр ҡатайҙарының юғары начальствоға яҙған үтенес-хаттағы(1840 йыл) йөҙҙән ашыу тамғаларҙан күренеүенсә, уларҙа төп тамғалар булып «сүкеш»(Иҙел ҡатайҙарҙа-«балға») һәм «һәнәк»(әйткәндәй, «һәнәк» һүҙе урынына «ҡош тәпәйе» һүҙен ҡулланыу дөрөҫөрәк булалыр) тамғалары тора. Башҡа бөтә тамғалар ҙа тиерлек ошо тамғаларҙан таралған. Табындарҙа таралған ике «сүмес» тамғаһы ла осраны был документа. Төп тамғаларҙың төрлө варианттарын тикшереп, ысынлап та, Инйәр ҡатайҙары сығышы бер тамырҙан икәнлегенә ышанырға була. "Сыңғыҙнамә"лә килтерелгән «серү»(«серге») -тамғаһынан бөтә ҡатай тамғаларын да килтереп сығарырға була. Бер-береһенән берәр генә үҙгәреш индерелеүе менән айырылған тамғаларға ҡарап, уларҙың хужалары яҡын туғандар икәнлеген дә билдәләргә була (аталы-уллы, бер туғандар, бер ара,…).

Килтерелгән тамғалар буйынса беҙ Инйәр буйы ҡатай ауылдары башҡорттарының бөтөн ырыу берекмәһен тәшкил итеүҙәрен, араларында бүтән милләт кешеләре булмаған йәмғиәтте тәшкил итеүҙәрен раҫлай алабыҙ. Араларында табындарҙа ла осраған «сүмес» тамғалары күрше-тирә ауылдарҙан да күсеп ултыра, аралаша алыу мөмкинлектәрен аңлата. «Һәнәк»(«ҡош тәпәйе») тамғаһы байтаҡ осраны юғары начальствоға яҙылған хатта. Күрше Ҡумрыҡ-Табын волосы башҡорттарының араһында ла «һәнәк» тамғаһы байтаҡлығын оноторға ярамай. Бынан сығып, бәлки ҡатайҙар менән ҡумырыҡтар ныҡ аралашып бөткәндәр, тип уйларға мөмкин. Әммә ҡатайҙарҙың «һәнәге» төп тамға "серү-серге"нең бер өлөшө икәнен күрәбеҙ, шулай булғас, ҡатайҙарҙағы был тамға менән ҡумырыҡтағы «һәнәк» тамғаикеһе ике айырым тамға, тип раҫларға була[3].

Үҙгәрештәр инеү

Тамғаларҙың солоҡ ағастарына, балағастарға (ағас ҡыуышынан табылған күстәргә) һуғылғандарында шундай үҙенсәлектәргә иғтибар итергә була. Ағас олононда балта менән сабып яһалған тамғалар олонға бер ҙә арҡыры түгел, ә ҡыя сабылған. Был башҡорттоң тәбиғәт балаһы икәнен иҫбатлай (ағасҡа арҡыры сапһаң олонға зыян килеүе мөмкин бит). Шуға ла архив документтарында осраған тура ғына тамғалар менән ҡыя тамғалар ҙа күп осрай, был тамғалар бик борондан килгән тамғалар икәненә ишара. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итәйек — ҡәбер таштарындағы тамғаларҙа беҙ ғәҙәти күреп өйрәнгән тамғалар киреһенсә(баштүбән) һуғылғанлығы күҙгә ташлана. Был мәрхүмдең был донъяла ғүмере бөткәнен, икенсе донъяға күсеүен аңлата.

Килешеү документындағы ҡатай тамғаларынан сығып ваҡыт үтә килә улар бик ҙур үҙгәреш кисергән тигән һығымтаға килергә була. Төп тамғаларҙан айырмалы рәүештә ҡатнаш тамғалар ҙа барлыҡҡа килгәндер, ә аҙаҡтан милек билдәһе сифаты төп тәғәйенләнешкә әүерелгәндән һуң был үҙгәреш көсәйгән. Шул арҡала «дөрөҫ» түгел тамғалар ҙа, йәғни, руник алфавит хәрефенән ныҡ айырылған, оҡшашлығын яҡынса ғына төҫмөрләп булған тамғалар ҙа барлыҡҡа килә башлай.

Ҡатай башҡорттары этник яҡтан ҡара-ҡатайҙарға барып тоташа. Заманында улар Төркостанда үҙ дәүләтен ойошторған. Башҡортостандың төньяғында һәм Урал аръяғында йәшәгән Ҡара-ҡатайҙар ырыуының исемендәге оҡшашлыҡ бының асыҡ дәлиле булып тора. Тарихи ҡомартҡылар буйынса ҡатайҙар үҙҙәрен көнсығыштан сыҡҡан тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, ата-бабалары Иртыш, Алтай үҙәндәрендә йәшәгән.

Башҡортостан еренә ҡатайҙарҙың ата-бабалары Хlll быуаттың урталарында күсеп килгән. Хlll — ХlV быуат­тарҙа улар Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары араһында күсенеп көн күргән. Ошо хаҡта күп кенә ауылдарҙың исеме лә һөйләй — Ҡатай, Ҡатай-йылға, бик күп тарихи ҡомартҡылар, ҡәбер таштары бының шаһиты.

Ҡатайҙарҙың күбеһе төньяҡҡа йүнәлгән. ХlV — ХV быуаттарҙа улар Чусовая йылғаһының үрге ағымын биләгән. ХVl быуаттың икенсе яртыһында үҙҙәренең төньяҡтағы ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булғандар. Был ошо ваҡыттағы сәйәси ваҡиғаларға бәйле. Рәсәй хөкүмәтенең баҫып алыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә Пермь крайын һәм Себерҙе үҙләштереү киңәйә, һөҙөмтәлә башҡорттар үҙ төбәген ташлап киткән. Себер ханлығының тарҡалыуы был процесты тиҙләтә. Башҡорттар Урал аръяғы далаларына күсә.

Әлеге ваҡытта оло-ҡатайҙар һәм бала-ҡатайҙар йәшәгән ерҙәр Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарына инә. Бала-ҡатай һәм оло-ҡатайҙарҙың бер өлөшө Өфө губернаһының төньяҡ-көнсығыш төбәгендә, Әй йылғаһына ҡушылған Оло һәм Кесе Ыҡ йылғалары буйында ҡалған. Хәҙер был ерҙәр Балаҡатай районына ҡарай. ХlХ быуаттағы мәғлүмәттәр буйынса, был ҡатайҙарҙы билән-ҡатайҙар тип тә атағандар. Урал тауҙары, заводтар төҙөлөү арҡаһында күсенеп килгән урыҫтар бындағы ҡатайҙарҙы Урал аръяғындағы ҡәрҙәштәренән айыр­ған.

Ҡатай этнонимы тарихи әҙәбиәттә йыш осрай. Уның ҡытай, ктай, хтай, хытай варианттары ла бар. Башҡорттарҙан тыш, был исем үзбәктәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, нуғайҙарҙа, ғағауздарҙа ла бар. Әйткәндәй, ҡара-ҡатай исеме, башҡорттарҙан башҡа, тик ҡырғыҙҙарҙа ғына осрай.

Башҡортостандағы ҡатайҙар

үҙгәртергә

Алты ырыуҙан торған ҡатай ҡәбиләһе киң территорияла таралған. Күпселек өлөшө таулы-урманлы төбәктәрҙә йәшәй. Улар — ҡоҙғон-ҡатай, иҙел-ҡатай һәм инйәр-ҡатайҙар. Был ҡәбиләләрҙең ошо төбәктә төпләнеүен Р. Йәнғужин XIV быуатҡа ҡарай тип билдәләй. «XIV быуаттың икенсе яртыһында ҡатайҙарҙың төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күпләп күсенеүе башлана. Уларҙың ҡайһы бер өлөшө Ағиҙелдең урта ағымына һәм Инйәрҙең түбәнге өлөшөнә — таулы-урманлы ергә килеп ултыра. Һуңынан ҡатайҙар, табындарҙың ҡыҫымы арҡаһында, Инйәрҙең урта һәм үрге ағымына күсенә. Ағиҙелдең башына барып сыға». Ошо географик атамалар артабан ырыуҙар исемендә лә сағылыш таба. Мәҫәлән, Инйәр йылғаһы буйында йәшәүселәр — инйәр-ҡатай, ә Ағиҙел буйындағылар — иҙел-ҡатайҙар. Бөгөнгө көндә иҙел-ҡатайҙар Үрге Сермән, Урта Сермән, Ҡушыҡ, Аҙнағол, Мәхмүт, Үткәл, Үҙәнбаш, Хөсәйен, Рысыҡай һәм Арша ауылдарында төпләнеп йәшәй.

Халыҡ хәтерендә лә ҡатайҙарға ҡарата төрлө мәғлүмәт билдәле. Мәҫәлән, информатор Әсғәт Хәйернуров белдереүенсә, башҡорттар, ҡатай ырыуы вәкилдәре, был урындарҙа борондан уҡ йәшәгән. «Улар бер ҡасан да борон күсеп килмәгәндәр. Ошо гүзәл Уралыбыҙҙа Урал бөркөтө, айыуы, мышы-боланы, бал ҡорто, Ағиҙеле, Инйәре, Рәзе һәм Ямантауы (Йәмәлекәй) булғандай — ҡатай, тау ҡатай ырыуҙары ошо ерҙә булғандар…». Әсғәт Вәаһап улы ҡатайҙар хаҡында олатаһының нығытып әйткән бер фекерен дә хәтерләй: «Ҡатай башҡорттары бер ҡасан да Рус дәүләтенә буйһоноп йәшәмәй, улар ирекле ырыу булған».

Әсғәт Хәйернуровтың фекере башҡорт халҡының этногенезын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалим, академик Руденко Сергей Иванович хеҙмәтенә ауаздаш. Ул үҙенең «Башкиры. Физический тип башкир» һәм «Башкиры: Историко-этнографические очерки» хеҙмәттәрендә башҡорттарҙы тәбиғәт (ландшафт) шарттары менән бәйләп, өс өлөшкә бүлеп ҡарарға тәҡдим итә. Беренсеһенә ул Урал аръяғы, көнсығыш башҡорттарын индерә (ҡатайҙар, табын, үҫәргән, түңгәүер, бөрйән). Икенсе төркөмдө төньяҡ-көнбайышта йәшәүселәр тәшкил итә (танып, ғәйнә, бүләр). Өсөнсөһөнә ул үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш башҡорттарын индерә (юрматы, мең, ҡыпсаҡ). Таулы өлкәне С. И. Руденко айырым билдәләп үтә. Уның фекеренсә, тау башҡорттары ошо ерлектең иң боронғо халҡы булыуы мөмкин. Ғалим уларҙың савроматтарҙың нәҫеле булыу ихтималлығын да күрһәтә.

Ырыу тармаҡтары

үҙгәртергә

Ҡатай ҡәбиләһе төп алты ырыуҙан тора: инйәр-, иҙел-, ҡоҙғон-ҡатайҙар көнбайыш ҡатайҙары, ялан-, оло-, бала-ҡатайҙар көнсығыш ҡатайҙарға инәләр. Рычков Пётр Иванович көнбайыш ҡатайҙарына ҡушыҡ ҡатайҙарҙы ла индерә.

Элеге ваҡытта Баҡалы районында йәшәгән башҡорттарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен ҡатай сығышлы тип иҫәпләп, «беҙ ҡорос ҡатайҙар» (Ҡорос ауылы ла бар) тигәне билдәле.

Ҡатайҙарҙың килеп сығышын тикшергәндә иң тәүҙә Йыһат Солтановтың «Башҡорт хәтере» исемле китабына иғтибар итәйек. Ул үҙенең тикшеренеүҙәрендә ҡатайҙарҙы б.э. тиклемге II мең йыллыҡта йәшәгән хет халҡына алып барып тоташтыра. Хәҙерге Төркиә дәүләтенең Анталия өлкәһе ерендәге шул заманда Ҡатай дәүләте(ҡатай-ҡат, хат, хет тип тә йөрөтөлгән, тип яҙа Й. Солтанов) булған икән[4]. Йыһат Солтанов китабында шумер-аккад-хат мәҙәни күсәгилешлеген батша йортондағы ҡатай йола байрамдарын башҡорт йола байрамдары менән сағыштырып дәлилләй.

Хеттарҙың үҙҙәренең килеп сығышы тураһында әле берҙәм генә фекерҙәр юҡ. Хет аллаларын тикшереп хатта славяндарҙың ата-бабаларын да табалар бит. Тикшереүселәрҙең күбеһе ҡатайҙарҙы төрки, йәки монгол сығышлы, тип иҫәпләй. Ҡатайҙарҙың ҡара-ҡатайҙарҙан йәки кидандарҙан килеп сығыуын раҫлаған фекерҙәр байтаҡ. В. Р. Васильев, Г. Е. Грум-Гржимайло, һәм хәҙерге тикшеренеүселәр араһында ла ҡайһы берҙәр ҡара-ҡатайҙарҙы монгол сығышлы, тип иҫәпләй (мәҫәлән, У.Эрдниев, Г.Авляев хәҙерге ҡалмыҡтарҙағы «китуд» исемле ырыу төркөмө кидандарға барып тоташа, тиҙәр), тип иҫәпләй. Кидандарҙың сығышын монгол, тунгус, йәки монгол-тунгус сығышлы тип иҫәпләү өҫтөнлөк итһә лә был ҡараштарға ҡаршы фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Л. Викторова кидандарҙы үҙҙәренән боронғораҡ сяньби халҡынан айырылып сыҡҡан, ә сяньбиҙарҙың үҙ атамаһы «ҡытай» булған, ә бындай фонетик үҙенсәлек тик төрки халыҡтарҙа ғына бар, тип иҫәпләй. Башҡорттар тарихына арналған хеҙмәтендә Зәки Вәлиди ҙә шундай фекерҙә. Һуңғы йылдарҙа уларҙың төрки сығышлылығы тураһында ҡараштар нығый бара. Кидандар һәм уларҙың вариҫтары ҡара-ҡатайҙар беҙҙең эраның III—IV быуаттарынан алып монгол яулап алыуҙарына тиклем һәм һуңыраҡ та билдәле.

Уларҙың Тобе Вей дәүләтендә 468 йылда тәүге илселеге билдәле, тимәк, был ваҡытта инде уларҙың дәүләтселеге булған тигән һүҙ. VI быуатта кидандарҙың Төрки ҡағанаты менән көрәше уңышһыҙ тамамлана һәм улар ҡағандарға яһаҡ түләп торғандар. Тимәк, монгол сығышлы булһындармы кидандар, йә булмаһа, төркиме, кәмендә VI быуатта уҡ улар башҡа төркиҙәр менән бәйләнештә булалар. 644 йылда улар Кореяға ҡаршы көрәштә Ҡытай яғында булалар, 696 йылда Ҡытай йоғонтоһонан сығып кидандар хакимы ҡаған титулын ҡабул итә, быға яуап итеп ҡытайҙар кидандарға бер нисә поход ойоштора, тик улар уңышһыҙ тамамлана. 714 йылда ғына ике ил солох төҙөүгә ирешә һәм уны династик никах менән нығытып ҡуялар. Бынан һуң да кидандар төркиҙәр һәм ҡытайҙар араһында йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа ауышыу сәйәсәтен алып бара.

Уйғырҙар көсәйеп киткәндән һуң уларға яһаҡ түләп тороп, 842 йылда иһә яңынан Ҡытай яғына сығалар. Был уларҙың империя осорона тиклемге тарихына ҡыҫҡаса байҡау булды. Был осор үҙенсәлектәренән һәр хаким янында махсус «ордо», йәки дружинаһы булыуын, тәғәйен генә башҡалалары булмауын, киҙан хакимдарының резиденциялары һунар йәки балыҡсылыҡ сезоны башланыуға ҡарап үҙгәреүен һанап китергә булыр ине. Был сезондар башланыу алдынан махсус ритуал байрамдары ойошторолған(тәүге балыҡ тотоуға, тәүге ҡыр ҡаҙын тотоуға бағышланған). Бик күп өҙөк-йыртыҡ мәғлүмәттәрҙән кидандарҙың боронғо ышаныуҙары тураһында бер ни тиклем мәғлүмәт туплап була. Мәҫәлән, уларҙың мифтары буйынса Му-е тауы кидандарҙың шаман культын башҡарыу урыны булыуы билдәле. Был тау янында уларҙың тәү әсәһе һәм тәү атаһы осрашҡан булған. Улар аҙаҡтан Күк аллаһы һәм Ер алиһәһе булып хөрмәт ителә.

Империяға әйләнеү

үҙгәртергә
 
Екатеринбургская неделя. 1886. № 05

Ҡәбиләләр федерацияһынан империяға күсеү Елюй Амбаған (Абаоцзи) осоронда була. 907 йылдан алып 1125 йылға тиклем Елюй(Юлуй) һәм Сяо династик ғаилә кландары тарафынан идара ителгән ҡеүәтле кидандар империяһы йәшәй(ҡытай сығанаҡтарында Ляо — «Тимер дәүләте»). Ул Япон диңгеҙенән алып Көнсығыш Төркөстанға тиклем ерҙәрҙе биләп ята. Шул арауыҡтағы алтмыш дәүләт башлығы кидандарҙың хакимлығын танырға мәжбүр була, был осорҙа Ляо Көнсығыш Азияның ҡеүәтле державаһы булып иҫәпләнә.Кидандар бик әүҙем рәүештә Ҡытайҙың төньяғында нығына, биш династия, ун батшалыҡ осоро шуныһы менән үҙенсәлекле — был ваҡытта ике дәүләт — төньяҡ һәм көньяҡ дәүләттәре һыйышып йәшәй. Төньяҡта Бөйөк дала традицияларына тоғролоҡ һаҡланһа, көньяҡта Тан империяһына хас тәртиптәргә нигеҙләнгән йолалар, иерархиялар башҡарыла, сөнки көньяҡ дәүләте Тан империяһына алмашҡа килә лә инде.

937 йылда Амбағайҙың улы Дегуан(Дәғүән) Төньяҡ Ҡытайҙы буйһондора, уның һуңғы императоры Ли Цун-ке уға бирелмәҫ өсөн үҙен һәм ғаиләһен яндыра, бөтә полководецтары(сардарҙары) ла әсир төшә. Беренсе тапҡыр шулай Күк аҫты империяһы башҡа дәүләт хакимлығын таный, Дәғүән ризалығы менән ҡытай тәхетенә Ши-цзин-тан ултыра, уның тыңлаусан вассалына әүерелә. Ул үлгәндән һуң уның улы Чжун-гуй(Чу ди) Дәғүәндән рөхсәт һорап тормай тәхеткә ултырғас кидандар Ҡытайға һөжүм итә. Императорҙы һөргөнгә ебәреп 947 йылда Дәғүән рәсми рәүештә Ҡытай императоры булып ултыра, тик бындағы климатты эҫе тип иҫәпләп кире төньяҡҡа ҡайтырға сыға, әммә юлда саҡта вафат булып ҡала. 947 йылда дәүләт Бөйөк Ляо, 983 йылда кидандарҙың Бөйөк дәүләте, 1066 йылда яңынан Бөйөк Ляо тип йөрөтөлә.

Империяла идара итеү нигеҙҙәре кореялылар һәм ҡытайҙар тарафынан барлыҡҡа килтерелә, ҡытай иероглифтары нигеҙендә һәм ҡытай яҙмаһы элементтарынан кидандар яҙмаһы барлыҡҡа килтерелә, ҡалалар, һөнәрселек, сауҙа үҫешә. Кидандар был осорҙа Пекинда (империяның баш ҡалаһында) академия аса. Сун империяһы юғалтҡан территорияларын кире ҡайтара алмағас кидандар менән килешеү төҙөргә мәжбүр була, яһаҡ түләп тора (1004 йыл). 1042 йылда яһаҡ күләме арттырыла, ә 1075 йылда территоряның тағы ла бер өлөшөн кидандарға бирергә мәжбүр булалар. Кидандарҙың Төньяҡ Ҡытайҙы үҙенә бойһондороп тотҡан саҡтарында был илгә «ҡытай», «ҡатай» исеме йәбешеп ҡала ла инде. Көнбайыш сәйәхәтселәре аша Европа халҡы был илде «Ҡатай» тип йөрөтә башлай. Поэтик формала хәҙер был Күк аҫты илен шулай атайҙар. Мин Дюма әҫәрҙәрендә лә был илдең «Ҡатай» формаһында яҙылышын осрай. Польша аша Рус ерҙәренә лә «Китай» формаһында килеп керә был атама.

1125 йылда кидандар власы аҫтындағы чжурчендар Сун Ҡытайы ярҙамында баш күтәрә. Йәлү (Елюй,Юлуй) Таши исемле ҙур бер сәйәсмән, ҙур бер ғалим булыуы, йәғни бер ҡулында ҡәләм, икенсе ҡулында ҡылыс тотҡан заттан булып 1125 йылда, чжурчендар(манчжурҙар) империяны баҫып алғандан һуң, Төркөстанға, Алтай тауҙары тарафына китеп Ҡара ҡатайҙар дәүләтен(Си Ляо, йәки «Көнбайыш Тимер дәүләте» — Р. Ш.) төҙөй, тип яҙа ә.Вәлиди («Башҡорттарҙың тарихы»,Өфө, 1994, 232—233 бб.). Был турала саҡ ҡына ентекләберәк һөйләргә кәрәктер. Тәүҙә Йәлү(Елюй) «гурхан» (бөтә халыҡтарҙың ханы)исеме алып күсмә халыҡтарҙың чжурчендәргә ҡаршы көрәш байрағына әүерелһә лә, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле артабан көнбайышҡа йүнәлә(1129 йыл). Көнбайышҡа киткән кидандар инде ҡара ҡатайҙар булып китәләр (китмәй ҡалған ҡатайҙар чжурчендар тарафынан буйһондоролалар, уларҙың аҙаҡтан монголдар һөжүме ваҡытында чжурчендарға ҡаршы баш күтәреүе тураһында В.Бартольд яҙмаларында күрергә мөмкин[5].

Йәлү Джунгарияла нығынып ете ултыраҡ өлкә,ун һигеҙ күсмә халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ ала. Был осорҙа Урта Азияла ҡараханиҙар династияһы хакимлыҡ иткән була.Үҙ-ара ыҙғыштар арҡаһында улар мосолман донъяһында иң мәшһүр булған сәлжүк солтаны Сәнджәргә буйһонорға мәжбүр булалар. Йәлү Таши әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ кисермәйенсә ҡараханидҙар баш ҡалаһы Баласағунды ала, һуңынан уға Мәүрәннәһер һәм Хорезм да буйһона. Шулай итеп, Каспийҙан Гоби сүллегенә тиклем йәйелеп ятҡан держава барлыҡҡа килә. Ҡытай историографиияһы уны «Көнбайыш Ляо» тип иҫкә ала. Ҡара ҡатайҙарҙың бер өлөшө үҙ ҡәбиләләштәренән айырылып төньяҡҡа йүнәлә һәм бойондороҡһоҙ Найман ханлығы төҙөй. Найман үҙе монгол телендә һигеҙ тигәнде аңлата, ә кидандар төп һигеҙ ҡәбиләнән торғанлығы билдәле(В. Бартольд, киреһенсә, наймандар үҙҙәре һигеҙ ҡәбиләнән торған, тип иҫәпләй). Наймандар ҙа шул уҡ кидандар булыуы, тик айырылыу дини нигеҙҙә килеп сыҡҡан булыуы ла мөмкин, сөнки наймандар несториан була.

Йәлү Ташиҙың элекке сиктәрҙә көнсығышта империяны тергеҙергә теләүе тормошҡа ашмай. Чжурчендәр ҙә, ҡара ҡатайҙар ҙа бер-береһенә ҡаршы походҡа сыҡһалар ҙа(130—1131, 1134 йй.) тауҙар һәм сүллек үҙенекен эшләй. Ғәскәрҙәр бер-береһе менән осрашмайынса кирегә йүнәләләр.

1137 йылда ҡара ҡатайҙарҙың Сәмәрҡәнд хакимы ғәскәрен ҡыйратыуы Сәнджәрҙе хафаға һала. Быны ул бөтә мосолман донъяһына янаған хәүеф тип ҡабул итә һәм бөтә мосолман донъяһынан элиталы ғәскәр йыя башлай, һөҙөмтәлә йөҙ меңгә яҡын ғәскәр йыйыла (тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы ла бындай ғәскәр йыйыла алмаған). Дошманлашыусылар Ходжент менән Сәмәрҡәнд араһындағы Катван үҙәнендә 1141 йылдың 9 сентябрендә осраша. Ғәскәре күпкә аҙыраҡ булһа ла, Елюй (Йәлүй) Сәнджәр ғәскәрен ҡыйратып ҡына ҡалмай, солтандың ҡасып киткән ҡатынын, бик күп ярҙамсыларын әсиргә ала. Солтандың утыҙ мең ғәскәре батырҙарса һәләк була. Көнбайышта иһә, көнсығыштан мосолман донъяһына һөжүм итеүсе һәм Фәләстиндәге тәре йөрөтөүселәргә ҡушылырға килеүсе ниндәйҙер изге батша Иоан пәйҙә булыуы тураһында легенда барлыҡҡа килә. Был хәлде Георгий Победоносецтың яңынан терелеүе менән дә аңлатыу барлыҡҡа килә. Шулай итеп, Йәлү Ташиҙы хәҙер Георгий Победоносец тип нарыҡланған һәм Рәсәй гербының бер элементына әүерелгән изге менән тиңләүгә тиклем барып етә христиан донъяһы (был кеше ышанмаҫлыҡ, әммә ысынбарлыҡ шулай).

 
Сыңғыҙхан ҡытай илселәрен ҡабул итә

Бәлки шул замандан ҡатайҙар Сәмәрҡәнд тирәһендә төпләнеп ҡалғандыр ҙа, сөнки 1920 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәҡурған өйәҙҙәрендә) 39 меңдән ашыу кеше ҡтай (ҡатай) тип теркәлгән. Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар (ҡатайҙар) Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. Ул саҡта ҡтайҙар (ҡатайҙар) Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан)[6][7][8].

Гурхандар яулап алынған ерҙәрҙә, йәки Көнбайыш Ляо империяһында, элекке тәртиптәрҙе ҡалдырғандар. Ҡарахани хандарын тәхеттәренән төшөрмәгәндәр, көнбайыш Хорезмда ла, көнсығыш Уйғырстанда ла династиялар һаҡланған, буйһоноу яһаҡ түләү формаһында башҡарылған (тик Баласағунда ғына ҡараханидтар власы юҡ ителә). Һәр бер кенәз янында гурхан вәкиле булыуын өҫтәргә кәрәктер тағы ла. Ҡара ҡатайҙар Ҡытайҙағы һымаҡ һәр йортҡа берәр динар, йәғни бер алтын аҡса түләү һалған. Был тәртип Урта Азияла аҙаҡтан да тороп ҡалған, хатта ун туғыҙынсы быуаттарҙа ла шулай йорт һайын һалым һаҡланған. Был осор халыҡтар араһында бәйләнештәр нығыуына булышлыҡ итеүен ҡайһы бер тикшереүселәр билдәләй, әммә кидандарҙың мәҙәниәте юғарыраҡмы, түбәнерәкме булғанлығы буйынса ғына фекерҙәр төрлөлөгө бар. Мәҫәлән, ҡыпсаҡтарҙың тарихын тикшереүсе Маркварт фекеренсә, ҡараңғы ун икенсе — ун өсөнсө быуаттарҙа тик ҡара ҡатайҙар ғына башҡаларҙан айырылып торған. Тик В. Бартольд, ул(Маркварт-Р. Ш.) был фекерҙе бер ниндәй дәлил менән дә нығытмай, ти(күрһәтерлгән хеҙмәт, 95- се бит).

Ни генә булмаһын, кидандарҙың дөйөм кешелек мәҙәниәтенә индергән өлөшө байтаҡ. Шуларҙан әле беҙгә ябай ғына күренгән эйәр өҙәңгеһен уйлап табыу заманында ҙур революцион асыш булған, ә бит ҡытайҙар уны кидандарҙың ата-бабалары сяньбиҙарҙан үҙләштергән. Бөтә донъяны яуларға батырсылыҡ иткән монголдар ҙа ғәскәр төҙөлөшөн һәм хәрби сәнғәттәге башҡа бик күп нимәләрҙе шул уҡ кидандарҙан өйрәнгән. Заманында кидандарҙың Пекинда, башҡа ҡалаларҙа академиялар асыуы ла бик күпте һөйләй.

Сыңғыҙ хан тарафынан тар-мар ителеүҙән һуң

үҙгәртергә

XIII быуатта ҡара-ҡатайҙар Сыңғыҙ хан тарафынан тар-мар ителәләр.

Жәлил Кейекбаев башҡорт ҡатайҙарының тел үҙенсәлектәрен тикшереп, уларҙы «Орхон яр буйҙарынан сығыусылар» тип атай. Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында әлеге Инйәр ҡатайҙары һөйләшендә әлегәсә һаҡланып ҡалған үҙенсәлек сағыла (фонетикалағы нт, лт, мт, нк, мк формалары). Башҡорт халҡының иң ҙур ҡәбиләһенең сығышы ла кидандарға барып тоташа тигән фекерҙәр әле өҫтөнлөк итә.

Сәғит Мерәҫов «Башҡорт тарихына бер ҡараш» тигән хеҙмәтендә 1917 йылда мулла Ғәбдрәшит Ғүмәровтан Ҡатай ырыуының шәжәрәһен алыуын әйтә. Ғ. Ғүмәров «Башҡорттарҙы бөтөрәләр» тигән китап яҙған кеше булыуын да хәбәр итә автор. Шәжәрәгә килгәндә, ул тулы килеш баҫылмаған, беҙгә Сәғит Мерәҫов ниндәй өҙөк килтерә — шуның менән ҡәнәғәтләнергә тура килә. Ҡатай ырыуының төп бабалары Күһәп булғанлығы, ырыуҙың яңғыҙ Күһәптән таралғанлығы күрһәтелгәндән һуң, уның ҡыҫҡаса тәржемәи хәле яҙыла ти, автор. Олуғ кәрәмәт эйәһе Күһәп бей Бохарала торған. Юғыра шаһы Ҡарабуға ханға миләди 1078йыл(?) күп бүләктәр алып барған. Ҡайтҡас, Юғыра халҡы менән килеп ҡатышып, Юғыранан Күһәп бей бик күп ғалимдар килтерә. Шунан килгән ғалимдар башҡорт халҡына ислам динен өйрәтеп, мосолман итеп киткәндәр, ти(«Ватандаш»,1996,1, 98 б.). Был мәғлүмәттәр ҡайһы бер сығанаҡтарға тап килә.

В. В. Бартольд «Улуғбәк һәм уның заманы» китабында[9] Ибн әл Әсир мәғлүмәттәренә таянып, XI быуатта уҡ кидандарҙың үҙ мең тирмәһе Етеһыу буйына күсенеүен яҙа. Төп кидандар әле Көнсығыш Тимер дәүләтендә йәшәгән була. Был дөрөҫ булһа, башҡорт ҡатайҙарының ата-бабалары Урта Азияға башҡа кидандарҙан күпкә алдараҡ килеүе ихтимал, тигән һығымтаға килә Р.Ғ.Кузеев ошо мәғлүмәттәрҙе тикшергәндән һуң[10][11]. Ҡара-ҡатайҙарҙан башҡорт булып киткәнсе улар байтаҡ ваҡыт башҡа төрки халыҡтар менән аралашып йәшәгәндәр тигән фекерҙе әйтә.

Һығымта яһап әйткәндә, теге йәки был ырыуҙы шул ерҙә йәшәгән, шул ерҙән күсеп килгән тип әйтһәк бик ябай булыр ине. Ҡатайҙар тураһында ла улар Орхон, Селенга буйҙарынан сыҡҡандар тип ҡәтғи генә әйтеп булмайҙыр. Көнсығыштағы Ляо дәүләтен төҙөгәндән күпкә алдараҡ улар Урта Азиянан килгән булырға тейеш. Хәҙерге ваҡытта байтаҡ ғалимдар, яҙыусылар башҡорт ырыуҙарының тыуған төйәктәре Көньяҡ Урал булыуы, ваҡыт-ваҡыт менән илдең төрлө тарафтарына сәселеп бер ни тиклем йәшәгәс, кире ҡайтыр булғандар, тигәнерәк фекереҙе лә әйтәләр. Мәсем ханды Ҡатай Ғәле бей улы тип фаразлау ҙа бар. Ләкин, беҙгә ҡалһа, әлегә иң ышаныслы, дәлилле булып ҡатайҙар ҡара-ҡатайҙар, йәки кидандарҙың вариҫтары тигән ҡараш тора. Автор фекеренсә, кидандар үҙҙәре иһә, көнсығышҡа Тимер дәүләтен төҙөгән территорияға көнбайыштан күсеп килгән.

«Башҡорттарҙың килеп сығыуы» китабында Р.Ғ.Кузеев үҙе яҙып алған риүәйәттәрҙе файҙаланып, ҡатайҙарҙың ата-бабалары хәҙерге Башҡортостанға килгән юлында Волга йылғаһы ятыуы, тимәк, улаҙың Башҡортостанға маршруты ла көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көсығышҡа табан булыуы һүрәтләнә, ти. Ҡатайҙар менән бергә күсенгән һалйыуыттарҙың миграцион юлдарын тикшергән профессор Н.Мәҡсүтова ла Р.Ғ.Кузеевтың күсенеү схемаһы менән килешә[12]. Сыңғыҙ хан осоронда ҡатайҙар ҡайҙалыр «Һары тау» яғында күсеп йөрөгәндәр, ти Р.Ғ.Кузеев .

Лев фон Бергхольц ҡатай башҡорто Дауыт мулланан яҙып алған легендала башҡорттар бынан мең йылдар самаһы элек ҡайҙандыр Кавказ артынан килгәндәре, ҡайһы берҙәре һыуҙан — кәмәләрҙә, ҡайһы берҙәре ҡоро ерҙән — ярҙан барыуҙары бәйән ителә.Тәүҙәрәк бер нисә быуат улар көньяҡта Волга һәм Дон буйҙарында, Ҡырымғаса тиклемге далаларҙа йәшәгәнлеге, бер нисә тапҡыр Мәскәү янына уҡ килеп етеүҙәрен һөйләй Дауыт мулла. Аҙаҡтан уларҙы ҡыҫа башлағас, Волганы аша сығып яйлап көнсығышҡа Кама, Ағиҙел йылғалары буйына еткәндәр. Волганы сыҡҡас улар ханлыҡтарға(ырыуҙарға) бүленәләр. Һәр ырыу үҙ батшаһы — ханы тарафынан идара ителгән, ундай ырыуҙар йәки ханлыҡтар йөҙҙән артыҡ булған икән[13]. Был легенда бөтә башҡорт халҡы тураһында булһа ла, ҡатайҙар тураһында Дауыт мулла айырым рәүештә — улар башҡорт ырыуҙары араһында иң ҡыйыуы, иң ҡырағайы булып, таулы-ташлы урындарға килеп төйәкләнеүҙәрен әйтә. Был уларҙың урыҫтарға буйһонорға теләмәүе арҡаһында булған икән.

Ҡатайҙарҙың, ысынлап та, көнбайышта ҡалдырған эҙҙәре байтаҡ. Тик бында шуны ла оноторға ярамай — ҡатайҙарҙың көнбайышта ҡалдырған эҙҙәре үрҙә әйтелгән маршрут буйынса күсенеүҙән генә ҡалмауы мөмкин. Тау-завод колонизацияһы эҙемтәһендә ерһеҙ ҡалып, шул яҡтарға барып һыйыныуҙары ла мөмкин. Был турала көнбайыш ҡатайҙарға ҡағылған ҡайһы бер мәғлүмәттәр бар[14].

«Ҡатай нәҫеле» тигән яҙыу хәҙерге Һамар өлкәһенең Парау ауылы зыяратында XVIII быуат ҡәберендә табылған[15]. Ыҡ йылғаһының Татарстанға ҡараған һул яҡ ярында урынлашҡан башҡорт-татар ауылдарында Ыҡ йылғаһы, уның ҡушылдыҡтары, Сөн үҙәне бик борон замандарҙа ҡатайҙарҙыҡы булған тигән легендалар Башҡортостан фәндәр академияһында һаҡланыуын Р.Ғ.Кузеев хәбәр итә[16]).

Сәғит Мерәҫов башҡорттарҙың үткәне тураһында мәҡәләлә тау ҡатайҙары бейе Арыптың Ыҡ ярында ерләнеүе тураһында һөйләүҙәрен яҙа[17]. Улар әле йәшәгән ерҙәренән айырмалы рәүештә («Яңы йорт»), Ыҡ буйҙарындағы элек йәшәгән ерҙәрен «Иҫке йорт» тип йөрөтәләр, ти.

Ҡатайҙарҙың хәҙерге ерҙәргә күсенеүенә Туҡтамыш хан менән Аҡһаҡ Тимер араһында булған һуғыш (1391) һәм артабанғы ваҡиғалар сәбәп булғандыр. Был турала Зәки Вәлиди, Туҡтамыш хандың нәҫеле Нуретдин бейҙең бөйөк вәзире ҡатай Ғәле бей шул һуғышта еңелгәндән һуң Башҡортостанға килгән, ти(«Башҡорттарҙың тарихы», Өфө, 1994,25 б.). Ғәле бейҙең был осорҙа тотҡан сәйәси роле бик ҙур ғына булғандыр, уның Инйәр буйында дәүләт берләшмәһен тергеҙеп ҡарауы тураһында Башҡорт Википедияһы сығанаҡтарында ла күренеп ҡала(фольклор материалдары нигеҙендәге фараздар). Шуны әйтергә кәрәк, Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән Нуғай Урҙаһы хакимлығы осоро тураһында сағыштырмаса аҙ өйрәнелгәнлеген иҫәпкә алырға кәрәктер. Был осорҙа унда бер ваҡытта ла үҙәкләштерелгән ныҡлы сәйәси власть булмай. Ун алтынсы быуат уртаһына инде Оло Нуғай Урҙаһы емерелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бер нисә үҙ аллы урҙа йәшәүе билдәле. Шәжәрәләрҙең береһендә Инйәр буйында Хәким хан булғанлығы әйтелә. Көнбайыш Башҡортостанда ҡатай этнонимы һаҡланып ҡалған: Әлшәй районында Ҡатай йылғаһы, Баҡалы районында Иҫке һәм Яңы Ҡатай ауылдары, Ҡатай урманы, Шишмәлә Ҡатай кисеүе, Ҡатайлар ере һ.б.

А.Камалов фекеренсә, әле көнсығыш диалекта һөйләшкән башҡорттар IX—XII быуаттарҙа әле йәшәгән ерҙәрҙә түгел, ә Уралдың көнбайыш яғында тормош күргәндәр. Бының шулай икәнен этнононимдан яһалған атамалар раҫлап тора, тип әле Көньяҡ Уралдың көнсығыш итәгендә көн күргән ҡаратабын, ҡатай, һеңрән ырыуҙарын миҫал итеп килтерә[18]. Артабан ҡатайҙарҙың бер өлөшө Ағиҙелдең урта, Инйәрҙең түбәнге ағымына күсеп ултыралар, ҡалғандары төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә. Тәүгеләрен көнбайыш, һуңғыларын көнсығыш ҡатайҙары тип атап йөрөтәләр. Көнсығыш ҡатайҙар Башҡоростандың Балаҡатай, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында көн күрәләр(Оло Ҡатай, Ялан Ҡатай, Бала Ҡатай ырыуҙары).

Көнбайыш ҡатайҙар

үҙгәртергә
 
Мәшһүр Ямантау күренеше

Һүҙҙе артабан көнбайыш ҡатайҙар тураһында дауам итәйек. Ун һигеҙенсе быуатта Нуғай даруғаһындағы ҡатайҙарҙы П.Рычков үҙенең "Ырымбур губернаһы топографияһы"нда Иҙел-, Ҡушыҡ-, Инйәр-, Ҡоҙғон-ҡатайҙарға бүлә.

Инйәрҙең тамағына килгән Ғәле бейҙең ставкаһы Аҡташ янында булыуы ла мөмкин. Ағиҙелдең урта, Инйәрҙең түбәнге ағымынан ҡатайҙар яйлап Инйәрҙең урта, Кесе һәм Оло Инйәрҙең үренә, Ағиҙел үренә тиклем күсенгәндәр. Был, беренсе сиратта, табындар ҡыҫымы аҫтында була.

ҡатайҙар һәм табындар мөнәсәбәте

XV быуаттың икенсе яртыһында әле ҡатайҙар Инйәрҙең ҡойған урынына, мең ырыуы биләгән ерҙәргә тиклем территорияны биләгәндәр. Ошо осорҙа Себер йортонан күсеп киткән Майҡы бей тоҡомдары- Әсәди, Шәкәрле бейҙәр етәкселегендә табын башҡорттарының бер өлөшө тамъян, ҡатай башҡорттарына мөрәжәғәт итеп, ерҙәрендә йәшәргә рөхсәт һораған. Был ваҡытта уларҙы Себер ханы Ибаҡ эҙәрлекләгән була. Күрәһең, хандың үс алыуынан ҡурҡып, тамьяндар һәм ҡатайҙар был үтенесте кире ҡаҡҡандар.

Табындар «туғыҙ өйлө» ҡатайҙан ер һорағандар. Ҡатай халҡы ер бирмәгәс, унан үтеп, Инйәр даръяһы буйлап килеп Ағиҙелгә еткәндәр"[19]. Табындарҙы меңлеләр һыйындырған, ти М.Өмөтбаев.

Табындар аҙаҡтан ҡатайҙарҙы Инйәрҙең түбәнге ағымынан үргә ҡыҫырыҡлағандар. Быға ҡайһы ваҡыт ҡатайҙар үҙҙәре лә сәбәпсе булғандыр. «Туған бәйләгән» легендаһы — быға дәлилк. Ҡатай бейе Ҡолмандың табын ҡоҙаларына үҙ ерҙәренең бер өлөшөн бүләк иткән. Аҙаҡтан ҡоҙаларҙың бүләк иткән ерҙең сиген үтеп кереүҙәре араларҙы боҙа.

Был ваҡиға бик боронғо замандарҙа — XVI быуат аҙаҡтарында булғандыр, әммә табындарҙың ҡатай ерҙәренә ымһыныуы бының менән генә бөтмәгән, ахыр сиктә Ҡумрыҡ-Табын һәм Ҡатай волосы башҡорттары 1728 йылда үҙ-ара килешеп, ерҙәрен бүлеп сығалар. Был «полюбовный раздел» ҡағыҙы ошолай башлана:

«1728 -го июня 28 числа писана запись такова: Уфимского уезду Ногайской дороги башкирцы Катайской волости Кускай Бакшаев, Ибрай Емяков с товарищи, Кумрук Табынской волости Урусь да Чюра Савельевы с товарищи не для какого такого подлога и всякого переводу на всю сущею правдою написали мы меж себя сию запись, в том, что предложили мы о вотчинах своих полюбовный раздел…»

.

Был сик билдәләү килешеүен тикшерһәң, улар хәҙерге Архангел һәм Белорет районы сиктәренә тап килеүен күрәһең.

Ҡоҙаҡай һәм Ибрайға иптәштәре менән Ҡасим сумған (текста-«Касим сумь») йылғаһы тамағынан башына тиклем уң яҡлап, шул йылға башланған ерҙән арҡанан «Буранги» (әле Бәрәңкеле йылғаһы тип йөрөтөлә) йылғаһының башына тиклем, ә «Буранги» башынан арҡанан Инйәр йылғаһына Болантүбә ташына тиклем ерҙәрҙе уң яҡлап биләргә.

Ырыҫ менән Сураға иптәштәре менән Болантүбә ташынан Инйәр йылғаһы буйлап үргә Ырау йылғаһы тамағына тиклем ерҙәрҙе биләргә, тиелә документта[20].

Аҙаҡта яҡтар бүленгән вотчиналарҙа ғына хужа булырға, бер-береһенең биләмәләренә йөрөмәҫкә, үҙ-ара талашмаҫҡа, солоҡ балына теймәҫкә(«медь не выдирать») һәм йәнлек-ҡоштарҙы ауламаҫҡа килешәләр. Ҡатайҙар яғы ерҙе килешеп бүлеү ҡағыҙын яҙғанда Ҡолмандың батшаға барып алған ер биләү ҡағыҙын(«владенная выпись») Өфө воеводаһы Иван Бахметьевтан барып алыуҙарын һәм үҙҙәрендә ҡалдырыуҙарын да теркәйҙәр килешеүгә. Тимәк, Ҡолман тарихи шәхес, артабанғы биттәрҙә уның атаһы исемен фамилия итеп теркәгән жалоба тәржемәһе лә бар был делола. «Кулман Худайбердин» тигән риүәйәттә тарихи ысынбарлыҡ сағыла.

Иң һуңында килешеүҙе яҡтар боҙған осраҡта илле һум неустойка түләүгә килешәләр. Килешеүҙең төп нөсхәһе Ҡоҙаҡай менән Ибрайҙа һаҡланасаҡ, Ырыҫ менән Сура шул документтың һүҙмә-һүҙ күсермәһен үҙҙәрендә тоторға булып, һәр береһе үҙҙәренең тамғаларын ҡуялар.

Ҡумрыҡтар менән ҡатайҙар араһында ер өсөн низағтар артабан да булып торған. Ваҡыт үтеү менән, был ҡағыҙҙар юғалғандыр, сөнки 1770 йылдың 10 мартында ҡумрыҡ старшинаһы Абҙан Ырыҫов шул документтың күсермәһен Өфө провинциаль кәнсәләренән барып ала. Тимәк, килешеүҙәрҙең бер нөсхәһе (күсермәһе) провинциаль кәнсәләрҙә һаҡланған булған. Был ваҡытта ул документ уларға ер һатыу өсөн кәрәк булған, ә 1838 йылда ер өсөн бәхәс яңынан ҡупҡас, яҡтар провинциаль кәнсәләрҙән күсермәнең күсермәһен («копия от копии») барып алалар. Үрҙә иҫкә алынған 253 битлек документта шул күсермәнең күсермәһе теркәлә. Тамьяндар менән ҡатайҙар араһында ер өсөн бындай оло низағтар документтарҙа осрамай, әммә риүәйәттәр хәҙерге заманға ҡатайҙар менән тамьяндар араһында ла ер өсөн ҡасандыр һуғыш булыуын килтереп еткергән.

Хәҙерге ҡатай төбәктәре

үҙгәртергә
 
Ирәкташ — Инзерские зубчатки
 
Ҡасим Дәүләткилдеев. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. Һүрәттә Белорет районы Уҫманғәле ауылынан Мәрйәм исемле ҡыҙ. (Инйәр- ҡатай)
 
Ҡасим Дәүләткилдеевтың «Башҡорт Ибраһим» тигән һүрәте лә Инйәр яғында төшөрөлгән. 1928

1730 йылда Өфө провинциаль кәнсәләр тарафынан төҙөлгән реестрҙа һәм башҡорт волостарын һүрәтләүҙә ҡатайҙар хәҙерге территорияны биләгәнен күрәбеҙ:

«…волость Катайская по Индирю и вверху по Белой, в горах леса и поля небольшие, тележного пути за горами и за лесами и за топями нет»[21].

Ҡатай ауылдары буйынса XIX быуаттың рәүиз яҙмаларын тикшергәндән һуң, XIX быуаттың 30-40 йылдарында, тау-завод колонизацияһы арҡаһында күсеп ултырыуҙарҙан һуң, ҡатай ауылдарының бөтәһе лә хәҙерге урындарына урынлашып бөтәләр икәнен белергә була.

Ҡатай волосында 8-се рәүиз үткәргәндә 20 генә йән (ир затынан тип аңларға кәрәк) кермешәк (килмешәк- «припущенник») теркәлә. XVIII быуаттағы ихтилалдар буйынса документтарҙа, мәҫәлән, хатта Ҡатай волосына 1740 йылда сыуаштарҙы батша ғәскәренә йыйырға килеүҙәре тураһында мәғлүмәттәр осрай, тик улар шул волоста йәшәйме, әллә ихтилал барышында шунда барып сыҡҡанмы — аңлашылмай.

Хәҙерге заман административ бүленешкә ярашлы, был ерҙәр Белорет районы территорияһына ҡарай. Мәҫәлән, 8-се ревизия материалдары буйынса, хәҙерге Белорет районы территорияһында 25 ҡатай ауылы теркәлгән. Бөгөнгө көндә уларҙың һаны 50-гә барып етә. Кантон идаралығы дәүерендә ул ауылдар VII кантондың 27-се, 28-се, 29-сы һәм 30-сы йорттарына ҡараған. Шулай уҡ волостың 17 ауылында мәсет һәм мәҙрәсәләр ҙә теркәлгән.

XIX быуаттың 60-сы йылдарында, йәғни кантонлыҡ системаһы бөтөрөлөүҙән алдараҡ, башҡорттар административ-территориаль бүленеш буйынса 13 кантонға бүленгән була. Ҡатайҙар йәшәгән VII кантон Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙенә ҡараған. Үҙ нәүбәтендә, ул 30 волосҡа бүленгән булған. Был осорҙа халыҡ һаны 54 147 кеше тип теркәлгән.

Көнсығыш ҡатайҙарға килгәндә, улар ҙа өс ырыуҙан тора: оло ҡатай, ялан ҡатай, бала ҡатай. Рим Йәнғужин яҙыуынса, «XIX быуат башында бала һәм оло ҡатайҙар Өпәй (Уфалей) һыртының көнсығыш итәктәрендә ҙур ғына ерҙе биләп ултырған. Улар Тинес һәм Ҡарабулаҡ йылғаларының үрге ағымында ерләнгән». Этнография фәнендә билдәле ҡараштар, шулай уҡ бөгөнгө административ бүленеш буйынса был ерҙәр Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарына, ә бер өлөшө Башҡортостандың Балаҡатай районына инә.

Ялан-ҡатайҙар иһә тағы ла көнсығышҡараҡ урынлашҡандар. Был ерҙәр бөгөнгө көндә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарына ҡарай. Был фекер билдәле этнограф Р.Ғ. Кузеев хеҙмәттәрендә лә яҡтыртыла.

Тарихсы П. И. Рычков үҙенең[22] тигән хеҙмәтендә башҡорт ырыуҙарының таралыу ареалын күрһәтеп китә. Ул ҡатайҙарҙың ике даруғаға бүленеүен билдәләй: Нуғай даруғаһындағы Ҡатай волосына иҙел-ҡатай, ҡошоҡ-ҡатай, инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатайҙар ҡараһа, Себер даруғаһына бала-ҡатай, баллы-ҡатайҙарҙы индерә. Был волосҡа ул шулай уҡ тағы ла 8 аймаҡты ла өҫтәй. Ҡатай волосында ул 300 урам (двор) бар, тип билдәләй.

Шулай итеп, ҡатайҙар бик ҙур территорияла таралып урынлашҡан. Тәбиғәт үҙенсәлеге, ер-һыу торошо яғынан да был биләмәләр төрлө.

Ҡатайҙарҙың ауыҙ-тел ижады

үҙгәртергә

Географик айырмалыҡтар, һыу-һауа шарттары халыҡ ижадында ла сағылыш таба. Фәҡәт ҡатай ырыуы ижадына ғына хас булған ошо йырҙарҙы атап була: «Боронғо ҡатайҙар», «Ҡатай Байығы», «Ләңке ташы», «Күбә таш», «Ҡағы ташы», «Ҡурташ», «Артылыш», «Боронғо Урал», «Ямантау», «Ҡыраҡа» һәм башҡа көйҙәр, легенда-риүәйәттәр, «Йәмәлекәй тауы» һ.б.

Ҡатайҙар төбәк иткән ерҙәр географик йәһәттән бер төрлө генә түгел. Инйәр-ҡатай, иҙел-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай, еҙем-ҡатайҙар хәҙерге Белорет районының тау-ташлы һәм урман-ҡаялы ерҙәрен төбәк иткән. Ялан-ҡатайҙар киң территорияла таралып ултырып, дала ерҙәрендә көн күрә: хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондары, Силәбе, Ҡурған өлкәләре… Был тәбиғәт шарттары, географик урын, халыҡтың матди мәҙәниәте менән бер рәттән, ауыҙ-тел ижадында, шул иҫәптән йырҙарҙа ла, сағылыш тапҡан.

Урман-тау зонаһы ҡатайҙарының ижады үҙенсәлектәре бар. Ошо төбәктән сыҡҡан күп йырҙар ғилми һәм әҙәби-музыкаль кимәлдә бер ни тиклем әйләнешкә индерелһә лә, иғтибарҙан төшөп ҡалғандары ла күп кенә. Улар ҙа идея-тематика, йөкмәтке һәм форма йәһәтенән бик бай. Бынан тыш, фольклор томлыҡтарына ингәндәренә лә әле бөтөн, системалы рәүештә анализ яһалмаған.

Хәҙерге Белорет районы тәбиғәте, тау-йылғалары, ҡаҙылма байлыҡтары менән айырылып тора. Күп мул һыулы йылғалар ошо тарафтарҙан баш ала, райондың 85 процент самаһы майҙанын урмандар биләй. Фәрит Камаев, Белорет районының Сермән ауылында тыуған композитор Заһир Исмәғилев ижадына бәйле, был төбәк тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

«Күккә ашҡан күкһел тауҙар теҙмәләре, уралып-уралып ятҡан Урал һырттары. Был яҡта уларҙы Ҡыраҡатау тиҙәр. Ләкин башың күтәреп ҡараһаң, кәпәсең төшөрлөк бейек был һырттарҙа һерәйеп торған шәрә ҡаяларҙы күрмәҫһең, улар һомғол ҡарағайҙар менән ҡапланған. Иң бейек ҡаяларҙың иң бейек ҡыйыҡтарында ла шундай ныҡ һәм сибәр ағастар — ҡарағайҙар, ҡарағастар үҫә. Бына ни өсөн ошо тауҙар илен йәшеллек һәм хозурлыҡ донъяһы тип атағы килә. Ә ғорур ҡаяларҙан аҫта, тулҡындарын ҡаға-ҡаға, һыуһылыу Ағиҙел ашҡынып аға. Уны юлына арҡыры төшкән таш кәртәләр ҙә туҡтата алмай. Ул, бөтә ерҙән үтер терегөмөш һымаҡ, юлын дауам итә, йәншишмәләр шикелле, тәбиғәткә, тирә-яғындағы урман-тауҙарға йән һәм йәм бөркә. Был яҡтарҙағы һоҡланғыс гүзәллек, бәлки, Ағиҙелдең шифа-ҡөҙрәтенән киләлер»

.

Шуға күрә лә тауҙарға, йылғаларға, урман-ҡырҙарға арналған йырҙар һәм көйҙәр быуындан-быуынға күсә килеп, беҙҙең көндәргәсә еткән. Ошо төбәктә таралған йырҙар араһында улар күпселекте тәшкил итә.

Урал аръяғы ерҙәрендә дала һәм күлдәр күберәк. Шуға күрә ялан ҡатай, бала ҡатайҙарҙың йыр фольклорында ҡылғанлы ялан, сал далалар, ҡамышлы күлдәр темаһы өҫтөнлөк итә. Кеше кисерештәре лә йырҙа ошо уҡ күренештәр аша образлы һынланыш ала.

Көньяҡ Уралды һәм иҙел-ҡатай, инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай ерҙәрен Ямантауҙан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ул географик объект — тау ғына түгел, ә халыҡтың тормош-көнкүреше һәм донъяға ҡарашы менән айырылғыһыҙ бәйле.

Ямантау — Көньяҡ Уралдағы иң бейек тау. Уның тураһында халыҡ араһында төрлө-төрлө мифтар таралған. Ямантау башҡорттарҙың борондан уҡ табыныу урыны ла булған. Урыҫ ғалимдары тарафынан яҙылған тарихи сығанаҡтарҙа Ямантау исеме XVIII быуаттан күренә башлай. Башҡорт халыҡ ижадында Ямантауға бәйле бик күп фольклор үрнәктәре: йыр, легенда, риүәйәттәр табырға мөмкин. Йөкмәткеһе, идея-тематикаһы һәм таралыу ареалы йәһәтенән ҡарап, уларҙы ике төркөмгә бүлергә була. Уларҙың беренсеһе мифологик ҡараштар менән бәйле һәм башҡорт классик эпосына ингән. «Урал батыр» эпосында, Ямантау Урал батыр тарафынан тураҡланған дейеүҙәрҙең кәүҙәләренән хасил булған, тип бәйән ителә.

«Урал батыр» эпосында Ямантау тураһында

Урал унан үлмәгән,

Һушынан да таймаған,

Булатын алған да,

Әзрәҡәне сапҡан да -

Ҡылыс диңгеҙгә сумған,

Ер һелкенгәндәй булған:

Әзрәҡә һушһыҙ йығылған,

Имәнес ҙур кәүҙәһе

Һыуҙы урталай бүлгән,

Халыҡҡа менеп торорға,

Йәйерәп хәл йыйырға

Ҙур бер яман тау булған.

 
Ҡатайҙарҙың йылан башлы эш эйәре. 1930-сы йй

Ямантауға бәйле булған йырҙарҙың һәм йыр-риүәйәттәрҙең икенсе төркөмөнә беҙ ошо төбәктә генә таралған һәм локаль характерлы булғандарын индерә алабыҙ. Мәҫәлән, хәҙерге ваҡытта сәхнәләрҙән йыш ишетелгән йырҙар менән бер рәттән (мәҫәлән, «Йәмәлекәй тауы»), һирәк осрағандары ла ошо төркөмгә ҡарай. Шулай уҡ айырым йыр-куплеттар ҙа осрай. Алда әйтеп китеүебеҙсә, ХХ быуат башында Мстислав Ҡулаев Ямантау тураһында етмешләп йырҙы ҡағыҙға теркәй.

Башҡорт халыҡ ижадында, башҡа жанрҙарға ҡарағанда, Ямантауға бәйле йырҙарҙың сағыштырмаса күберәк булыуы күҙгә ташлана. Улар күпселек осраҡта Белорет ерлегендә тыуған. Мәҫәлән: «Ямантау», «Йәмәлекәй», «Йәмәлекәй тауы» һ.б.

Ямантауға бәйле йырҙар бер нисә вариантта булһа ла, уларҙың күпселегенең барлыҡҡа килеү тарихы оҡшаш. Мәҫәлән, ҡурайсы Сәлимгәрәй Ғәлиастановтан яҙып алынған вариантта түбәндәгеләр бәйән ителә. «Борон-борондан башҡорттар урыҫ батшалығына буйһоноп, байтаҡ йылдар үткәс, беҙҙең олатайҙарҙан урыҫ помещиктары, генералдары осһоҙ хаҡҡа ер һатып ала башлағандар. Олатайҙар күп уйлап тормай, ерҙе осһоҙға ғына биргәндәр. Шулай бер ваҡыт Мәскәү яғынан бер помещик килә һәм ҡатайҙарға ҡара сөгөндән ҡойолған оҙон сәйнүктәр тараттыра. Ҡатай түрәләрен, байҙарҙы шарап менән һыйлап ултыра, Ямантауҙы ҡарап ултыра, ти. Ул саҡта ул ер Тамъян-Ҡатай кантонының Ҡатай волосына ингән, хәҙер Белорет районына ҡарай. Эсеп, ҡыҙып алғас, ҡатай түрәләре, аҡһаҡалдары ер һатыу ҡағыҙына тамғаларын да баҫалар. Шул саҡта бер егет килеп сыға ла ҡарттарға:

— Нишләп һеҙ, олатайҙар, беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған ерҙе һатаһығыҙ? Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы йөрөр ерҙән, эсер һыуҙан, һоҡланыр сәхрә Ямантауҙан мәхрүм итәһегеҙ, — тип әйтә.

— Йәш башың менән ололарға арҡыры төшәһең, — тип, егеттең һүҙенә ҡолаҡ та һалмағандар.

Яҡлаусы таба алмаған егет тауҙарға киткән, күккә олғашып, болоттарға тейеп торған Ямантауға алыҫтан ғына ҡарап торған. Егет тырмаша-тырмаша тауға үрмәләгән. Менеп еткәс, әсәһенән айырылған сабый һымаҡ, үкһеп-үкһеп илаған һәм ошо йырҙы сығарып йырлаған».

Йыр традицион дүрт юллыҡтарҙан тора. Беренсе строфала Ямантауҙың кейек-януар көн иткән иркен, изге ер картинаһы һүрәтләнә. Был изге урын төшөнсәһе әүлиәләр ерләнгән ер тип атала. Халыҡта, һәр ерҙе-тупраҡты батыр һөйәге һаҡлай, көс бирә, ә әүлиә рухы изгелеген һаҡлай, тигәндәр. Шуға ла ер — иң изге аманат. Ә уны һатыу — оло яманат билгеһе. Изгелекте һәм тыуған ер ғәзизлеген аңлатыу һәм уның ҡәҙерен таныу өсөн йырҙа әүлиә образы урын ала.

Көнкүреше

үҙгәртергә

Урман-тау яғы ҡатайҙарының төп шөғөлө — урмансылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ булған. Иген культураларын бик әҙ сәскәндәр. Инйәр-ҡатайҙа бер ауыл исеме — Арышпар. Арыш бар тигәндән килеп сыҡҡан. Ялан яғыныҡылар игенселек менән шөғөлләнгән.

Башҡорт халҡының көмөш биҙәүестәре бик күп, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрендә аҫылташтар, ярымаҫылташтар, ҡыҙыл мәрйен йыш осрай. Үҙ көмөшсө оҫталары булған.

Ҡайҙа йәшәһә лә, башҡорт аттан айырылмай. Йылҡысылыҡ менән бәйле төшөнсәләр ҙә шуға күрә бик бай. Эйәр-өпсөн, арба-сана эшләгәндәр. Ат кәрәк-ярағы тәғәйенләнешенә ҡарап биҙәлгән. Мәҫәлән, эйәрҙәр буйынса һыбайлы ни маҡсат менән юлға сыҡҡаны күренеп торған: байрам-туй эйәрҙәре ҡыйбатлы итеп, көмөштән һуғылған көмбәҙҙәр ҡуйып эшләнгән, яу, хужалыҡ эйәрҙәре ябай ғына, әммә тотонорға, кәрәк нәмәләр аҫырға яйлы булған. Туй эйәре ғәҙәттә ҡалҡан башлы, ә хужалыҡ эйәре ҡош, хайуан, йылан башлы һ.б. итеп яһалған[23].. .

Символика

үҙгәртергә

Бала-ҡатайҙарҙың тамғаһы — дуға һәм мышы. Улар Балаҡатай районының гербында һәм байрағында һүрәтләнгән.  

Ҡатай ырыуы менән бәйле ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
  • Катайск [3]
  • Катайка (Иҫәт ҡушылдығы) [4]
  • Катайский район (Ҡурған өлкәһе)[5]
  • Ялан-Ҡатай районы, Силәбе өлкәһе. 1940 йылдың 12 ноябрегдә һәи 17 декабрендә ике районға — Әлмән һәм Сафакүлгә бүлгәндәр [6](недоступная ссылка)
  • Тамъян-Ҡатай кантоны [7]
  • Катав (Ҡатай) ҡалаһы [8]
  • Усть-Катав (Ҡатайтамаҡ) [9]
  • Катав-Ивановск (Ҡатай-Ивановск)[10]
  • Катайка ауылы [11]
  • Күсембәт (Ҡатайбәт тигәндән сыҡҡан)- Һарытау өлкәһе [12]

Ҡатай ырыуынан сыҡҡан ғалимдар

үҙгәртергә

1. Ҡасимов Салауат Фитрат улы
2. Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы
3. Абдрахманов Илдус Барый улы
4. Вәлиев Дамир Жәүәт улы
5. Бикбулатов Наил Вәли улы
6. Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы
7. Миһранов Марс Шәрифулла улы
8. Мостафин Хәлил Мөжәүир улы
9. Мостафин Хәбир Мөжәүир улы
10. Мостафина Айгөл Мөжәүир ҡыҙы
11. Харрасов Мөхәмәт Хәҙис улы
12. Сибәғәтов Флүр Шәрифулла улы
13. Аҫылғужина Гөлфиә Нәҙерғәли ҡыҙы
14. Вәлиев Камил Абдрахман улы
15. Мөлөков Харис Яҡуп улы
16. Вәлиев Ғәҙел Камил улы
17. Мулдашев Альберт Әкрәм улы
18. Хажин Вәкил Исмәғил улы
19. Хажин Айбулат Вәкил улы
20. Козлова Планета Павловна
21. Сәлимова Сулпан Миҙхәт ҡыҙы
22. Әлибаев Айбулат Ҡасим улы
23. Алтынбаев Ранис Рәис улы
24. Йомадилова Гүзәл Булат ҡыҙы
25. Ҡәҙербаев Фуат Моталип улы
26. Йәғәфәрова Гөлнур Әҡсән ҡыҙы
27. Аҫылғужин Хәлил Бәхтигәрәй улы
28. Хөснөтдинов Наил Нуретдин улы
29. Хөснөтдинов Рәмил Нуретдин улы
30. Таһирова Рәхимә Ғөбәй ҡыҙы
31. Сәмситдинов Илфат Зәки улы
32. Ғибаҙуллина Фирүзә Булат ҡыҙы
33. Хәйернурова Ләйсән Әсләм ҡыҙы
34. Шаһисолтанов Флүр Әмир улы
35. Әлибаев Фәнур Хажиғәле улы
36. Әлибаев Зәки Арыҫлан улы
37. Ихсанова Айгөл Айрат ҡыҙы
38. Шәйхисламова Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы
39. Ғайсина Флүзә Фәтҡулла ҡыҙы
40. Байышев Фәнил Нафиҡ улы
41. Байморатова Хәмиҙә Ғәзиз ҡыҙы
42. Ғөбәйҙуллин Илфат Рим улы
43. Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы
44. Дилмөхәмәтов Миндийәр Ишбирҙе улы
45. Мурзамов Марат Мурза улы
46. Сатаев Ирек Шаһит улы
47. Сәфәров Миңлеғәли Морат улы
48. Һаҙыев Мансур Сабир улы
49. Хәйруллина Вакифа Ғилман ҡыҙы
50. Хафизов Айҙар Таһир улы
51. Хөсәйенов Мөхәмәтғәли Ҡорбан улы
52. Хөсәйенов Фахразый Ҡорбан улы

55. Хәкимов Мәүлит Хәкимйән улы
56. Әбүталипова Лилиә Салауат ҡыҙы
57. Сафиуллина Регина Ринат ҡыҙы
58. Ғәлимова Лира Ғәфур ҡыҙы
59. Шәрәфетдинов Вәкил Мөлкаман улы
60. Шәрәфетдинов Илдар Вәкил улы
61. Вәлиева Әнфисә Риф ҡыҙы
62. Бикмөхәмәтов Илдар Хәйҙәр улы
63. Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы
64. Хөбөтдинов Ғәлим Камил улы
65. Төхвәтуллин Морат Нәбиулла улы
66. Сәмсетдинов Айнур Мәүлит улы

  Викидәреслектә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҡатай [1](недоступная ссылка)
  2. «Ағиҙел»,1994, 6, 183 б.
  3. Шәйбәков Р. Г. Тыуған төйәк тарихы. Белорет, 2012,295 бит
  4. «Ағиҙел» 1997,8,136-141 бб.
  5. В.Бартольд. Тюрки. 12 лекций по истории турецких народов Средней Азии. Алматы,1998, 92-cе бит
  6. Материалы по районированию Средней Азии. Кн. 1. Территория и население Бухары и Хорезма. Часть 1. Бухара. — Ташкент: 1926, с.39.
  7. Материалы Всероссийских сельско-хозяйственных переписей 1917 г. и 1920 г. Вып. 1, Поволостные итоги Самаркандской области. — Ташкент: 1924, с.47.
  8. Маликов А. М. Хитаи долины Среднего Зеравшана в XVIII — начале XX в. // Археология и история Центральной Азии. — Самарканд, 2004.
  9. В. В. Бартольд. Әҫәрҙәр, 2 том, 2 киҫәк, М., 1964, 291 б.
  10. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. — 2400 экз. (в пер.)
  11. Уфа, 1978; Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. Этногенетический взгляд на историю. М., 1992.
  12. Н.Мәҡсүтова, «Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном говоре», Өфө,1996, 103 б.
  13. Л.фон Бергхольц, «Горные башкиры-катайцы»- «Этнографическое обозрение», М.,1893, 3, 75 б.
  14. «Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса очерктар», 1том, 2-се киҫәк, 566 б.
  15. Г. В. Йосопов «Археология и этнография Татарстана», 1-се сығ.,1971, 223 б.
  16. ф.3, оп 12.,д.451, 53-54 бб.- Происхождение башкир, 235 бит
  17. «Краеведческий сборник»- 1930, 74 б.
  18. «Совет Башҡортостаны», 1989, 238
  19. М.Өмөтбаев, «Ядкәр»,Өфө,1994,25 б.
  20. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарихи архивы, ф.2, оп.1, д.4356, 6-7 бб.
  21. Материалы по истории Башкирской АССР, М.-Л., 1940,1-се киҫәк, 135, 136 бб.
  22. П. И. Рычков «История Оренбургская» «Разделение башкирского народа по их родам»
  23. Ат егеү кәрәк-ярағы // [2] 2016 йыл 5 апрель архивланған.Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9