Майҡы бей
Майҡы бей — ҡайһы бер башҡорт һәм ҡаҙаҡ ҡәбиләләренең легендар ата-бабаһы.
Майҡы бей шәжәрәләрҙә һәм риүәйәттәрҙә
үҙгәртергәМайҡы бей башҡорт табындарының һәм ирәктеләрҙең ҡәбилә-ырыу шәжәрәләре башында тора. Майҡы бейгә үҙ шәжәрәләрен табын ҡаҙаҡтары һәм Оло Жөздөң бөтә ҡаҙаҡтары ла тоташтыра. Оло Жөз үҙен уйсундар нәҫеленән тип һанай, Оло Жөз ҡаҙаҡтарының шәжәрәләре Ч. Вәлиханов риүәйәттәре буйынса тергеҙелгән һәм сит тармаҡтарын алып ташлаһаң, ошолай рәүештә һүрәтләнә: Түбәй->Уйсун-Майҡы. Т. А. Жданко баҫтырып сығарған шәжәрәләрҙә үзбәктәр һәм ҡарағалпаҡтар туғандаш халыҡтар булараҡ күрһәтелгән, сөнки уларҙың уртаҡ ата-бабаһы — Майҡы бей. Ҡарағалпаҡстандың Ҡуңғырат районында яҙып алынған риүәйәттә Майҡы бей дүрт халыҡтың — үзбәктәрҙең, ҡарағалпаҡтарҙың, ҡаҙаҡтарҙың һәм нуғайҙарҙың — уртаҡ ата-бабаһы итеп күрһәтелгән, генеалогик схема бирелгән. Үзбәктәр, ҡарағалпаҡтар һәм нуғайҙар составында табын этнонимлы ҡәбилә-ырыу төркөмдәре юҡ. Был халыҡтарҙа Майҡы бей башлыса уйшин, ушин, уйсун, уйшун, усунь исемле берләшмәләрҙең ырыу башы тип иҫәпләнә. Уйшун ырыуы күсмә тормош алып барған үзбәктәрҙә[1], ә һуңынан — заравшан үзбәктәр составына ингән[2]. Һары-уйсун, усон ҡәбилә-ырыу берләшмәләре ҡырғыҙҙар составында ла бар. Һары-усунь ҡәбиләһе — Оло Жөз ҡаҙаҡтарының иң эре берләшмәләренең береһе[3].
Төрлө халыҡтар араһында Майҡы бейгә тоташҡан шәжәрәләрҙең ул тиклем күп булыуы Майҡы бейҙең бик танылған һәм билдәле төмән башы булыуын аңлата.
Башҡорт шәжәрәләре
үҙгәртергәТабын башҡорттары шәжәрәләренән: Сыңғыҙханды бөйөк хан итеп һайлағанға тиклем, Майҡы бей уның шәхси һаҡсылары сафында хеҙмәт итә, һуңынан уның сардарҙарының береһе булып китә. Сыңғыҙхандың улы Жуси армияһы составында (яҡынса 1207 йыл) Себерҙе һәм Ҡаҙағстанды яулап алыуҙа ҡатнаша. Был ерҙәрҙә улус ойошторолғандан һуң, Жуси табын ҡәбиләһе күпселекте тәшкил иткән эре этносәйәси берләшмәнең бейе булып китә (13 быуат). Шәжәрәгә ярашлы, Майҡы бейҙең йәйләүҙәре Яйыҡ йылғаһының үрге ағымынан Тубыл һәм Иртыш йылғаларына тиклем һуҙылған. "Сыңғыҙнамәлә"лә билдәләнеүенсә, Майҡы бей Сыңғыҙхан менән (1219 йылдың йәйендә тип фаразлана) осраша һәм унан тамға, оран, ырыу ағасы һәм ҡош символдарын ала. Майҡы бейҙең улдары Сура бейҙән — ҡара-табындар, Иләк бейҙән — ирәктеләр, Солтан бейҙән — көнбайыш табындар башланып киткән, тип әйтелә башҡорт шәжәрәләрендә.
- Уйшын-Ташбуға-Һыра бей-Айҙыр бей-Төмән бей…- уның улы — Уйшын Майҡы бей.
- Майҡы-бейҙең улдары:
- Сура бей (Ҡара Табындар), Илек бей (Ирәкте Ҡара Табындар), Солтан бей (көнбайыш табындары).
Табын башҡорттары шәжәрәһендәге исемдәрҙең ҡараханид хандары исемдәре менән тап килеүе
үҙгәртергәҠараханидтар династияһына нигеҙ һалыусыһы Ҡара-хан була, Ибн аль-Асир һөйләүенсә, ул беренсе булып ислам динен ҡабул иткән. Ҡара-хандың улы Богра-хан була, уның вариҫы Илек-хан — XI быуат башында мәжүси төркиләр араһында ҙур ныҡышмалыҡ менән ислам динен таратыусы. Массауи рәүештә төркиләрҙең Исламды ҡабул итеүе 1043 йылда күҙәтелә, ошо осорҙа 10 000 сатыр күсмә халыҡтары исламды ҡабул итәләр (Ибн аль-Асир) һәм Ҡорбан байрамында 20 000 баш мал салалар (Бартольд, 1964, 290 бит).
Ҡараханидтар исемдәре иҫ киткес канунилыҡ менән ҡара-табындарҙың шәжәрәһендә һаҡланған, шул уҡ ваҡытта ошо төрҙәге сығанаҡтар өсөн ғәҙәти булған хронологик төшөнсәләрҙе бутау барлыҡҡа килгән: һуңғылары һәм шуға күрә үтә сағыу реаль шәхестәр (Майҡы бей) шәжәрә башында булып сыға, ә баштағылары, яртылаш легендар һәм онотолоп бөткәндәре — уларҙың быуындары булып сыҡҡан. Башҡорт ҡара-табын шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең улы — Илек бей, уның вариҫы- Булға (Боғра) йәки Болғаир хан, ә уның улы — Ҡара- Ғәзиз (Ҡара-хан), шәжәрә яҙыусы уны ҡара-табын ырыуына нигеҙ һалыусы, тип һанай (БШ, 165 бит). «Ғәзиз» (изге) эпитеты Ҡара-Ғәзиздең ислам динен ҡабул итеүенә ишара. Оҡшашлыҡты иҫтә тотҡанда, Ибн аль- Асир телгә алған 10 000 сатыр составында табындар булған, сөнки «был төркиләр йәйгеһен болғар ерҙәренә күрше күсмә тормош алып барған, ҡышҡыһын — Баласағун эргәһендә» (Бартольд, 1964, 290 бит).
Шул ваҡытта уҡ, XI быуат уртаһында, табын-усунь берләшмәләренең ҡайһы бер ырыу төркөмдәре «болғар ерҙәренә күрше» территорияла ҡала алған… Ошо уҡ тарих осорона илек аймағы (илек ырыуы) этнонимы ҡалҡа, табындарҙа ул ике тапҡыр күҙәтелә.
— Кузеев Р.Ғ. Башҡорт халҡының сығышы. М., Фән, 1974, 252-265 бит
10 мең сатыр, икенсе һүҙ менән әйткәндә — түмән, табын башҡорттары шәжәрәһендә Түмән Майҡы-бейҙең ата-бабаһы булараҡ иҫкә алына.
1043 йылда ҡараханидтарҙың ун меңлек ғәскәренең ислам динен ҡабул итеүе — табын этнонимына ла ҡағыла, сөнки табын һүҙе төрки телдәрендә Хоҙайға табыныу, ғибәҙәт ҡылыу (намаҙ уҡыу) төшөнсәһен аңлата.
Башҡорт риүәйәттәре
үҙгәртергәҠара-табын шәжәрәһендә Майҡы бей тураһында әйтелә: «…уның исеме Уйшын Майҡы бей»[4]. Майҡы бейҙең бүләсәһе Ҡара-табын бей (икенсе исеме Ҡара — Ғәзиз), ул, йәнәһе, ҡара-табын ырыуы башында торған[5].
Бер башҡорт шәжәрәһендә[6]Майҡы бейҙең ата-бабаһы итеп Түмән бей күрһәтелгән.
Табын башҡорттары риүәйәттәренә һәм шәжәрәләренә ярашлы Майҡы бей Сыңғыҙхандан ил, ҡош (ҡарағош). ағас (ҡарағас), оран (салауат) тамғаларын ҡабул итеп алған[7]. Был риүәйәттең ысын мәғәнәһен Майҡы бейҙең буйһонғандар араһынан булыуын йәки монголдарға баш эйгән һәм баҫып алыусыларҙан элекке өҫтөн хоҡуҡтарына раҫлама алған ялан хужалары булыуын күрһәтеүе ихтимал. Нәҡ ошо турала урта быуат яҙмалар авторының туранан-тура яҙыуы теркәлгән: Майҡы бей «Сынғыҙханға бүләктәрен тапшырғас, уның юлдашы булып китә, Сынғыҙхан менән бергә бер арбала хәрәҡәт итә»[8].
Ҡаҙаҡ шәжәрәләре
үҙгәртергәМайҡы бейҙең ике улы була — Ойсыл һәм Уйсул. Уйсул — ҡаҙаҡтарҙың Оло Жөзөнөң күпселек ҡәбиләләренең ата-бабаһы[9], Ойсыл — Сиргел ҡаҙаҡ ҡәбиләһе ата-бабаһы. Икенсе бер ҡаҙаҡ генеалогияһында Майҡы бейҙең нәҫеленән тип Абаҡ (Аҡһаҡал) һәм Бәхтиәр күрһәтелгән, Абаҡ ысты, шапырашты, ошаҡты, һары уйсунь, албан, дулаты ырыуҙарына нигеҙ һалыусы[10].
Ҡаҙаҡ риүәйәттәре
үҙгәртергәҠаҙаҡ табындарының генеалогияһы Уйсунға йәки Уйсун Майҡы бейгә барып тоташа. Ҡайһы бер ҡаҙаҡ тикшеренеүселәре был этнонимдың килеп сығыуын усундәрҙең табыната-бабаларына йоғонтоһо менән бәйләйҙәр. ХХ быуат башында Г. Н. Потанин тарафынан ҡаҙаҡ табындарынан Сынғыҙханды төмән башы итеп һайлап алыуҙары тураһында риүәйәт яҙып алынған: «Сынғыҙхан бала сағында Алтайҙағы Керулен йылғаһы буйлап ҡасып киткән. Майҡы бей етәкселегендә ун ике бей Сынғыҙханды хан булырға өгөтләү өсөн, уны эҙләп сығалар. Бына уны табалар, арба эшләйҙәр, ун бер бей егелә, ә Майҡы бей хан менән йәнәшә ултыра һәм шулай итеп беренсе бей булып китә»[11].
Кесе Жөз ҡаҙаҡтары шулай уҡ үҙҙәренең генеалогияһын Майҡы бейгә тоташтыралар.
Ҡарағалпаҡ шәжәрәләре
үҙгәртергәҠарағалпаҡ риүәйәттәре
үҙгәртергә1947 йылда К. Л. Задохина Ҡарағалпаҡстандың Ҡуңғырат районында яҙып алған риүәйәтендә Майҡы бей Төмәндең тоҡомонан тиелгән[12].
Ҡумыҡ һәм нуғай шәжәрәләре
үҙгәртергәҠумыҡ һәм нуғай риүәйәттәре
үҙгәртергәН. Ходнев астарҙы төмән ҡумыҡ ырыуының тура нәҫеле тип һанаған. XIX быуаттағы нуғай шәжәрәһе буйынса төмән ҡумыҡ ырыуының һәм нуғай уйсун ырыуының ата-бабаһы бер кеше булған — Майҡы бей.
Төмән
үҙгәртергәМайҡы бейҙең ата-бабаһы Түмәнде Бумын ҡаған менән сағыштырыу бары тик матур легенда. Ысынында, Төмән антропонимы Майҡы бейҙең төмәнгә — 10 мең кешенән торған ғәскәргә — етәкселек иткән әмир булыуын ғына күрһәтә. Тимәк, риүәйәттә төмән хәрби термины Майҡы бейҙең уйлап сығарылған ата-бабаһы исеме менән буталған.
Y-DNA анализы
үҙгәртергәБашҡорттар
үҙгәртергәДНК-тест ҡара-табын, ирәкте, кәлсер-табын, байҡы-суун ырыу старшиналары тоҡомдарын (улар үҙҙәрен 13-се быуатта йәшәгән Майҡы бейҙе уртаҡ ата-баба тип һанай) R1a гаплотөркөмгә ҡарағанын күрһәтте.
Ҡаҙаҡтар
үҙгәртергәДНК-тест ҡайһы бер ҡаҙаҡ табындарының һәм уйсундарҙың С, N1c һәм J2a1 гаплотөркөмдәргә ҡарағанын күрһәтте.
Генетик мәғлүмәттәр нигеҙендә уйсун һәм табын этногенезы
үҙгәртергәБашҡорт табындарының һәм ирәктеләрҙең R1a гаплотөркөмөнә ҡарауы һәм ҡаҙаҡ табындарының һәм уйсундарҙың С3 һәм J2a1 гаплотөркөмдәренә ҡарауы — урта быуаттағы уйсундарҙың төрлө этник составлы булыуын раҫланы. Уйсун ырыуҙарының ҡайһы берҙәре (ҡаратабын, ҡарағалпаҡ) — R1a, башҡа ырыуҙар — һарытабын һәм һарыуйсундар J2 һәм С3 гаплотөркөмдәренә ҡарай. Ошоға оҡшаш бүленеш — ҡара һәм һары ырыуҙар- боронғо түргәштәрҙә лә булған.
Библиография
үҙгәртергә- ↑ Семенов А. А. К вопросу о происхождении и составе узбеков Шейбани-хана. «Материалы по истории таджиков и узбеков Средней Азии», вып. 1. Сталинабад, 1954, С. 21.
- ↑ Гребенкин А.
- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974.
- ↑ Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, Башкнижиздат, 1960, С. 164.
- ↑ Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, Башкнижиздат, 1960, С. 163, 165.
- ↑ Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, Башкнижиздат, 1960, С. 158.
- ↑ Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, Башкнижиздат, 1960, С. 156.
- ↑ Кузеев Р. Г. Башкирские шежере. Уфа, Башкнижиздат, 1960, С. 165.
- ↑ Уйсун (Сарыуйсун).
- ↑ Серикбол Кондыбай. 2014 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ Потанин Г.
- ↑ Задыхина К. Л. Узбеки дельты Аму-Дарьи. ТХАЭЭ, 1952, т.