Терһәк
Терһәк (башҡ. Терһәк) — ҡатай башҡорттары составындағы ҡәбилә.
Ырыу составы
үҙгәртергәЭтник тарихы
үҙгәртергәТерһәктәрҙең килеп сығыу тарихы б.э. тиклем 1-се мең йыллыҡта көнбайышҡа Азия һәм Себерҙән күсенеүсе төркиләштерелгән уғыр халҡы менән бәйле.
Таралыу арауығы
үҙгәртергәТерһәктәр Чусовая йылғаһының үрге ағымы һәм Өфө йылғаһының төньяҡ ҡушылдыҡтары буйлап таралған. Уларҙың төп өлөшө 16-сы быуатта Урал аръяғына күсенеп, Иҫәт йылғаһынан көньяҡтараҡ һалйот ҡәбиләһе ерҙәрендә төпләнә. Хәҙер был ерҙәр Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы һәм Үрге Өпәле ҡала округына ҡарай. Терһәктәрҙең артабанғы яҙмышы Себер ханлығы менән ныҡ бәйләнгән. Был ханлыҡ тарҡалыу сәбәпле, терһәктәрҙең күпселеге себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә. Терһәктәрҙең нәҫелдәре булып Ҡурған өлкәһе Шатрово районының Ҡыҙылбай ауылының себер татарҙары һәм Шадринск районының Байраҡ (Терһәк) һәм Юлдус ауылдары халҡы һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. — С. 160, 165. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.