Арышпар

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл

Арышпар (рус. Арышпарово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 59 кеше [1]

Ауыл
Арышпар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

54°08′05″ с. ш. 57°22′33″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 820 017

ОКТМО коды

80 611 420 136

ГКГН номеры

0518890

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Арышпар (Рәсәй)
Арышпар
Арышпар
Арышпар (Башҡортостан Республикаһы)
Арышпар
Бөтөп барған Арышпар ауылы


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
11013459

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2002 йыл, ауыл халҡы — тик башҡорттар (100%)[4].

Әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан Собханғол ауылы кешеләре заманында Арышпар ауылына нигеҙ һалған. 1834 йылдың 13 мартында 6-сы кантондың кантон начальнигы әмере буйынса, Собханғолдан 12 ғаилә айырылып сыға һәм яңы урынға күсенә.19-сы быуат уртаһында 14 йорт-ихатала 105 кеше йәшәгән.1920 йылдағы халыҡ һанын алыуҙа 44 йорт-ихатала 244 кеше теркәлгән.

Халҡы мал тотоп, ағас эше менән йәшәгән. Май айынан сентябргә тиклем йәйләүҙәрҙә йәшәгәндәр [5]

Хәҙерге ваҡытта ауыл мәктәбе, социаль объекттар ябылыу арҡаһында ауыл бөтә бара

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 110 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инйәр): 28 км

Күренекле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Нефтекама бүлексәһен ойоштороусы (1995), әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр Бөтә башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән миҙалы менән бүләкләнгән.

Фотогалерея

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  5. История деревни Арышпарово http://nailtimler.com/bashkortostan/beloreckiy_rayon/beloreckiy_rayon_aryshparovo.html 2016 йыл 10 октябрь архивланған.]