Фәләстин

Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә

Тәрихи төбәге Фәләстин (Фәләстан) (бор. грек. Παλαιστίνη [Palaistinê][1]; арам. פלשת [Pelešet]; פלשת — Pelešet, йәһ. ארץ פלשת‎, лат. Palaestina[1], ғәр. فلسطين‎ — фәләстыйн[2]) — Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә. Сиктәре яҡынса хәҙерге Ғәззә секторы, Израиль, Голан бейеклектәре, Иордан йылғаһының Көнбайыш яры, Иордания, өлөшләтә Ливан, өлөшләтә Сүриә территорияларын үҙ эсенә алған. Синай ярымутрауы, ҡағиҙә булараҡ, айырым географик зона һанала[3].

Рим, Византия һәм Ислам Фәләстиненең тарихи сиктәре. Боронғо сиктәре йәшел төҫтә, 1922 йылғы сиктәре ҡыҙыл төҫтә.

«Фәләстин», йәғни «Филистия» (йәһ. ארץ פלשת‎, [Э́рец-П(е)ле́шет]) атамаһы хәҙерге Израилдең Урта диңгеҙ яры буйы территорияһында борон замандарҙа йәшәгән пелештиҙәр[4] (йәһ. פלישתים‎, плишти́м, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «баҫҡынсылар») һәм филистиҙәр менән бәйле[5][6].

Географияһы

үҙгәртергә

Тарихи яҡтан Фәләстин түбәндәге географик өлкәләргә бүленә: Яр буйы тигеҙлеге (Урта диңгеҙ буйы), Галилея (төньяғы), Шомрон (урыҫ. Самария; Ҡотдостан төньяҡтараҡ ятҡан урта өлөшө) һәм Йәһүҙиә (Йәрүсәлимде лә индереп, көньяғы), Иордан йылғаһының көнсығыш яры. Библия ла ошо географик төшөнсәләр менән эш итә. Хәҙерге заманда Йәһүҙиә менән Шомрон территорияһын урыҫ телле сығанаҡтарҙа «Иордан йылғаһының Көнбайыш яры» тип атау ҡабул ителгән. Галилея, Шомрон һәм Йәһүҙиә ерҙәре тауҙарҙан, үҙәндәрҙән һәм сүллектәрҙән тора.

Илдең көньяғындағы тауҙар — Йәһүҙиә платоһы, урта төшөндә — Шомрон тауҙары (Гризим, Эйвал), артабан Тавор; диңгеҙ кимәленән 562 м юғары), Кесе Хермон (515 м), Кармәл (551 м), төньяҡта — Хермон (2224 м). Диңгеҙ кимәленән ныҡ түбән булған тәрән уйпаттарҙа Кинерет күле (Тивериада күле; диңгеҙ кимәленән 212 м түбән) һәм Үле диңгеҙ йәйелгән. Үле диңгеҙҙең яр буйы Ер шарындағы иң түбән ҡоро ер булып тора — 2015 йыл аҙағына диңгеҙҙең йөҙө диңгеҙ кимәленән 430 м түбән була һәм йыл һайын яҡынса бер метрға түбәнәйәүен дауам итә.

Боронғо тарих

үҙгәртергә

Фәләстин ере - бөтә диндәр өсөн дә (ислам, насраниәт һәм йәһүдилек) изге ер. Был ергә Ибраһим пәйғәмбәр килә. Ибраһим заманында Ҡотдос менән иевустар идара итә. Аллаһ рәсүле Ибраһим Ер йөҙөндә сәйәхәт итә. Фәләстиндән һуң ул Мысырға китә. Һуңынан ул Фәләстингә ҡайта һәм Хеврон ҡалаһында вафат була. Хәҙер был ҡалала Ибраһим мәсете аҫтында уның ҡәбере урынлашҡан.

Фәләстиндең урыны уникаль, ул яҡынса Африка менән Азия араһында урынлашҡан. Был территория Урта диңгеҙҙең көнсығышында урынлашҡан. Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ул цивилизациялар сатында урынлашҡан. Шуға күрә тарих дауамында уның өсөн аяуһыҙ көрәш алып барыла. Көнсығышҡа юл һалырға теләүселәр Фәләстин һәм дөйөм алғанда Шәм аша үтергә тейеш була. Ибраһим ғәләйһис-сәләмдән һуң Фирғәүендең ҡасып, Муса шунда үҙ дине менән күсеп киткән. Ул шул ергә аяҡ баҫырға ныҡ теләй, әммә бәнү Исраил унда аяҡ баҫырға теләмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә ошо хаҡта әйтә:

  Әй, Муса, улар шунда сағында беҙ нисек ке­рәйек? Раббың менән икегеҙ кереп һуғышығыҙ, беҙ бында көтөп торасаҡбыҙ, - (йәһүдтәр) тинеләр.
 

Шунан һуң 40 йыл дауамында йәһүдтәр Синай сүллеге буйлап йөрөй. Артабан был мөбәрәк ерҙәргә Йүшә ибн Нун (христиан традицияларында Йошуа Навин) баҫа. Унда мәжүсиҙәр булған, уларҙы хәҙер фәләстандар тип атайҙар. Йәһүдтәр уларҙан ҡурҡа. Улар был ерҙең төп халҡы булған. Ибраһим "Хәлил" пәйғәмбәр Фәләстиндың был боронғо ғәрәп ерҙәренә килгәс, ул иевус ҡатын-ҡыҙға өйләнә. Был ҡатын менән биш бала таба. Иевустар һәм ҡынаандар был ерҙәрҙә йәшәгән ғәрәптәр булған. Мәҫәлән, Танахта ҡынаандар тураһында былай тиелә:

  Әммә Раббығыҙ һеҙгә мираҫ итеп биргән был халыҡтарҙың ҡалаларында бер кемде лә тере ҡалдырмағыҙ. Раббың һиңә ҡушҡанса, хеттарҙы, амориҙарҙы, ҡынаандарҙы, ферезейҙарҙы, хивейҙарҙы һәм иевустарҙы ҡырып бөтөр.
Второзаконие, 20:16-18
 

Дәүләткә килгәндә, ул йәһүдтәрҙә булған, әлбиттә. Дөрөҫөрәге, уны кенәзлек (ҡар. Израиль батшалығы) тип атарға була. Ә Сөләймән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм осоронда йәһүдтәрҙең хакимлығы иң ҙур була. Әммә һуңынан улар үҙ-ара һуғыштарға ҡыҫыла. Был осор Хөкөмсөләр дәүере тип атала.

Антиклыҡ

үҙгәртергә

Артабан төбәкте боронғо Әһәмәниҙәр фарсы дәүләте баҫып ала, шунан ул Птолемейҙарҙың һәм Селевкиҙарҙың эллинистик дәүләттәренә инә (беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттарҙа).

Маккавиҙар ихтилалы еңгәндән һуң (беҙҙең эраға тиклем 167—140 йылдар) унда Хасмони батшалығы (Йәһүҙиә) барлыҡҡа килә, ә Йәрүсәлим Помпей тарафынан баҫып алынғас (беҙҙең эраға тиклем 63 йыл), Йәһүҙиә территорияһы Римдың вассалына әйләнә, идумиҙар династияһынан Ирод I батшалыҡ иткәндә ул шул уҡ атама менән йөрөй. Беҙҙең эраның 6 йылында Йәһүҙиә провинцияһы булараҡ Римдың туранан-тура хакимлығы аҫтына индерелә. Римлыларға ҡаршы беҙҙең эраның 132 йылында булған Бар-Кохба ихтилалын баҫтырғандан һуң, римлылар бик күп йәһүдте илдән ҡыуа һәм Йәһүҙиә провинцияһына Фәләстин Сүриәһе тигән исем бирә[7]. Йәһүдтәрҙең төп өлөшө ошо ваҡытта Йәһүҙиәнән Галилеяға күсә[8].

395-614 йылдарҙа Фәләстин Византия провинцияһы була.

614 йылда Фәләстин Фарсия тарафынан баҫып алына һәм Сәсәниҙәр империяһы составына индерелә.

629 йылда Фарсияны еңгәндән һуң византий императоры Ираклий Ҡотдосға инә — Фәләстин ҡабат Византия провинцияһы ителә.

Ғәрәп хакимиәте аҫтында (638—1099)

үҙгәртергә

636 йыл тирәһендә Фәләстинде Византиянан мосолмандар тартып ала[9].

Артабанғы алты быуатта был территория Өмәйәләрҙән[10] Ғәббәсиҙәргә,[11] шунан тәре йөрөтөүселәргә һәм ҡабат мосолмандарға күсә.

Фәләстиндә ғәрәп хакимлығы дүрт осорға бүленә:

  1. Илде яулап алыу һәм үҙләштереү (638—660);
  2. Өмәйәләр династияһы (661—750);
  3. Ғәббәсиҙәр династияһы (750—969);
  4. Фатимиҙар династияһы (969—1099).

Тәре йөрөтөүселәр осоро (1099—1291)

үҙгәртергә

1099 йылда тәре йөрөтөүселәр бында Ҡотдос короллеген нигеҙләй. Ләкин 1187 йылда уҡ Сәләх әд-Дин ибн Әйүп Ҡотдосты яулай. Әммә Өсөнсө Тәре яуы ваҡытында тәре йөрөтөүселәр Аккон (Акко), Ашкелон (урыҫ. Аскалон) һәм башҡа ҡалаларҙы ҡабат үҙенә ҡайтара. Ҡотдос үҙе мосолмандар ҡулында булһа ла, Ҡотдос короллеге тергеҙелә. Аккон баш ҡала ителә.

1260 йылдың йәйендә Фәләстингә монголдар бәреп инә. 1260 йылдың 3 сентябрендә Айн-Ялут эргәһендә алышта уларҙы мысыр мосолмандары — Ҡутуз менән Бейбарс етәкселеге аҫтындағы мәмлүктәр ҡыйрата. Был еңелеү монголдар алдында Төньяҡ Африкаға юлды ябы, ә Мысыр төбәктең иң ҡеүәтле державаһы була. Шунан мәмлүктәр Фәләстиндә тәре йөрөтөүселәр менән һуғыша башлай. 1291 йылдың 18 майында — Аккон, 19 майҙа Тир ҡолай. Сидон — июндә, Бәйрүт 31 июлдә баш һала. Ғосман империяһы дәүеренә тиклем Фәләстин Мысыр хакимлығы аҫтында була.

Ғосман империяһы хакимлығы һәм йәһүд дәүләте булдырыу идеяһы (1516—1917)

үҙгәртергә

1517 йылда Фәләстин территорияһын Сәлим I солтан (1512—1520) етәкселегендәге төрөк ғосмандары баҫып ала. 400 йыл буйы ул бик ҙур Ғосман империяһының бер өлөшө булып тора.

Европалыларҙы йәһүдтәрҙең йәшәү мәсьәләһе борсой, сөнки улар йәмғиәттән изоляциялана һәм үҙ общиналарында (геттоларҙа) йәшәй. Шуға күрә йәһүдтәр һәм улар йәшәгән илдәр араһында конфликттар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 414 йылда патриарх Кирилл йәһүдтәрҙе Искәндәриәнән ҡыуып сығара, 613 йылда король Сисебут бойороғо буйынса уларҙы Испаниянан ҡыуып сығарылалар, 1113 йылда - Рустән Владимир Мономах[12], 1171 йылда - Римдан һәм Болоньянан[13][14], 1182, 1306, 1394 һәм 1615 йылдарҙа - Франциянан[15][16][17], 1552 йылда - Польшаның баш ҡалаһынан, шул уҡ быуатта Иван Грозный йәһүдтәрҙең илдә йәшәүен тыйған указ сығара[18], 1570 йылда - Германиянан, 1290 һәм 1647 йылдарҙа - Англиянан, 1727 һәм 1742 йылдарҙа - Рәсәй империяһынан[19][20].

Йәһүдтәрҙә "вәғәҙә ителгән ергә" күсеп китеү теләге барлыҡҡа килә. Тәүҙә был идея ғына була, әммә сәйәси йәһәттән дәртләндерелә. Ул ике йөҙ йылдан ашыу элек барлыҡҡа килә: Наполеон 1798 йылдың йәйендә Мысырҙы баҫып алғандан һуң, ә киләһе йылдың февралендә үк Фәләстиндә хәрби кампания башлай. 1799 йылдың 22 мартында француз революцияһының төп хәбәрсеһе Париждың Le Moniteur Universel гәзите ҙур мәҡәлә баҫтыра, унда Наполеондың Фәләстиндәге кампанияһы йәһүд дәүләтселеген тергеҙеүгә йүнәлтелгән, йәһүдтәрҙе уның билдәһеҙ авторы "Эрец Исраэльдың законлы вариҫтары" тип атай[21][22]. Һәм бер айҙан һуң Фәләстин һәм Сүриәләге йәһүд общиналарында Наполеон Бонапарт яҙған "Африка һәм Азия йәһүдтәренә мөрәжәғәт" тип аталған листовкалар таратыла. Әммә йәһүд раввиндары был саҡырыуҙы ҡабул итмәй, сөнки уларҙың китаптарында йәһүдтәрҙең Фәләстингә ҡайтыуы уларҙың һәләкәтенә башланғыс һала. Әйткәндәй, йәһүдтәрҙең шундай уҡ фекерҙә булған төркөмдәре лә һаман бар, мәҫәлән, ортодоксаль йәһүдтәре.

1800 йылда Фәләстин халҡы 300 мең кеше тәшкил итә, шуның 5 меңе йәһүд була. Христиандар һаны 25 мең самаһы, ә ҡалғандары мосолман була.

1832 йылда Фәләстин Мысыр вице-короле Мөхәммәт Алиҙың улы хәрби түрә Ибраһим паша тарафынан яулап алына. Мысырҙар уға һигеҙ йыл идара итә (1832—1840). Был хакимдар үҙҙәренең ерҙәрен европеизацияларға теләй, был урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Уларҙың болалары көс менән баҫтырыла. 1838 йылда Мысыр хөкүмәте Англияға Ҡотдоста консуллыҡ асырға рөхсәт итә (быға тиклем Европа дәүләттәренең консуллыҡтары Акка, Хайфа, Яффа кеүек портлы ҡалаларҙа һәм Рамлала ғына була). 20 йылдан Көнбайыштың бөтә эре дәүләттәренең, шул иҫәптән АҠШ-тың да Йәрүсәлимдә консуллыҡтары була. Был консуллыҡтарҙа вазифаларҙың күпселеген йәһүдтәр биләй. XIX быуатта Ҡотдос ҡабаттан мөһим йәһүд үҙәгенә әүерелә.

1841 йылда Фәләстин менән Сүриә яңынан Төркиә контроллеге аҫтына алына[23]. Был мәлгә илдә йәһүдтәр һаны ике тапҡырға артып өлгөргән була, ә христиандар менән мосолмандар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала.

XIX быуат аҙағында Европа илдәре араһында бик күп һуғыштар бара. Был ваҡытта йәһүдтәр әүҙем эш итә башлай һәм илдең лидерҙары араһында сионист проектты алға һөрә. Британия "Фәләстинде өйрәнеү фонды"н ойоштора, уның маҡсаты - төбәктәрҙең исемдәрен үҙгәртеү һәм уларҙы Торала телгә алынғандарына ярашлы өйрәнеү. Улар яңы йәһүд мәҙәниәтен төбәктең исемен үҙгәртеп булдырырға теләй, сөнки шул тиклем оҙаҡ ваҡыт эсендә йәһүдтәр үткән һәм бөгөнгө араһында бәйләнеште юғалтҡан. Бынан һуң Европала сионизмға ҡыҙыҡһыныу арта башлай. Мәҫәлән, 1897 йылда Теодор Герцль етәкселегендә беренсе Бөтә донъя сионист конгресы ойошторола. Йәһүдтәрҙең Фәләстин ерен бирергә тигән тәҡдименә төрөк солтаны Әбделхәмит II былай тип яуап бирә: "Мин Фәләстин еренең бер ҡарыш өлөшөн дә бирә алмайым. Фәләстин минең түгел, ә бөтә Ислам өммәтҡә ҡарай. Йәһүдтәр үҙҙәренең миллиондарын һаҡлап ҡала алһын".

1908—1909 йылдарҙа сионистар йәш төрөктәр ярҙамында солтанды ҡолатыуҙы ойоштора. Әммә улар уңышҡа өлгәшә алмай. Әбделхәмит II йәһүдтәрҙең Ҡотдосға иммиграцияһын тыйған[24], ләкин йәш төрөктәр власҡа килгәс, улар был тыйыуҙы юҡҡа сығарған. Йәш төрөктәр йәһүдтәрҙең Европа дәүләттәренә бәйләнеше барлығын һәм айырым статус алырға теләүҙәрен аңлай. Үҙенең "Йәһүд дәүләте" китабында Герцль, был дәүләтте урынлаштырыу варианттарын тикшергәндә, өҫтәмә исемдә: "Аргентина йәки Фәләстин" тип яҙа[25]. Фәләстинде телгә алып, ул ғәрәп ерҙәрендә дәүләт булдырыу сәбәптәре араһында йәһүд дәүләте Көнбайыш менән мосолман илдәрен тоташтырыусы күпер буласағын телгә ала. Тимәк, Көнбайыш был төбәктә йоғонто яһай, мосолман илдәренең эшенә ҡыҫыла һәм төбәктә тотороҡһоҙлоҡ тыуҙыра. Әлеге ваҡытта был Израилдең төбәктә роле.

XIX быуат аҙағынан Фәләстингә йәһүдтәрҙе төпләндереү буйынса ҙур күләмле сара башлана.

Беренсе алия тип аталған тәүге йәһүд тулҡыны (йәһ. עלייה‎) 1881 йылда башлана, ул саҡта йәһүдтәр Көнсығыш Европалағы ҡыйралыштарҙан ҡаса[26].

XX быуат башына илдә яҡынса 450 мең ғәрәп һәм 50 мең йәһүд була[27].

Икенсе алияға (1904—1914) Кишинев ҡыйралышы сәбәпсе була. 40 меңләп йәһүд Фәләстингә килеп төпләнә.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, был ерҙәрҙәге кешеләр Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында сағыштырмаса тыныс йәшәй. Ғосман империяһы был һуғышта еңелә. Британия ғәрәптәргә дәүләт төҙөргә вәғәҙә итә, уларҙың һүҙҙәре буйынса, "төрөк оккупацияһынан азат итеү өсөн". Һуңынан Хөсәйен ибн Али (Мәккә шерифы) менән Генри Макмагон (британ офицеры) араһында хат алышыуҙар була.

 
Ҡотдосға Алленбиҙың инеүе

Артабан Британия, Франция һәм Рәсәй империяһы араһында ғосман мираҫын бүлеү тураһында Сайкс — Пико килешеүе була[28][29]. Ләкин 1917 йылғы революциянан һуң, Рәсәй был килешеүҙән сыға[30]. Британия һәм ғосман ғәскәрҙәре араһындағы һуғыштар һөҙөмтәһендә Британия еңеү яулай. Британия өсөн инглиздәр, ғәрәптәр, һиндтар, австралийҙар һәм йәһүдтәр һуғыша. Ғосман дәүләте тарҡала[31].

Британия мандаты

үҙгәртергә
 
Фәләстиндә Британия мандаты территорияһы

1917 йылдың 2 ноябрендә, британ ғәскәрҙәре Ғәззәне алырға маташҡанда, Бальфур декларацияһы була. Был декларация буйынса, Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры йәһүдтәргә Фәләстиндә милли усаҡ булдырырға вәғәҙә бирә.[32] 1922 йылда, ике йыл элек Санремола үткән конференциянан һуң, Беренсе донъя һуғышында еңеүсе илдәрҙе үҙ эсенә алған Милләттәр Лигаһы Фәләстин һәм Иордания ерҙәрен Британия мандаты аҫтына тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.[33] Мосолмандар һәм христиандар берләп йәһүд иммигранттарына һәм британ колонизаторҙарына ҡаршы көрәш башлай. Шулай итеп, 1920 йылдан башлап, Фәләстиндә халыҡ ихтилалдары башлана, уларҙың ҡайһы берҙәре: Пәйғәмбәр Муса байрамы ихтилалы (1920), Яффалағы тәртипһеҙлектәр (1921), Әл-Бураҡ ихтилалы.

1919—1923 йылдарҙа Өсөнсө алия ваҡытында Фәләстингә Көнсығыш Европанан 40 мең йәһүд килә[34].

Фәләстин ихтилалдары аҙ уңыш килтерә һәм Яффалағы болалар арҡаһында Британия йәһүдтәрҙең миграцияһын сикләй. Сионисттарға бирелергә тейешле ерҙәр Трансиорданияға күсә[35], унда йәһүдтәргә урынлашыу тыйыла[36].

1924—1929 йылдарҙа Польша һәм Венгрияла антисемитсыл хәрәкәт көсәйеү арҡаһында Дүртенсе алия Фәләстингә 82 мең йәһүд күсеп килә. Һуңынан был тулҡын менән килгәндәрҙең 23 меңе кире китә[34].

1930-сы йылдарҙа Германияла көсәйгән нацизм Бишенсе алияға сәбәп була[37]. Был алия һәм шәйех әл-Ҡассамдың үлеме 1935 йылда Бөйөк Ғәрәп ихтилалы (1936—1939) башланыуға килтерә. Ул саҡта халыҡ хәрәкәте менән Юғары ғәрәп комитеты етәкселек итә мөфтөй Әмин әл-Хөсәйни. Был Фәләстиндең ҙур өлөшөн биләгән дини төҫтәге ихтилал була. Ихтилал алты айға һуҙылған фәләстиндәрҙең дөйөм забастовкаһына әйләнә. Икенсе донъя һуғышы яҡынлаша һәм Британия был төбәкте тотороҡландырыу өсөн ғәрәптәргә вәғәҙәләр бирә башлай. 1939 йылда Британия "Аҡ китап" сығара, ул йәһүдтәрҙең Фәләстингә иммиграцияһын ғәмәлдә туҡтата.[38] Фәләстиндең Британияға ҡаршы ихтилалы баҫтырылғандан һуң, уның күп кенә ҡатнашыусылары Ираҡта һыйыныу урыны таба, һуңынан бында ихтилалсыларҙың лидеры, Бәйт әл-Мәҡдистың элекке мөфтөйө Әмин әл-Хөсәйни күсә, уны британдар ҡулға алырға маташа.

Икенсе донъя һуғышы башлана. Нацистик Германия Францияны һәм Британияны баҫып ала[39]. Әл-Хөсәйни ғәрәп массаларын күтәрергә тырыша[40]. 1941 йылда Ираҡта хәрби түңкәрелеш була, ул барыбер уңышһыҙ тамамлана[41]. Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағында йәһүдтәр менән Британия араһында ҡаршылыҡ башлана. Бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң, белеүебеҙсә, АҠШ һәм СССР етәкселегендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырыла[42]. Бөйөк державалар алмашына, Британия көсһөҙләнә[43].

Инглиздәр менән һуғышта Эцель (Иргун) мөһим роль уйнай. Башта Эцель үҙенең командиры Давид Разиэль һәм унан айырылған Авраам (Яир) Штерн төркөмө менән ғәрәптәр менән һуғыша. Әммә 1944 йылдың башында ул инглиздәр менән һуғыш башлай. Штерндың фекерҙәше Арье Коцер, Авраамдың һүҙҙәрен килтереп, былай тип яҙа: «Миңә ап-асыҡ: әгәр беҙ Германия менән килешеүгә килмәһәк, Европа йәһүдтәре юҡ ителәсәк. Һәм бер тапҡыр һәм мәңгегә үҙебеҙ өсөн асыҡларға тейешбеҙ: беҙҙең дошманыбыҙ кем? Йәки кем беҙҙең дошмандарыбыҙ? Һуғыштан үҙебеҙгә ниндәй файҙа алабыҙ, һәм беҙҙең ил өсөн бойондороҡһоҙлоҡ яулау һәм халҡыбыҙҙы ҡотҡарыу өсөн, беҙҙең дошмандарыбыҙҙың ҡайһыһына ҡаршы көрәшергә кәрәк, хәҙер Европала булған бөтә миллион йәһүдтәрҙе? Минең өсөн беҙҙең дошманыбыҙ Бөйөк Британия булыуы асыҡ. Британия миллионлаған ҡәрҙәштәрен ҡотҡара алыр ине! Әммә шул уҡ ваҡытта ул уларҙы ҡотҡара алмауы ла асыҡ! Киреһенсә, ул уларҙы юҡ итеү менән ҡыҙыҡһына. Ул уны ғәрәптәрҙең илендә хакимлыҡ урынлаштырыу өсөн, уның ҡулында тыңлаусан ҡорал булыр өсөн кәрәк. Союздаш державаларға ярҙам итеүебеҙҙең файҙаһы бик аҙ. Ә беҙҙең өсөн ул ябай нулгә тиң. Шуға күрә бер генә нәмә ҡала: немецтар менән Европа йәһүдтәрен ҡотҡарыу тураһында килешеү. Немецтар Европаны йәһүдтәрҙән таҙарта ала, уларҙы бында, Эрец-Исраэльгә, оҙата ала. Һәм Германия, әгәр беҙ инглиздәргә ҡаршы һуғыш башлаһаҡ, шундай вариантты ҡабул итә ала»[44][45].

Британия мандаты тамамланғас, йәһүдтәрҙең ерҙәренең бик аҙ өлөшө була (10 проценттан кәм)[46], йәһүдтәрҙең инглиздәр идараһы осорондағы бөтә өҫтөнлөктәргә ҡарамаҫтан, территорияларҙың күпселеге һаман да ғәрәптәрҙеке була.

Артабанғы ваҡиғалар

үҙгәртергә
 
Фәләстинде бүлеү буйынса БМО планы картаһы, Ҡыҙғылт һары - ғәрәп ере, фирүзә - йәһүд ере.

1947 йылда Британия хөкүмәте Фәләстин мандатынан баш тарта. Быны йәһүдтәр һәм ғәрәптәр мәсьәләһен хәл итеү юлын таба алмауы менән аңлата[47].

Мандат тамамланыуға тиклем бер аҙ ваҡыт ҡалғас ойошторолған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 1947 йылдың 29 ноябрендә үҙенең Генераль Ассамблеяһының Икенсе сессияһында Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеү планы тураһында 181-се Резолюцияны ҡабул итә[48][49][50]. Был план Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеүҙе күҙҙә тота. Резолюцияға ярашлы, Израиль Фәләстин ерҙәренең яртыһынан ашыуын ала[46]. Ҡотдос БМО идараһы аҫтындағы халыҡ-ара ҡала тип иғлан ителә.

«Ишув» (Израилдә йәшәгән йәһүдтәр) был план менән ризалаша[51], ә Ғәрәп дәүләттәре лигаһы һәм мандат аҫтындағы Фәләстиндең Юғарғы ғәрәп комитеты уны инҡар итә[52].

Израилде төҙөү

үҙгәртергә

1948 йылдың 14 майында Фәләстин территорияһында Израиль дәүләте иғлан ителә[53].

Был хәл икенсе көнөнә 7 ғәрәп дәүләте (Мысыр, Сүриә, Ливан, Трансиордания, Сәғүд Ғәрәбстаны, Ираҡ һәм Йәмән) Израилгә һөжүм итеүенә килтерә. Шулай итеп, беренсе ғәрәп-израиль һуғышы башлана[54].

 
Йәһүд (аҡ төҫ) һәм ғәрәп (йәшел) дәүләттәренең сиктәренең күләме 58 йыл дауамында нисек үҙгәрә.

Бер йыл дауам иткән хәрби хәрәкәттәрҙән һуң солох иғлан ителә һәм «Йәшел һыҙыҡ» тип аталған ваҡытлы сик билдәләнә. Трансиордания һуңынан Көнбайыш яр буйы һәм Көнсығыш Йәрүсәлим тип аталасаҡ территорияларҙы аннексиялай, ә Ғәззә секторы Мысыр контроле аҫтында ҡала.

Элекке мандат аҫты территорияһында ғәрәп дәүләте төҙөлмәй.

1960—2010-сы йылдарҙа ғәрәп дәүләтен төҙөү өсөн көрәш

үҙгәртергә

1964 йылда беренсе фәләстин ойошмаһы, Фәләстин милли азатлыҡ хәрәкәте, ФАТХ барлыҡҡа килә, уны Ясир Арафат етәкләй. Ғәрәп илдәре 1967 йылдың авгусында Хартумдағы саммитта «өс „юҡ“» тип йөрөтөлгән ҡарарҙы ҡабул итә: Израиль менән тыныслыҡҡа — юҡ, Израилде таныуға — юҡ, уның менән һөйләшеүҙәр үткәреүгә — юҡ[55].

1967 йылда Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә ғәрәп илдәре Израилдән еңелә. Йәһүдтәр ни бары алты көн эсендә Синайҙы, Көнбайыш ярҙы һәм Голлан бейеклектәрҙе оккупациялай[56].

Бер йылдан һуң Караме өсөн алыш була. ФАТХ йәһүд көстәрен еңә. Фәләстинде азат итеү ойошмаһы Иорданиялағы Караме ҡасабаһына йәһүдтәргә инергә рөхсәт бирмәгән ополчение отрядынан тора. БМО Именлек советы Израилде Иорданияға һөжүм итеүе өсөн ғәйепләй.

1973 йылда Сүәйс каналын азат итеү һуғышы була. Һөҙөмтәлә, Мысыр президенты Әнүәр Саҙат Израиль менән союз килешеүенә ҡул ҡуя, һәм Мысыр ғәрәп-йәһүд һуғышынан сыға.

1987 йылда беренсе интифада башлана. Был фәләстин ихтилалы ХӘМӘС ислам хәрәкәтәне тыуҙыра. Бер нисә көндән һуң ХӘМӘС Ғәззә һәм Көнбайыш Яр буйында Израилдең оккупацион көстәренә ҡаршы көрәшергә саҡырып листовкалар тарата[57][58][59]. Был интифада биш йылдан һуң Осло килешеүе менән тамамлана. ХӘМӘС был килешеүҙе ҡабул итмәй, сөнки интифаданы дауам итергә теләй.

1993 йылда Фәләстинде азат итеү ойошмаһы БМО Именлек советының 242-се һәм 338-се резолюцияларын рәсми таный һәм Израилгә ҡаршы көрәште туҡтатыуы тураһында белдерә[60][61]. Һөҙөмтәлә 1994 йылда Фәләстин милли хакимиәте ойошторола.

Исраиллылар Ясир Арафатты, уның Рамаллаһтағы резиденцияһына танкынан снаряд ебәреп, юҡ итергә маташа. Уның һүҙҙәренсә, ул был ваҡытта түбәндә булған һәм осраҡлы ғына ҡотолған. Ясир, мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү мөмкин түгеллеген аңлап, тағы ла бер интифаданы ҡуҙғата. Һөҙөмтәлә, 2004 йылда Ясир полоний-210 менән ағыуланып вафат булған.

2006 йылдың 25 ғинуарында Фәләстан закондар сығарыу советына Ғәззә секторы территорияһындағы тәүге демократик һайлауҙарҙа ХӘМӘС хәрәкәте еңеү яулай, 133 урындың 73-өн ала. 2006 йылдың мартында ХӘМӘС тарафынан ойошторолған Исмәғил Хәниә етәкселегендәге хөкүмәт ант итә. Демократик һайлау булыуға ҡарамаҫтан, Израиль Фәләстин дәүләтен иҡтисади блокадаға дусар итә[62][63]. Был блокада бөгөнгө көнгә лә тиклем өҙлөкһөҙ дауам итә[64][65][66].

 
Израиль полицияһы Әл-Аҡса мәсетендә намаҙ уҡыған мосолмандарҙы бәйләне (2023 йылдың апреле).

2012 йылдың 29 ноябрендә БМО Генераль ассамблеяһындағы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса (138 «ыңғай», 9 «ҡаршы», 41 ил тауыш биреүҙән тыйылып тора) Ассамблея «Фәләстингә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эргәһендә уның ағзаһы булмаған күҙәтеүсе дәүләт статусын бирә»[67][68][69].

2023 йылдың 5 апрелендә Израиль полицияһы Әл-Акса мәсетендә рейд үткәрә һәм 100-ҙән ашыу кешене яралай. ХӘМӘС етәкселеге һөжүмде Израилдең Ҡотдосдағы Храм тауында урынлашҡан Исламдың изге урыны - Әл-Аҡса мәсетендә "ҡыҙыл һыҙаттарҙы" күп тапҡыр боҙоуына яуап тип белдерә[70]. 2023 йылдың 7 октябрендә ХӘМӘС «Туфан Әл-Аҡса» операцияһының башланыуы тураһында иғлан итә[71][72][73]. Шулай, 2024 йылда Фәләстинде таныған 138 илгә тағы ла 8 ил өҫтәлә[74][75].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Origins of the Name «Palestine»
  2. Ғәрәп илдәренең географик атамаларын картаға күсереү буйынса инструкция. — М.: Наука, 1966. — 26 бит.
  3. Palestine Definition 2017 йыл 5 август архивланған. (инг.)(инг.)
  4. Ханаанға баҫып ингән семит булмаған халыҡ, моғайын, Крит утрауынан булғандыр.
  5. йәһ. 14278
  6. Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Географический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  7. Израиль. Земля Израиля (Эрец-Исраэль). Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  8. Palestine: History (ингл.). The Online Encyclopedia of the Roman Provinces. The University of South Dakota (22 февраль 2007). Дата обращения: 5 июль 2007. Архивировано 21 июнь 2000 года.(инг.). The Online Encyclopedia of the Roman Provinces. The University of South Dakota (22-02-2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 июнь 2000. 5 июля 2007 тикшерелгән.
  9. Ancient Palestine (ингл.). Майкрософт (2007). Дата обращения: 30 сентябрь 2007. 2008 йыл 5 апрель архивланған.(инг.). Майкрософт (2007). 30 сентября 2007 тикшерелгән.
  10. Palestine: The Rise of Islam (ингл.) (2007). Дата обращения: 19 сентябрь 2007.(инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.
  11. Palestine: 'Abbasid rule (ингл.) (2007). Дата обращения: 19 сентябрь 2007.(инг.) (2007). 19 сентября 2007 тикшерелгән.
  12. Йәһүдтәрҙе Киев Русынан ҡыуыу - cyclowiki (рус.)
  13. Тиберий ваҡытында йәһүдтәрҙе Римдан ҡыуыу - Elmer Truesdell Merrill (инг.)
  14. Италия йәһүдтәренең ҡыҫҡаса тарихы (инг.)
  15. Францияла йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү - Eng wiki (инг.)
  16. Францияла йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү (1306) - BBC News (инг.)
  17. Францияла йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү - Encyclopedia.com (инг.)
  18. Рус йәһүдтәрҙең тарихы (ғәр.)
  19. Йәһүдтәр Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа: ваҡиғалар хронологияһы: 1727 - 1 ғинуар 1992 - Research Directorate, Immigration and REfugee Board (инг.)
  20. Йәһүдтәр нисек Рәсәй империяһынан ҡыуыла (инг.)
  21. Наполеон йәһүд дәүләтен нисек тиерлек булдырған - Леонид Мәрмүр (рус.)
  22. 1799 йыл: Наполеон ғибәҙәтхананы һәм Израилде тергеҙеүҙе вәғәҙә итә - Йәков Кротов (рус.)
  23. Сүриә һәм Фәләстыйн - тарихи һәм сәйәси яҡтан төрөк хөкүмәте аҫтында - К. М. Базили (рус.)
  24. Палестинаны йәһүд колонизацияһы мәсьәләһе Ғосман империяһы сәйәсәтендә XIX быуат аҙағында – XX быуат башында – Дәдәева Софья Александр ҡыҙы (рус.)
  25. Теодор Герцль. Йәһүд дәүләте (рус.)
  26. 40 тысяч The source provides information on the First, Second, Third, Fourth, and Fifth Aliyot in their respective articles. The White Paper leading to Aliyah Bet is discussed here.
  27. Любарский Г. А. 1900. Палестина: Её настоящее и будущие(недоступная ссылка)
  28. Сайкс – Пико килешеүе 1916 - Ҙур рус энциклопедияһы (рус.)
  29. Сәйкс-Пико: йөҙ йылдан һуң - Middle East Eye (инг.)
  30. Рәсәйҙе Сайкс-Пико килешеүенә ҡушырға кәрәкме? - РСМД (рус.)
  31. Ғосман империяһының ҡолауы: Яҡын Көнсығыштағы Беренсе донъя һуғышы, 1914 – 1920 - ЮДЖИН РОГАН
  32. Бальфур декларацияһының тулы тексы - ISRAEL HISTORY (инг.)
  33. A Broken Trust: Herbert Samuel, Zionism and the Palestinians (инг.)
  34. 34,0 34,1 Израиль дәүләте. Алия. Электрон йәһүд энциклопедияһы (рус.)
  35. Liebreich 2005, p. 34
  36. 15544 Государство Израиль. Израиль и палестинская проблема, p. 40–1
  37. Исраилгә иммиграция: Бишенсе алия (1929 - 1939) - Йәһүд виртуаль китапханаһы (инг.)
  38. Инглиз "Аҡ китабы" (17 май, 1939 йыл) - Телушкин Джозеф. (рус.)
  39. "Француз фронтиерҙары һәм партизандары немец-фашист оккупанттарына ҡаршы көрәштә" китабы. Автор: Тийон Шарль (рус.)
  40. Бөйөк мөфтөй мираҫы - Млечин Леонид Михайлович: "1941 йылдың 9 майында бөйөк мөфтөй фетва сығара, Ирактағы ихтилалды инглиздәргә һәм йәһүдтәргә ҡаршы джихад башланыуы тип иғлан итә. Ул немецтарҙан ярҙам алырға иҫәп тота".
  41. 1941 йылдың 1 апрелендә Ирактағы түңкәрелеш һәм утыҙ көнлөк һуғыш - Либмонстр (рус.)
  42. Бөтә илдәрҙең һөйләшеүселәре. БМО тарихы факттарҙа һәм легендаларҙарәсәй дәүләт федераль мәғлүмәт агентлығы ТАСС.
  43. Бөйөк Британия Икенсе донъя һуғышынан һуң. Европа һәм Америка илдәренең яңы тарихы. XX быуат
  44. 1938-1948 йылдарҙағы инглиз-йәһүд һуғышы - Андрей Зелев (рус.)
  45. Йәһүдтәрҙең Германияға хыянат итеүе һәм Икенсе донъя һуғышының сәбәбе - The Unz Review (инг.)
  46. 46,0 46,1 75 йыл элек БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Израилде булдырыу тураһында резолюция ҡабул итә. Фәләстин-израиль конфликтын тамамларға ваҡыт түгелме?: "Әммә ғәрәп донъяһының асыуын аңлау еңел: БМО резолюцияһы фәләстиндәргә ҡарата ғәҙелһеҙ була. Мәҫәлән, БМО планына ярашлы, Израиль Фәләстин ерҙәренең яртыһынан ашыуын (55 проценттан ашыуын) ала - бынан алда йәһүдтәр был территорияларҙың бик бәләкәй өлөшөн (10 проценттан кәмерәк) контролдә тотһа ла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: йәһүд дәүләте фәләстиндәргә ҡарағанда күпкә уңдырышлыраҡ ергә эйә була".
  47. Abba Solomon Eban. Personal witness: Israel through my eyes. — Putnam, 1992. — P. 446. — 691 p. — ISBN 0399135898.
  48. БМО Генераль Ассамблеяһының 181/ІІ-се резолюцияһы. 2003 йылдың 17 декабрҙә архивланған (рус.)
  49. Донъя илдәре. Ҡыҫҡаса сәйәси-иҡтисади белешмәлек — М.: Политиздат. — 1989. — 496 бит.
  50. БМО-ның Генераль Ассамблеяһының A/RES/181 (II) Резолюцияһы (ғәрәпсә, русса, ҡытайса һәм инглизса(ғәр.) (рус.) (ҡыт.) (инг.)
  51. History: Foreign Domination. Israel Ministry of Foreign Affairs (1 октябрь 2006). Дата обращения: 6 июль 2007.
  52. Bregman 2002, p. 40–1
  53. Part 3: Partition, War and Independence. The Mideast: A Century of Conflict. National Public Radio (2 октябрь 2002). Дата обращения: 13 июль 2007.
  54. Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Нетаниягу огласил условия создания палестинского государства 2012 йыл 3 декабрь архивланған.. cursorinfo.co.il (29 ноября 2012). 2 декабрь 2012 тикшерелгән.
  55. Abba Solomon Eban. Personal witness: Israel through my eyes. — Putnam, 1992. — P. 446. — 691 p. — ISBN 0399135898.
  56. Бәләкәй һәм яҙмышлы: Алты көнлөк һуғыш Яҡын Көнсығыш картаһын нисек үҙгәртә — RT урыҫса
  57. ХӘМӘС туҡтатылған. Фәләстин ҡаршылығын күтәреү һәм тынысландырыу - Тариҡ Бәйкони Архивланған 16.01.2024 (инг.)
  58. Зек Бошамп. Был ниндәй интифадалар булған?. Vox (2018 йылдың 14 майы) 2024 йылдың 10 ғинуарында архивланған (инг.)
  59. ХАМАС нисек Исраилдең төп дошманы булып китә - Le Monde.
  60. История арабо-израильского конфликта. Справка 2014 йыл 12 июль архивланған.. jewish.in.ua.
  61. Kim Murphy. Israel and PLO, in Historic Bid for Peace, Agree to Mutual Recognition. // Los Angeles Times. — September 10, 1993.
  62. http://www.kremlin.ru/news/7714 Архивланған версиһы Рәсәй Президентының Сүриәгә сәфәре тамамланғандан һуң Дмитрий Медведев һәм Сүриә Президенты Бәшәр Әсәд ХӘМӘС политбюроһы башлығы Халед Машаал менән осрашты.
  63. БМО-ның Генераль секретары Израилде Газа секторын блокаданан сығарырға саҡырҙы (архивланған) (рус.)
  64. Израиль Ғәззә блокадаһын йомшартырға мәжбүр булды. ТРТ Рәшен
  65. Израиль Ғаззаны тулыһынса блокадалауын иғлан итә — Al Jazeera (инг.)
  66. Ғәзза: бер кемгә лә файҙа килтермәгән 15 йыллыҡ емереүсе блокада — Middle East Eye (инг.)
  67. Генеральная Ассамблея ООН 138 голосами «за» предоставила Палестине статус государства-наблюдателя при ООН, не являющегося её членом. ООН (29 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 ноябрь 2012.
  68. Генассамблея ООН повысила статус Палестинской автономии 2014 йыл 31 октябрь архивланған.. Euronews, 29.11.2012.
  69. Палестина признана государством-наблюдателем ООН, РИА Новости (30 ноября 2012 года).
  70. Израилдәге һуғыштың өс ысын сәбәбе: ХӘМАС ғәрәп донъяһын уятырға ҡарар итә — Комсомольская правда (рус.)
  71. ХАМӘС Израилгә ҡаршы хәрби ғәмәлдәр башланыуы тураһында иғлан итә РБК Яңылыҡтар (рус.)
  72. "Һәмәс" Израильға ҡаршы операция башланыуы тураһында иғлан итә Коммерсантъ (рус.)
  73. Туфан Әль-Аҡса Көнбайыш Азия геостратегик архитектураһын тетрәндерҙе — Махеш Сачдев, Ҙе Һиндү (9 октябрь 2023) (инг.)
  74. Фәләстинде таныған илдәр — ТАСС (рус.)
  75. Фәләстин дәүләтен таныу. Инфографика (рус.)
  • Густерин П. В.: Города Арабского Востока, 2007 йыл
  • Густерин П. Н. А. Медников и его роль в истории арабистики // Православный Палестинский сборник. — Вып. 107. — М., 2011
  • Еврейские культуры: новый взгляд на историю: Сб. / Под ред. Давида Биля. — М.: Книжники, 2013. — 352 бит — Серия «История евреев». — ISBN 978-5-7516-1131-1
  • Надежда Кеворкова: Палестина. Сопротивление // Издательство "Садра", 2013 йыл (рус.)
  • Циркин Ю. Б.: История библейских стран // ООО «АСТ», Астрель, Транзиткнига, 2003, Серия «Классическая мысль», 576-сы бит (инг.)
  • E. W. G. Masterman Dress and Personal Adornment in Modern Palestine // The Biblical World, Vol. 18, No. 3 (Sep., 1901), pp. 167—175 (инг.)
  • Ten Myths about Israel // Ilan Pappe / Verso Books, 2017 year

Һылтанмалар

үҙгәртергә