Оло Инйәр

Белорет районы

Оло Инйәр, Инйәр — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы биләмәһенән аҡҡан йылға. Кесе Инйәр менән ҡушылып, улар Инйәр йылғаһы атамаһы менән дауам итә һәм Эҫем йылғаһына барып ҡоя. Энциклопедияларҙа Оло Инйәр Инйәр йылғаһының ҡушылдығы түгел, ә йылғаның башы тип һанала[1]

Оло Инйәр
Характеристика
Оҙонлоғо 165 км
Һыу ағымы
Тамағы Кесе Инйәр
 · Координаталар 54°01′48″ с. ш. 57°56′33″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
Район Белорет районы
РДҺР 10010200612111100019478
Оло Инйәр Викимилектә

Оло Инйәр йылғаһы Көмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүенән, Ямантауҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 13 — 15 км алыҫлыҡта баш ала. Йылға инешенең абсолют бейеклеге 840 м, тамағындағы бейеклек 90 м самаһында, уртаса ауышлығы 2,46 м/км. Йылғаның ағым тиҙлеге Кесе Инйәр килеп ҡойғансы һәм ҡойғас ике участкаға айырыла.

Йылғаның беренсе арауығы (участкаһы) тауҙарҙа тар ғына үҙән буйлап уҙа. Был өлөшөндә Оло Инйәр тулыһынса тау йылғалары сифатына тап килә, ныҡ ауышып һәм ҙур тиҙлек менән аға. Был арауығында йылға йырҙаһы киңлеге 20 — 40 м, ятыуҙарҙа тәрәнлеге 1 −1,3 метрҙан артыҡ түгел[2]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Төрки һәм монгол телдәрендәге инйәр/ингәр, ангар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ангар — `тау араһы, тарлауыҡ, үҙән`[3]. Оло Инйәр атамаһы ҡушылдығы Кесе Инйәрҙән оҙонораҡ булыуы арҡаһында бирелгән.

Фоторәсемдәре

үҙгәртергә

Кесе Инйәргә тиклем ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Беренсе бағана — атамалары; икенсе — ҡушылған яҡ; өсөнсө -км

Урмансы кордоны — — уң яҡтан — — 12

Ҡуянтау — уң яҡтан — 13

Ҡалпаҡ — уң яҡтан — 21

Ҡапҡалы — уң яҡтан — 30

Йыраҡташ — уң яҡтан — 37

Әрепҡол тарлауығы — уң яҡтан — 45

Көҙйылға — уң яҡтан — 46

Ғәҙелша тарлауығы — уң яҡтан — 50

Мәйгәшле — уң яҡтан — 51

Тимер юл күпере — 62

Кәртәле ауылы — һул яҡтан — 64

Юша- һул яҡтан — 67 мост

Тимер юл 69

Һүренйәк — һул яҡтан — 69

Кәртәле Запане ҡасабаһы — уң яҡтан — 71

Лапышты — уң яҡтан — 78

Һүрән — һул яҡтан — 87

Ҡоро Һүрән — һул яҡтан — 91

Ҡасҡанышты — һул яҡтан — 93

Минйәк — уң яҡтан — 97

Ҡалашты — һул яҡтан — 108

Ҡалашты утары — һул яҡтан — 108

Митәҙе — уң яҡтан — 110

Ҡуҫағаҙы — һул яҡтан — 110,5

Һарышты — һул яҡтан — 111

Көнгәк — уң яҡтан — 113

Ҡояш — һул яҡтан — 116

Ҡаҙмаш — һул яҡтан — 119

Ҡыҙылъяр — һул яҡтан — 125

Йәнбикә (йылға) — һул яҡтан — 128

Ямашты — уң яҡтан — 131

фр. Ямаштыһы — һул яҡтан — 132

Рәмәште — һул яҡтан — 135

Рәмәште тарлауығы — һул яҡтан — 135

Толомбай — һул яҡтан — 145

Менәйер — һул яҡтан — 153

күпер 156,5

Өшөрә — һул яҡтан — 156,5

Уҫманғәле ауылы — һул яҡтан — 157

Инйәр ҡасабаһы — уң яҡтан — 162

Кесе Инйәр — уң яҡтан — 165

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Аҫылғужа Баһуманов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
  • Гүзәл Ситдиҡова. Үҙ Ҡояшым, Үҙ Айым. «Егет юлда һыналыр» бүлеге — Өфө, 2002. −187-190 биттәр

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Река Большой Инзер [1]
  • Река Инзер [2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Инзер (река в Башкирской АССР) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. [3]
  3. (Русско-башкирский словарь водных объектов РБ / Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З. — Уфа, 2005.).