Ҡалмаҡ — төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ҡатай ҡәбиләләр берләшмәһенә ингән ырыу. «Ҡалмаҡ» (хальмг) этнонимы төрөк теленән алынған, «өлөш», «ҡалдыҡ» тигәнде аңлата.

Ҡалмаҡ
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Сафакүл һәм Щучье райондары

Тел

башҡорт теленең көнсығыш диалекты

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Ҡалмаҡ ырыуы — ислам динен ҡабул иткән монгол-ойраттарҙан айырылып ҡалған төркөм.

Ҡалмаҡ ырыу аралары( аймаҡтары) буран, буранәғараҡ, дүрнәй, ҡара — ҡалмаҡ, ҡарашҡаҡ, ҡатай, ҡашҡа, ҡулаҡ, ҡужаҡ, күскилде, симкә, түрәле, айүкә-ҡалмаҡ

Башҡорт ғалимы Р. Ғ. Кузеев этнографик төркөмдәр классификацияһына ярашлы ҡатай ҡәбиләләр берләшмәһенә ҡатай, һалйот, бәкәтин, һеңрән, терһәк, ҡалмаҡ, башҡорт казактары ырыуҙары инә, тип һанай.

Ырыу араһы булараҡ ҡалмаҡ шулай уҡ һыҙғы, ҡошсо, балыҡсы ырыуҙарына ингән.

Бөрйән (монаш, ямаш), түңгәүер (урман-түңгәүер), юрматы (ҡармыш), ҡыпсаҡ (ҡары-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ, сәнкем-ҡыпсаҡ), табын (кесе табын, дыуан -табын), мең (иләкәй -мең), үҫәргән (сураш, ҡатай (оло ҡатай, бала ҡатай, инйәр-ҡатай), көҙәй (шайтан-көҙәй) ҡәбиләләрендә лә ҡалмаҡ араһы бар.

Ҡалмаҡ ырыу-ара төркөмдәре, башҡортарҙан тыш, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа халыҡтар ырыуҙар эсенә лә инә.

Башҡорт ҡалмаҡтарының туған теле — башҡорт теленең көнсығыш (ҡыуаҡан) диалекты.

Дине буйынса — мосолман сөнниҙәр.

Йәшәү территориялары

үҙгәртергә

XVIII—XIX быуаттарҙа ҡатайҙарҙың ер биләмәләре Үрге-Урал, Екатеринбург, Красноуфим, Троицк, Шадрин улустарына, ә кантон системаһы булдырылғас — 2, 3, 4 (Загорный), 5 һәм 6 башҡорт кантондарына инә.

XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында Ҡатай һәм Һарт — Ҡалмыҡ улустары Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң улустар Иҫке Ҡатай кантонына инә, 1919 йылда — Ялан кантонына, 1922 йылда Силәбе губернаһына индерелә. 1924 йылда Ялан һәм Ҡатай райондары барлыҡҡа килә, 1930 йылда ике районды Ялан-Ҡатай исеме аҫтында (үҙәге — Сафакүл) берләштерәләр. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһенә ҡушыла һәм ике районға бүленә: Әлмән һәм Сафакүл. 1943 йылда был райондар яңы ойошторолған Ҡурған өлкәһенә бирелә.

Хәҙерге ваҡытта башлыса Башҡортостан Республикаһының Архангел, Әлшәй, Балаҡатай, Белорет, Миәкә, Туймазы, Шишмә райондарында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Щучье, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Наҙы-Петровск, Сосновка, Троицк, Уй һәм Сыбаркүл райондарында йәшәйҙәр. Ҡалмаҡ ырыуы башҡорттары Сафакүл һәм Щучье райондарының Ҡалмаҡ-Әбдрәш, Мырҙабай, Шәфей, Әптекәй, Арыҫлан, Әбделмән, Аҙналы, Субботин, Белое Озеро, Максимовка шулай уҡ урыҫтар менән ҡатыш Дәнкәү (Даньково), Сухоборское, Нифанка, Төңкөй (Тунгуй), Ялан (Яланское) ауылдарында йәшәйҙәр.

Ҡалмаҡ ырыуы башҡорттары әле бик ентекләп өйрәнелмәгән.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Этнология бүлеге мөдире Юлдаш Йосопов:

Ҡалмаҡтар буйынса… һорауҙар күп: уларҙы айырым ҡарарғамы, әллә ҡатайҙар эсенә индерергәме? Уларҙы ентекләп өйрәнгәндә, айырып күрһәтергә лә мөмкин, әммә был киләсәктә генә тормошҡа аша торған эш. Сит өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙың, улар араһында ҡалмаҡтарҙы ла, генетик яҡтан тикшереүҙәр үткәреү асыҡлыҡ индерер ине. Күрше өлкәләрҙә… генетика буйынса тикшереүҙәр башларға әлегә мөмкинлек юҡ, сөнки был эшмәкәрлеккә тотонорға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рөхсәт бирергә тейеш. Әлегә бары тик Башҡортостан буйынса ғына рөхсәт бар.

Ҡалмыҡ һәм башҡорттарҙың мөнәсәбәттәре тарихынан

үҙгәртергә

Ҡалмыҡтар (ойраттар) Себер тарафтарында XVI быуат аҙағында күренә башлай. Себер ханлығы юҡҡа сығыуынан һуң, урыҫ дәүләте әле сиктәрҙе нығытмағанынан файҙаланып, ҡалмыҡтар башҡорт ерҙәренә дәғүә итә башлай. Ҡалмыҡтар үҙҙәрен нуғай хандарының вариҫтары итеп күрә.

Беренсе мәртәбә ҡалмыҡтар 1606 йылда Тобол йылғаһы үрендә күренә, ошо йылдан һуң улар йыш ҡына башҡорт йәйләүҙәрен туҙҙыралар. 1621 йылда башҡорттар ҡалмыҡ тайшаһынан еңелеүгә дусар була; 1629, 1633 йылдарҙа ҡатай улусына ла һөжүм ителә.

Архив документтарын өйрәнеүсе С. К. Богоявленский һәм П. С. Преображенская, өҙлөкһөҙ һуғыш алып барған ҡалмыҡтар урыҫтар өсөн оло бәләгә әйләнеүе тураһында бәйән итәләр. XVII быуаттың 30-сы йылдарында ҡалмыҡтар Яйыҡ менән Волга йылғалары араһына урынлашыуға өлгәшә. Башҡорттарҙың яһаҡ йыйымы булған ерҙәре лә ҡалмыҡтар ҡарамағына эләгә. Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, был ерҙәр дәүләт ере (государева земля) тип һанала. Шуның өсөн урыҫ дәүләте башҡорттарға ярҙамға ғәскәр ебәрә. 1644 йылдың 1 июлендә күп һанлы ҡалмыҡ отряды тар-мар ителә. XVII быуаттағы башҡорт — ҡалмыҡ мөнәсәбәттәре гел һуғыштан тормай. Ҡайһы берҙә башҡорттар улар менән килешеү төҙә, яһаҡ түләгән саҡтары ла була, нуғайҙарға ҡаршы бергәләп һуғышҡан саҡтар ҙа була.

Урыҫ дәүләте ҡалмыҡтарҙың Ҡрым ханлығы менән берләшеүенән ҡурҡып төрлө ысулдар ҡулланып ҡарай, әммә ҡалмыҡтар һәм уларҙың союздаштары (нуғай, едисан мырҙалары) Рәсәй территорияһына һөжүмдәрен туҡтатмай.

Кама аръяғы сик һыҙығын эшләп бөткәндән һуң ҡалмыҡтар һәм Рәсәй дәүләте араһында (1655 йылда) яҙма рәүештә килешеү (письменная шерть) төҙөлә. Был килешеүҙең һөҙөмтәһе башҡорттар өсөн аяныслы була: үлем язаһы ҡурҡынысы аҫтында ҡалмыҡтарға һөжүм итеү тыйыла, ә ҡалмыҡтарға, киреһенсә, башҡорт ерҙәрендә күсмә тормош алып барырға рөхсәт ителә. Был ҡарар 1662−1664 йылғы башҡорт ихтилалы башланыуына сәбәп була. Хәрби бәрелештәр ваҡытында әсирлеккә эләгеүселәр булыуы билдәле. Көнсығыш Ырымбурҙа риүәйәттәр ҡалмаҡ аралары әсирлеккә эләккән ҡалмыҡтар тураһында һөйләй. Был яҡтарҙа этнонимдар араһында ҡалмаҡ этнонимы иң йыш осрағаны.

Ошо оҙайлы ваҡиғалар айҡанлы ҡалмыҡтарҙың бер өлөшө Урал аръяғында ҡала, һуңынан урыҫ батшаһына хеҙмәткә яҙылып, ер хоҡуғы ала һәм тора-бара яңы башҡорт ырыуына ойоша.

Ҡалмаҡ ырыуы тарихынан

үҙгәртергә

Башҡорт ҡалмаҡтары ырыуҙарының башлығын Буранғараҡ (Бураняғараҡ), тип йөрөтәләр. Буранғараҡ, риүәйәттәрҙә бәйән итеүенсә, был яҡҡа Иртыштан килгән. Ысынлап та ҡалмыҡ ырыуына ингән буран, бураняғараҡ ырыу аралары генеалогик ҡәрҙәшлекте күрһәтеп тора. Риүәйәттәрҙә һүҙ XVII быуат башында Көнсығыш Себерҙә барлыҡҡа килгән ҡалмыҡтар тураһында бара. Урал аръяғы башҡорттары ҡалмаҡтарҙы шамансы, кафыр ҡалмаҡтар тип йөрөткән. Исламды ҡабул иткәндән һуң уларҙы һарт-ҡалмаҡтар исеме аҫтында йәрәтә башлағандар, тип яҙа башҡорт ғалимы Кузеев Р. Г.

1872 йылда төҙөлгән башҡорттар һәм мишәрҙәр иҫәбе ведомостарында аюка-ҡалмаҡтарҙың исеме Аюка хандан килә, тип яҙа. Аюка хан Урал — Волга араһында күсмә тормош алып барған. Башҡортостанға был ара 80 йыл элек ингән, шул уҡ ваҡытта ислам динен һәм башҡорт хәрби хеҙмәтен ҡабул иткәндәр. 1737 йылда ҡалмыҡ Буран Яғораков алты ғаилә менән боласы башҡорттарҙан айырылыу маҡсатында хөкүмәттән ярҙам һорай. Ул ваҡытта Терһәк улусының Буран ауылында йәшәгәне билдәле. Ихтилалды баҫтырғандан һуң, моғайын, Көньяҡ Урал аръяғында ҡалмыҡ төркөмөн булдырғандыр. Ҡалмыҡтарға ер бүлгәндә буш ерҙәрҙән бүлгәндәр, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренән түгел, быны һыҙыҡ аҫтына алыр кәрәк. 1750 йылдарҙа Аюкә ҡалмыҡтары Сүмләк йылғаһының уң яғында 32 өйҙә йәмғеһе 200 кеше тирәһе йәшәй. 1770 йылдарҙа ҡалмыҡ старшинаһы Мырҙабай Кашкин була. Хәҙерге ваҡытта уның исемен Сафакүл районының Мырҙабай ауылы йөрөтә. Аюкә ҡалмыҡтары ошо ауылда, Әптекәйҙә, Ҡалмаҡ — Әбдрәштә йәшәй, тип яҙа Екатеринбург тарихсыһы Ғаяз Сәмиғулов. Улар үҙҙәрен ҡалмаҡтар, тип һанайҙар. Был ырыу аймаҡтарға бүленә: Ҡашҡа, Дорнай, Симкә, Күзәк.

1782 йылда Cиләбе өлкәһендә ҡалмыҡтарҙың һаны 362 кеше була, шул иҫәптән 198 ир-егет, 164 — ҡатын -ҡыҙ. Урыҫ ғалимы И. Г. Георги XVIII быуат аҙағында «Описание всех обитающих в Российском государстве народов» тигән китабында:

«В Уфимском наместничестве, в Челябинской округе, на восточной стороне Уральских гор, населены три деревни Калмыками Мугамедданскаго Закона, ис коих каждая имеет из них же старшину. Обращены же они в Мугамедданскую веру Киргизами, когда были от сих уведены из числа Волгских Калмык… Число семей их простирается теперь до ста. Они живут между Башкирцами в особой волости (аймак); жизнь ведут единообразную с ними, имеют зимовники, а летом, с стадами своими, кочуют в войлошных юртах, на разных местах», тип яҙа.

Күрәһең, башҡорт ерҙәрендә ҡаҙаҡтарҙан ҡасып килгән ҡалмыҡтар ҙа булған. 1773−1775 йылдарҙағы ихтилалда аюкә ҡалмыҡтары хөкүмәт ғәскәрҙәре яҡлы булып ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашалар. Һәр хәлдә сотник Мырҙабай Кашкин тураһында тарихи документтарҙа антҡа хыянат итмәүсе булараҡ күрһәтелгән (Ғ. Сәмиғулов)

Һарт — ҡалмаҡ төшөнсәһе

үҙгәртергә

Һарт-ҡалмаҡ төшөнсәһе тарихи документтарҙа бик йыш иҫкә алынған һүҙбәйләнеш.

Урта Азиянан күсенеп килгән хеҙмәтле кешеләр (служилые люди) хоҡуғындағы үзбәктәрҙе, төркмәндәрҙе, тажиҡтарҙы башҡорттар һарт тип йөрөткән. XVIII быуат башына һарттар һәм ҡалмыҡтар ассимиляцияға биреләләр. Улар аҫабалыҡҡа эйә булып алғас, Һарт һәм Ҡалмыҡ улустарына ойошалар.

Һарт һәм ҡалмыҡтарҙың башҡорт этносына ҡушылып китеү тарихын 1767—1768 йылдарҙа башҡорт депутаттары Туҡтамыш Ишбулатов (Өфө провинцияһы) һәм Баҙарғол Юнаев (Исет провинцияһы) үҙҙәренең Уложенный комиссияға яҙған наказдарында аңлатып үтәләр.

Баҙарғол Юнаевтың наказынан 11 пункты:

«Между нашего тарханского и башкирского народа именуется сартами и калмыками некоторая часть, но все единаго с нами магометанского закона, которое их название произошло в древние времена; сарты, вышедшие из-за границии самопроизвольно (то есть добровольно, по своей воле) от владении степных народов, а калмыки так же в древние времена получены были нашими башкирцами при войнах в малолетстве, которые из давних лет именуются с нами единого звания башкирцами с отличеством, что одни произошли от сарт, а другие — от калмык, почему как землями и всеми угодьями общее владение имеем и почитаемся все башкирцами равно же в государственных службах обще и наряду обращаемся без всякого отличества и отделении от башкирцев, просим, чтоб оным сартам и калмыкам единственное уже звание иметь и именоватца башкирцами, а звание сарт и калмык оставить».

XIX быуат башынан алып һарт, ҡалмыҡ этнонимдары ҡулъяҙмаларҙа осрамай башлай: был халыҡтар аҫаба башҡорт булып һаналалар. Шулай ҙа 1886 йылға тиклем улустарының исемдәре һаҡланып килә.

Ҡалмаҡтар башҡорт фольклорында

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ риүәйәттерендә XVII быуат башында Төньяҡ Монголиянан Рәсәйгә, шул иҫәптән Башҡортостан ерҙәренә, килеп инеүсе ҡалмыҡ — ойраттар хаҡында бәйән ителә. Урыҫ хөкүмәте ойраттарға Көнбайыш Себерҙән алып Мәскәүгә тиклем иркен күсенеп йөрөргә рөхсәт бирә. Ошо ваҡыттарҙан алып башҡорт — ҡалмыҡ мөнәсәбәттәре тураһында һүҙ алып барып була. Әлбиттә, был контакттар эҙһеҙ ҡалмай.

Башҡорттарҙа бер нисә версияла ҡанатлы толпар атҡа күҙ тейҙереүҙәре тураһында риүәйәт бар. Бөрйән ырыуы кейәүе хәҙерге Күгәрсен районындағы Нуҡай ауылындағы йәш кәләшенә ҡанатлы атын кеше күрмәҫкә тейеш, тип киҫәтеп ҡуя. Һорау -үтенестәрҙе кире ҡаға алмай, егет кеше үҙе атын кәләшенең туғандарына күрһәткәндән һуң, ат әрәм була.

Хәйбулла районында яҙып алынған риүәйәттә Тураттың хужаһы ҡалмыҡ ырыуы егете булып сыға. Беренсе риүәйәттәге һымаҡ кейәү егет кәләшенә ҡара ҡаҙҙар (яҙ еткәс) осоп килгәс килермен, тип вәғәҙә итә.Хушлашҡан саҡта, ҡалмык кейәүе ҡыҙҙың толомон ҡырҡып ала ла сәсең элекке оҙонлоҡҡа еткәс килермен, ти. Ике версияла ла атҡа кеше күҙе тейгәндән һуң йәштәр айырыла.

Риүәйәттәрҙә ҡалмыҡ ырыуы кешеһе кәүҙәләндереүе башҡорт халҡының башҡа халыҡтар менән мөнәсәбәттәрен күрһәтә. Төрки — монгол ҡәбиләләрендә бындай ғаиләләр барлыҡҡа килеүе ике халыҡтың туғанлашып китеүенә ишара. Ысынлап та Башҡортостандың көньяғында бындай күренештәр йыш булған. Бөрйән, түңгәүер, үҫәргән ҡәбиләләрендә ҡалмыҡ этнонимлы ламаизмдан исламға күскән, башҡортлашҡан 17 осраҡ күҙәтелә, тип яҙа билдәле башҡорт ғалимы Ә.М. Сөләймәнов.

Ҡалмыҡтарҙың башҡорттар араһында барлыҡҡа килеүе йыш ҡына табылдыҡ баланан башлана. Мәҫәлән, Миәкә районында һаҡланған риүәйәттә бер алыштан һуң ағасҡа эленеп ҡуйған сәңгелдәктә ҡалмыҡ ҡыҙ -бала табыла. Мең ырыуы башҡорттарында ҡалмаҡ ырыу араһы ошо баланан киткән, тип иҫәпләнә.

Ҡалмыҡтарҙың башҡорт араһына инеп китеүҙәре хаҡында ошондай риүәйәт тә бар. Борон заманда Юлдыбай ауылында йәшәгән, ти, Бүкәт батыр. Был батыр Батый хандың ғәсҡәре менән аяуһыҙ алышҡан, ти. Бер көнө Бүкәт һуғыш яланында Мамыт исемле малайҙы табып ала. Ҡияфәтен ҡалмыҡҡа оҡшатып, малайҙы Ҡалмыҡ, тип йөрөтә башлайҙар. Бүкәт батыр алыштарҙан бушамаған, малайҙың тәрбиәһе менән шөғөлләнергә ваҡыты булмаған. Шуға Бүкәт малайҙы Үләй батырға тәрбиәгә биргән. Үләй батыр ваҡытын йәлләмәгән, хатта яҙырға — уҡырға ла малайҙы өйрәткән. Был ырыу түңгәүер ырыуы менән тығыҙ бәйләнештә булған. Шуға ла Мамыт ҙурайғас, уны ошо түңгәүер ырыуына башлыҡ итеп ҡуйғандар. Мамыттан Ҡалмаҡ исемле ул тыуған, Ҡалмаҡтан — Ҡашҡар, Раим, Баязит.

Икенсе риүәйәттә тағы бер малай тураһында бәйән ителә. Был малай ҡалмыҡтарҙың һөжүменән һуң башҡорт ауылында тороп ҡалған булған. Бала яланда Әкә — Әкә тип илап йөрөгән, ти. Был ауылдың береһе малайҙы алып ҡайтып үҫтергән икән. Бына ул егет ҡорона ингән. Уны Әкәү тип йөрөткәндәр. Һуңынан, тыуған ере Ҡашҡар, исеме лә Ҡашҡар булһын тигәндәр, ти. Бер ваҡыт батша указы буйынса ауыл аҡһаҡалдары был егетте ҙур ҡалаға ебәрәләр. Был ҡаланан Ҡашҡар бер нисә ауылдың башлығы булыуын иҫбатлаған ҡағыҙ алып ҡайта. Шунан алып ҡалмыҡ малайы табылған йылғаны Әкәү тип, ә ауылды Ҡашҡар тип йөрөтә башлағандар. Был ауылдың Ҡашҡаровтары ана шул ҡалмыҡ Ҡашҡарҙың нәҫеле.

Башҡорт риүәйәттәрендә ҡалмыҡтар көслө, ҡыйыу, һуғышсан ҡәүем итеп кенә күрһәтелмәй, уларҙың аҡыллы, эшһөйәр булыуҙары ла һүрәтләнә, тип һоҡланыуын йәшермәй яҙа ҡалмыҡ яҙыусыһы Виктор Манджиев.

Бындай риүәйәттәр бик күп. Улар араһында яу мәле, ер өсөн даулашыуҙы һүрәтләгәндәре лә бар. Мәҫәлән, «Ҡарағашҡа», «Бакин Батыр» риүәйәттәре. Боронғо йола буйынса башҡорттар ҡалмыҡтарҙың батырлығына ихтирам йөҙөнән уларҙы ерләүҙәре тураһында «Ҡарас һәм Аҡша», «Хәлил ҡәбере», «Бабсаҡ һәм Күсәк» эпостарынан белеп була. Башҡа эпостарҙа ла ҡалмыҡтар иҫкә алына. Мәҫәлән, «Иҙеүкәй һәм Мораҙым» эпосында Мораҙым Сатмыр хандың Фирҙәүес ҡыҙын урлаған ҡырҡ ҡалмыҡ батырын осрата, «Мәргән һәм Маянһылыу» эпосында ҡалмыҡ ханы Зөнгөр тураһында һүҙ бара, «Ҡараһаҡал» эпосында ла ҡалмыҡ ханы һәм уның ике улы Ишем менән Байбулат тураһында бәйән ителә.

Ҡалмаҡ этнонимлы географик топонимдәр

үҙгәртергә

Башҡортостанда ҡалмаҡ этнонимы географик исемдәрҙә күҙәтелә.

  • Ейәнсура районы: Ҡалмаҡ үҙәге , Ҡалмаҡ ятыуы, Ҡалмаҡ ҡарауылы, (аҙаҡҡы ваҡыт Коруй башы) Өмбәт ауылында, Ҡалмаҡ ҡунған йылғаһы — Ҡыҙыл яр ауылы;
  • Баймаҡ районы: Ҡалмаҡ ятҡан йылға (Ҡыуат ауылы), Ҡалмаҡ ҡырылған (Йомаш ауылы);
  • Йылайыр районы: Ҡалмаҡ йылғаһы (Ялан Йылайыр), Ҡалмаҡ ҡолаған йылғаһы (Ишбулды ауылы);
  • Ырымбур өлкәһе: Калмак-бутаган (Ҡыуандыҡ районы Рысай ауылы). Салауат районында Ҡалмаҡ ауылы бар.

Архив документтарында Һаҡмар йылғаһы бассейнында хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемдәре теркәлгән: Ҡалмаҡ, Оло Ҡалмаҡ, Калмаково, Малый Калмак, Малый Калмацкий. Күгәрсен районындағы Ҡаҙир ауылының икенсе исеме Ҡалмыҡ булған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Башкирское родословие: Сарт
  • YouTube сайтында Видео Хмельницкий,Крымский хан и русско-калмыцкий военно-политический союз.
  • YouTube сайтында Видео В старинном башкирском селе Сафакулево Курганской области состоялся V областной Курултай башкир
  • YouTube сайтында Видео Сафакулево, Сабантуй 2007
  • YouTube сайтында Видео Ҡурған башҡорттары. Курганские башкиры.