Мышы
Мышы | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Alces alces Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||||
|
Мышы (лат. Alces alces) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны[1]; төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була. Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 41782 |
Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь—ғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай.
Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.
Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар.
Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |