Харрасов Мөхәмәт Хәҙис улы

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}), Сермән ауылы, Башҡорт АССР-ы9 март 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (75 йәш), Өфө) — ғалим-физик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы
Тыуған көнө

18 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Сермән ауылы

Вафат көнө

9 март 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (75 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор (1996); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (2002)

Награда һәм премиялары

Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)

Биография үҙгәртергә

Мөхәмәт Хәдис улы Харрасов 1948 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылынды тыуған.

1966—1971 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының физиука факультетынжа уҡый.

1971—1972 — лаборант, БДУ.

1972—1975 — Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.

1975—1991 — БДУ-ның «Теоретик физика» кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.

1991—1994 — Мәскәү дәүләт университеты докторанты.

1994—1999 — БДУ-ның физика факультеты деканы.

1999—2000 — Башҡортостан Республикаһының Юғары мәктәп һәм фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2000—2010 — БДУ ректоры, «Элемтә» кафедраһы мөдире.

2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2024 йылдың 9 мартында Өфөлә 76-сы йәшендә вафат була. [2]

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. https://prufy.ru/news/society/147777-v_ufe_skonchalsya_byvshiy_rektor_bashgu_mukhamet_kharrasov/
  2. БДУ-ның элекке ректоры Мөхәммәт Харрасов вафат булған