Кидандар

монгол ҡәбиләһе

Кида́ндар (ҡытайҙар; ҡыт. ғәҙәти 契丹, , пиньин: qìdān, палл.: цидань) — күсмән монгол ҡәбиләләре, борон хәҙерге Эске Монголияла һәм Маньчжурияла йәшәгәндәр[1] 907 йылдан 1125 йылға тиклем кидан дәүләте Ляо булғаны билдәле, уға Елюй һәм Сяо нәҫелдәре идара иткән. Япон диңгеҙенән Көнсығыш Төркөстанға тиклем ерҙәрҙе биләп, Ляо империяһы Көнсығыш Азияла иң ҡеүәтле дәүләткә әйләнә. Тарихи рәүештә Ҡытай атамаһы һәм славян, көнбайыштағы (Cathay) һүҙе тап бына «кидан» этнонимына тура килә лә инде.

Кидандар
Рәсем
Ҡулланылған тел киданьский язык[d]
 Кидандар Викимилектә
Кидан дәүләте һәм уның күршеләре, 1025
1207 йылда Монгол империяһы

Килеп сығышы һәм теле

үҙгәртергә

Кидандарҙың этник тамырын билдәләү ауыр булыуы һаҡланып ҡалған лингвистик мәғлүмәттәр менән бәйле. Кидан телендәге яҙма ҡомартҡылар йүнләп өйрәнелмәгән, шуға күрә был халыҡтын ҡайҙа, нисек урынлашыуы. хәрәкәт итеүе тураһында һөйләү ауыр.

200-ләп кидан һүҙе ҡытай транскрипцияһында һаҡланған, әммә улар башлыса титул атамалары менән бәйле, уларҙы төрки, монгол тел системаларында ла табып була, сөнки телдән-телгә еңел күсә. Династия осоронда ике яҙма система барлыҡҡа килтерелгән булған

 
Киданьская погребальная маска.

Кидандар тарихы буйынса ҡытай сығанаҡтары күп. Тәүге ентекле мәғлүмәт Бэйвэйшу хроникаһында (北魏书, «История династии Северная Вэй») яҙылған. Бер тибет яҙмаһында ( Париж Милли китапханаһында № 246-сы манускрипт) Ге-тан тигән халыҡ барлығы, королдәре — хаган Ге-тан икәнлеге бәйән ителә. Ниндәй мал тотҡанлыҡтары әйтелә. Уйғырҙар менән берсә талашалар, берсә ярашалар, тиелә[2] Л. Амби фекеренсә(«Заметки по поводу народности Ту-ю-гунь»),[3] бында һүҙ тап ҡараҡытайҙар тураһында бара.каракитаи|каракитаях]]. П. Пельо («Заметки по поводу народностей Ту-ю-гунь и Су-пи»,[4] ҡараҡытайҙарҙың монголдар менән бәйләнеше булыуын, тәүгеләренең танылған булыуын бәйән итә[5]

Ҡытайҙар ғәҙәттә кидандарҙы сяньбиҙарға, ярашлы рәүештә дунхуларға индерә. Кидандар үҙҙәре Муешань тауы буйында күк ат менгән ир Лаохахэ йылғаһын кисеп сығып барғанда һоро үгеҙ егеп арбала ултырып килгән ҡатынды осратыуын, өйләнешеүен һәм һигеҙ улдары тыуып, һигеҙ кидан ырыуын барлыҡҡа килтереүен һөйләй[6].

Йолалары һәм хужалыҡтары

үҙгәртергә

Ҡытай авторҙары кидан йолалары мохэләрҙеке менән бер тип яҙып ҡалдырған. Юлбаҫарлыҡты яраталар. Ата-әсәһе үлгәндә ҡысҡырып илайҙар, тимәк, көсһөҙҙәр. Мәйеттәрҙе ағас башына элеп, өс йылдан һөйәктәрен йыйып алып яндыралар ҙа иҫерткес эсәләр, рухтарынан һунарҙа ярҙам итеүен һорайҙар. Тупаҫтар, тәрбиәһеҙҙәр.

Яҙын-көҙөн Муешань тауы итәгендә кидандар күк ат менән ҡара үгеҙҙе ҡорбан итеп салалар.

Төп шөғөлдәре - күсмән малсылыҡ. Һунарға йөрөйҙәр. Күсмәндәргә хас булмағанса, балыҡ та тоталар.

Кидан дәүләте барлыҡҡа килеү

үҙгәртергә

Уйғыр кағанаты көсәйгәс, кидандар улар яғына күсә, әммә 842 йылда яңынан ҡытайҙарға ҡайталар.

Империяға тиклем кидандарҙың һәр башлығының ордоһо-дружинаһы булған, баш ҡала йәки резиденциялар булмаған. Кидандар балыҡ тотоу йәки һунар осорона ҡарап резиденцияларын алмаштырып торғандар

 
Мебель киданьской династии Ляо.

Ляо осорондағы урыҡ-һурыҡ мәғлүмәттәрҙән кидандарҙың мифтары, дини системаһы тураһында күп кенә нәмә билдәле. Му-е тауы шаман культы йолаларын үтәү урыны булған: шунда уларҙың тәүатаһы менән тәүинәһе осрашҡан, уларҙы тоҡомдары Күк аллаһы һәм Ер алиһәһе тип атап йөрөтә башлағандар.

Ҡәбилә федерацияһынан династиялы системалы империяға күсеү кидан юлбашсыһы Абаоцзи (Елюй Амбагай) осоронда барлыҡҡа килә. 907 йылда бер нисә күрше ҡәбиләләрҙе буйһондороп, ул үҙен ҡаған 916 йылда император тип иғлан итә. 926 йылда Абаоцзи күрше Бохай (Бохайго) батшалығы иҫәбенә биләмәһен киңәйтә, Приморьеның көньяғы, Маньчжурияның көньяҡ-көнсығышы һәм Кореяның көньяҡ-көнсығышы уның хакимлығына күсә.

 
Пагода храма Тяньнин в Пекине (ок. 1120 г., киданьское государство Ляо).

947 г. яңы дәүләт тип атала, 983 — Кидандарҙың Бөйөк дәүләте,ә 1066-ла  — яңынан Бөйөк Ляо тип атала. Ҡытайҙың төньяғына баҫыша торғас, улар ун алты округты үҙҙәренке итә. Ляо дәүләте нигеҙҙәрен ҡытай һәм корейҙар төҙөй, ҡытайх иероглифтары нигеҙендә яҙма эшләнә, ҡалалар, кәсептәр, сауҙа үҫешә башлай.

Күршеләрен еңә алмай, Сун Династияһы 1004 йылда солох килешеүе төҙөргә мәжбүр була һәм яһаҡ түләргә ризалаша. 1042 йылда яһаҡ арттырыла, 1075 йылда Ҡытай кидандарға йәнә үҙ еренән өлөш бирә.

XI быуат аҙағында Ляо дәүләте бөлгөнлөккә төшә, ә 1125 йылда уны чжурчжэндәр тар-мар итә. Кидан дәрәжәлеләре (ҡаракидандар, йәки ҡараҡытайҙар) Урта Азияға йүнәлә, Талас һәм Шу йылғалары буйында ҙур булмаған  Көнбайыш Ляо — Ҡараҡытай дәүләте барлыҡҡа килә(1124—1211).

1211 йылда Сыңғыҙхан ҡыҫымы аҫтында наймандар Урта Азияны алалар һәм гурханды әсирлеккә төшөрәләр, әммә ете йылдан уҡ инде Ҡараҡытай дәүләте Монгол империяһына ҡушыла. Монгол ҡулы аҫтында ҡараҡытайҙар төрлө ҡәбиләләргә, атап әйткәндә, наймандарға ҡушылып бөтә.

Хәҙерге тикшеренеүселәр кидандар менән ниндәйҙер этник төркөмдәр араһында ни Ҡытайҙың төньяҡ көнсығышында, ни Төркөстанда бәйләнеш таба алмай:бында улар урындағы төркиҙәр һәм фарсылар менән ҡушылып бөткәндәрҙер. Һуңғы генетик тикшеренеүҙәр даурҙар күпмелер кимәлдә кидан тоҡомдары булып тора тип күрһәтә[7].

Боронғо кидандарҙың тоҡомдары Урта Азияға килеп ҡараҡытай (йәки һуңғараҡ ҡтай) булып киткән тип фараз итәләр. Ҡтайҙар үзбәктәрҙән тыш ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, нуғайҙар, ҡараҡалпаҡтар, башҡорттар һәм башҡа халыҡтарға ҡушылған.

Ҡтайҙар Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан). Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. 1920 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәкурған өйәҙҙәрендә) 39 меңдән ашыу ҡтай булған.

Кидандарҙың хакимдары

үҙгәртергә

Боронғо конфедерация

үҙгәртергә
  • Бинэн (比能), убит между 233—237
  • Хэчен (何辰) - вождь (мофухэ) (契丹莫弗贺) (ок. 470)
  • Мер-ган (Hanzi : 勿于 pinyin : Wuyu) мофухэ (ок. 479)
  • Думи-каган (多彌可汗) (ок. 585)

Дахэ (618-730) (大賀氏) ырыуы хакимлығы аҫтында кидандар конфедерацияһы

үҙгәртергә

Сунмо (松漠都督) округында

үҙгәртергә
Род (Киденьское или китайское[8]
имя
Даты правления
Chinese
Китайские иероглифы
Чтение Китайские иероглифы Чтение
大賀氏 Дахэ 咄羅/咄罗 Доулоу 618/622-627
大賀氏 Дахэ 摩會/摩会 Мохуэй 627-644
大賀氏 Дахэ 窟哥 (Ли) Кугэ 644-653/658
неизвестно неизвестно 阿不固/阿卜固 Абугу 653/658-660
неизвестно неизвестно неизвестно неизвестно 660-675
大賀氏 Дахэ 李盡忠 Ли Цзиньчжун 675-696
内稽氏 род Нэйцзи 孫萬榮 Сунь Ваньжун 696-697
大賀氏 Дахэ 李失活 (Ли) Шихо 697-717
大賀氏 Дахэ 李娑固 (Ли) Согу 718-720
大賀氏 Дахэ (李鬱干)/鬱于/郁于 (Ли) (Юйгань)/Юйюй 720-722/724
大賀氏 Дахэ (李吐干)/吐于 (Ли) (Тугань)/Туюй 722/724-725
大賀氏 Дахэ 李邵固 (Ли) Шаогу 725-730

Сяньчжоу (玄州) префектураһы

үҙгәртергә

Бында Дахэ ырыуына буйһонмаған кидандар йәшәгән

Род (Киденьское или китайское[8]
имя
Даты правления
Китайские иероглифы Чтение Китайские иероглифы Чтение
(李)去閭 (Ли) Цюйлюй
據曲/曲據 Цзюйцюй /Цюйцзюй 646-648

Бүтән юлбашсылар (酋長)

үҙгәртергә
  • Таньмочжэ (貪沒折) (ок. 630)

Яонянь (730-906) (遥辇氏) ырыуы ҡағандары хакимлығында Кидан конфедерацияһы

үҙгәртергә
Тронное имя Личное имя Даты правления
Китайские иероглифы Чтение Китайские иероглифы Чтение
洼可汗 Ва-каган 屈列 Цзюйлюй (Цюйле) 730-734
北平郡王 Бэйпин-цзюйван 过折/過折 (Ли) Гочжэ 735
阻午可汗 Цзуу-каган 遥辇俎里
(李懷節/李怀秀/李懷秀)
Динань Цзули
Ли Хуайсю/Ли Хуайцзе
735-745
胡剌可汗 Хула-каган 楷洛/楷落 Кайло 746-778
苏可汗/蘇可汗 Су-каган неизвестно неизвестно 778-800
巴刺可汗 Бала-каган неизвестно неизвестно 800-820
昭古可汗 Чжаогу-каган неизвестно неизвестно 820-842
耶谰可汗 Елань-каган 屈戌 Цюйшу 842-860
鮮質可汗 Сяньчжи-каган 習爾 Сиэр /Сиэрчжи 860-882
痕德廑可汗 Хэньдэцзи-каган 钦德/欽德 Циньде 882-906

Циньденән һуң тәхеткә Елюй (Абаоцзи) килә, ул Ляо династияһын иғлан итә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дробышев Ю. И. Политика киданей в Центральной Азии 2016 йыл 3 март архивланған.
  2. Авакьянц Г. С. К вопросу о киданях // Всесоюзная научная конференция, посвященная 100-летию со дня рождения академика Б. Я. Владимирцова. Тезисы докладов. М., 1984. С. 20.
  3. Journal Asiatique. 1948. T.236. P. 239.
  4. T’oung-pao. 1921. T. XX. P. 323—329.
  5. Авакьянц Г. С. К вопросу о киданях // Всесоюзная научная конференция, посвященная 100-летию со дня рождения академика Б. Я. Владимирцова. Тезисы докладов. М., 1984. С. 21
  6. Крадин, 2014, с. 20
  7. DNA Match Solves Ancient Mystery
  8. 8,0 8,1 Лояльным Китаю вождям киданей давались китайские имена
  • Е Лун-ли. История государства Киданей (Цидань го чжи) / Перевод с китайского, введение, комментарий и приложения В. С. Таскина; Академия наук СССР, Отделение истории, Институт востоковедения. — М.: «Наука», ГРВЛ, 1979. — 607, [1] с. («Памятники письменности Востока», XXXV).
  • Бичурин. "Собрание сведений..."
  • Киданьский город Чинтолгой-балгас / Крадин Н.Н., Ивлиев А.Л., Очир А. и др. М.: Восточная литература, 2011. 173 с.
  • Крадин Н. Н., Ивлиев А. Л. История киданьской империи Ляо (907-1125). — М.: Наука — Восточная литература, 2014. — 351 с. — 550 экз. — ISBN 978-5-02-036566-7.
  • Ларичев В.Е. (ред.). История Железной империи. — Новосибирск: Издательство Института археологии и этнографии СО РАН, 2007. — 356 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-7803-0160-8.
  • Кузьменков Е. А. Киданьский язык // Языки мира: Монгольские языки. Тунгусо-маньчжурские языки. Японский язык. Корейский язык = Languages of the World: Mongolian languages. Tungus languages. The Japanese language. The Korean language / Редакционная коллегия тома: В. М. Алпатов, И. В. Кормушин, Г. Ц. Пюрбеев, О. И. Романова (ответственный секретарь); Российская академия наук, Институт языкознания. — М.: Издательство «Индрик», 1997. — С.87—90. (серия «Языки Евразии»). [ISBN 5-85759-047-7]
  • Шавкунов Э. В. Новое о самоназвании киданей // Эпиграфика Востока, XV, 1963 / Сборник статей под редакцией проф. В. А. Крачковской; Академия наук Союза ССР, Институт археологии. — М.—Л.: Издательство Академии наук СССР, 1963. — С.147—148.
  • Материалы по районированию Средней Азии. Кн. 1. Территория и население Бухары и Хорезма. Часть 1. Бухара. — Ташкент: 1926, с.39.
  • Материалы Всероссийских сельско-хозяйственных переписей 1917 г. и 1920 г. Вып. 1, Поволостные итоги Самаркандской области. — Ташкент: 1924, с.47.
  • Маликов А. М. Хитаи долины Среднего Зеравшана в XVIII — начале XX в. // Археология и история Центральной Азии. — Самарканд, 2004.
 
Логотип Викитеки
Викикитапханала был тема буйынса текст оригиналы бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә