Хамматов Яңыбай Хаммат улы

яҙыусы

Хамматов Яңыбай Хаммат улы (16 ғинуар 1925 йыл — 28 сентябрь 2000 йыл) — яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994), ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы (1974), Ким Әхмәтйәнов исемендәге (1997) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Белорет районының почётлы гражданы.

{{{Исеме}}}
Хамматов Яңыбай Хаммат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Исмаҡай, Үрге Әүжән ауыл Советы, Белорет районы
Вафат булған көнө 28 сентябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Тамьян-Ҡатай кантоны Исмаҡай ауылында тыуған. 15 йәшенән Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша (1942—1945). ШМАС (школа младших авиационных специалистов), йәғни кесе авиация белгестәре мәктәбен тамамлай.

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбендә уҡый (1954). 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында инструктор, унан бүлек мөдире була. 1947 йылда 1-се секретарь итеп һайлана.

1949 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында, унан һуң 1952 йылға тиклем «Башзолото» тресында сәйәси бүлек етәксеһе урынбаҫары була.

1954 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына инструктор итеп күсерелә.

1956 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай.

1960 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

1963—1969 йылдарҙа БАССР Эске эштәр министрлығында бүлек етәксеһе була[1].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында башлап әҫәрҙәре баҫыла башлай. Беренсе хикәйәләре старателдәр тураһында була.

«Бөртөкләп йыйыла алтын» (1966), «Аҡман-тоҡман» (1971), «Йәшенле йәй» (1975), «Юрғашты» (1980), «Руда» (1982) романдарын эсенә алған пенталогияһы алтын эҙләүсе старателдар тураһында. Башҡортостанда алтын эҙләү тарихына, алтын табыу сәнәғәте формалашыу тарихына арнала.

Тәүге өс роман нигеҙендә 4-сериялы нәфис фильм төшөрөлгән (1979 йылда, режиссеры Абдразаҡов Асҡар Әмир улы, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитеты).

Тыуған яғы менән бәйләнеше

үҙгәртергә
 
Оло әҙиптең 70 йәшлек юбилейында райондашы шағир Гүзәл Ситдиҡованың ҡотлау сығышы

Яңыбай Хамматов ғүмеренең аҙағына тиклем тыуған яғы менән бәйләнешен өҙмәй. Ҡайтып йөрөргә мөмкинлеге ҡалмағас та, райондың "Урал" гәзитен даими алдырып, яҙышып тора. Гәзит башҡортса ғына сыға башлағас, ул әҫәрҙәренән өҙөктәр ебәреп баҫтыра, шуның менән уны уҡымлы итеүгә өлөш индерә. Ҡатайҙарҙың йыйынына ла ҡайта.

Оло әҙиптең 70 йәшлек юбилейын районда ҙурлап үткәрҙеләр.

Тыуған ауылында уға арналған музей ҙа бар. Районда арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү маҡсатында күп эштәр эшләнә. Ҡаланың 22-се гимназияһына Яңыбай Хамматов исеме бирелгән. Белорет районы Советы президиумы ҡарары менән проза ѳлкәһендә актив эшләүселәргә Яңыбай Хамматов исемендәге премия булдырылған. “Яңыбай Хамматов һабаҡтары”н үткәреү ҙә яҡшы йолаға әйләнгән[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Бөртөкләп йыйыла алтын (роман). Өфө: 1966, 1976. рус телендә: Золото собирается крупицами. (пер. Е. Мальцева). Москва: 1970, 1975; Уфа: 1981; Татар телендә: Казань: 1996.
  • Аҡман-тоҡман (роман). Өфө: 1971, 1975. рус телендә: Акман-токман (пер. Е. Мальцева). Москва: 1973, 1975; Уфа: 1984.
  • Йәшенле йәй (роман). Өфө: 1976. рус телендә: Грозовое лето (пер. В. Василевского). Москва: 1976, 1978; Уфа: 1986.
  • Юрғашты (роман). Өфө: 1980. рус телендә: Юргашты (пер. В. Василевского). Москва: 1980, 1984; Уфа: 1987.
  • Руда (роман). Өфө: 1982. рус телендә: Желтый камень (пер. Р. Максютова). Уфа: 1993.
  • Йондоҙҙар нисек ҡабына (роман). Өфө: 1969.
  • Төньяҡ амурҙары (роман-дилогия). Өфө: 1 китап — 1983, 2 китап — 1985. рус телендә: Северные амуры (пер. В. Василевского). Москва: 1987; Уфа: 2012.
  • Тыуған көн (роман). Өфө: 1978, 1988. рус телендә: День рождения (пер. А. Скалона). Москва: 1979, 1982, 1983, 1985; Украина: 1982; Әзербәйджан телендә: Баку: 1990.
  • Башҡорттар китте һуғышҡа (роман). Өфө: 1990.
  • Комбриг Мортазин (роман). Өфө: 1992.
  • Ҡара яу (роман). Өфө: 1995.
  • Ағиҙел Иҙелгә ҡоя (роман). Өфө: 1995. рус телендә: Агидель стремится к Волге. (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2007.
  • Салауат (роман). Өфө: 2000. рус телендә: Салават-батыр (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2004.
  • Һырдарья (роман). Өфө: 2000.
  • Башҡорт ханы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 2003.
  • Ҡаһарманлыҡ (повесть). Өфө: 1989.
  • Иҙел башы (роман). Өфө («Ағиҙел»): 1987.
  • Хәсрәтле бала саҡ (автобиографик әҫәр — 1 китап). Өфө («Ағиҙел»): 1997. рус телендә: Пасынок (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2002.
  • Тормош һабаҡтары (автобиографик әҫәр — 2 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2000. рус телендә: Карьера (пер. Г. Хамматовой). Уфа: 2006.
  • Әҙәбиәт һуҡмағында (автобиографик әҫәр — 3 китап). Өфө («Ағиҙел»): 2007.

Баҫылмаған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Ижад (автобиографик әҫәр — 4 китап)
  • Арҡайым (повесть-фараз)
  • Роман-детектив

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Исеме Белорет районы Сермән ауыл модель китапханаһына, Белорет ҡалаһының 22-се башҡорт гимназияһына (унда яҙыусының музейы эшләй), Әбйәлил районы Асҡар ауылы, Белорет районы Черновка ауылы урамдарына бирелгән. Тыуған ауылында Яңыбай Хамматов музейы асылған (1995). Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2006 йылда Белорет районы Советы Президиумы тарафынан уның исемендәге премия булдырылған[1].

Әҙип тураһында

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2019)
  • Белорецкая энциклопедия, 2007. — ISBN 978-5-8258-0248-0
  • Библиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2006.
  • Узиков: Ул алтынын бөртөкләп йыйҙы. 16.01.2007(недоступная ссылка).
  • Гүзэль Хамматова: Старатель. «Бельские просторы». 10 (2001).
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихынан. — Өфө:Китап, 6-сы том, 1996. — С. 292—314 (баш.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә