Хажин Айбулат Вәкил улы
Хажин Айбулат Вәкил улы (30 сентябрь 1973 йыл) — ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Хажин Айбулат Вәкил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 30 сентябрь 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәАйбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған.
Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, «биология һәм химия һөнәре» буйынса Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспирантураһында, 2003—2007 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университеты докторантураһында уҡыған.
1996 йылда Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән Арғаяш районыны үҙәге Арғаяш ауылының 2-се урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
2001—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының педагогика кафедраһы доценты.
2003—2008 йылдарҙа — Урал дәүләт физик культура университетының декан урынбаҫары.
2008—2009 йылдарҙа — Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының директор урынбаҫары.
2009 йылда — Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эштәре буйынса проректоры.
2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире.
2010—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары.
2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе[1].
2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Атаһы Хажин Вәкил Исмәғил улы (11.07.1946), педагог-методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2006). Сығышы менән Белорет районы Бирҙеғол ауылынан[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Начальником Управления по контролю и надзору в сфере образования Республики Башкортостан назначен Айбулат Хажин. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. 2.12.2016. 2017 йыл 16 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 3 декабрь (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Хажин Вәкил Исмәғил улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)