Әлибаев Зәки Арыҫлан улы
Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012). 2017 йылдың 31 мартынан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе
Зәки Әлибаев | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
әҙәбиәт ғилеме |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
филология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме: |
доцент |
Уҡыу йорто: |
Башҡорт дәүләт университеты (1992) |
Билдәләлек алған: |
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе (03.2017) |
Награда һәм премиялары |
|
БиографияһыҮҙгәртергә
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1974—1984 йылдарҙа урындағы урта мәктәптә уҡый. Өлкән синыфтарҙа әҙәби ижадҡа ылыға, республика балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты менән бәйләнеш тота. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һуңғы курстарҙа әҙәбиәт белеме буйынса ғилми тикшеренеүҙәр башлай.
1985 йылдың июленән 1988 йылдың майына саҡлы Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында СССР Хәрби-Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы — I статья старшинаһы.
1992 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Зәки Әлибаев университетта эшкә ҡалдырыла: ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент була. Анкаралағы Гази университетында (Төркиә), Таулы Алтай дәүләт университетында белемен камиллаштыра.
1994 йылдың авгусы — 1996 йылдың ноябре, 1997 йылдың октябре — 2002 йылдың июле — БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында декан урынбаҫары.
2002 йылдың июле — 2009 йылдың авгусы — БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты.
2009 йылдан — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
1992—1996 йылдарҙа Зәки Әлибаев ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында уҡый, 1997 йылдың мартында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» тигән тема буйынса «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Әҙәбиәт ғилеме һәм уҡытыу методикаһы буйынса илленән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.
Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бағышланған эштәре бар. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫылып тора. 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәте нәшер ителде.
Әҙәбиәт фәненә бәйле дисциплиналар буйынса махсус курстар алып бара. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары уның етәкселегендә «Филология. Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте» (төрөк төркөмө) тип аталған Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһында ҡатнашып, 2014 йылда − беренсе, 2015 йылда — өсөнсө урын алды. Ижади йәштәр менән әүҙем эшләй, улар «Тулҡын» исемле гәзит нәшер итә.
2001—2007 йылдарҙа Анкарала төрөк телендә баҫылып сыҡҡан 35 томды үҙ эсенә алған «TURKI DUNYSI ORTAK EDEBIEATLARI» («Төрөк донъяһының дөйөм әҙәбиәте») йыйынтығының башҡортса өлөшөнөң авторҙашы.
Рәсәйҙәге төрлө кимәлдәге һәм сит илдәрҙә ойошторолған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт һүҙ сәнғәте үҫеше тураһындағы докладтар менән Астанала (Ҡаҙағстан), Стамбулда (Төркиә), Ашхабадта (Төркмәнстан) сығыш яһаны. Республика мәктәптәренә ғилми-методик ярҙам күрһәтә.
Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
- Башҡортостан Яҙыусылар союзында тәнҡит һәм әҙәбиәт белеме секцияһы етәксеһе булды, 2016 йылдың ноябренән ижади берлек рәйесе вазифаһын башҡарҙы[1]. 2017 йылдың 31 мартында алдағы биш йылға союз рәйесе итеп һайланды. Ижади ойошманың дөйөм йыйылышында ҡатнашҡан 157 ағзаның 121-е Зәки Әлибаев өсөн тауыш бирҙе[2].
- Республиканың Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгенең баһалама ағзаһы.
Китаптары һәм фәнни хеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте.
- Ер яҙмышы, ваҡыт һулышы.
- Ваҡыт бәйләнешендә башҡорт әҙәбиәте.
- Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте
- ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте
Матбуғатта баҫылған мәҡәләләреҮҙгәртергә
- Оло тәжрибә туплап — «Ағиҙел» журналы, 2016, 7-се һан.
- Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп — «Ағиҙел» журналы, 2015[3]
Уның тураһында матбуғатҮҙгәртергә
- Зөлфиә Ханнанова. Йырҙаш булып ҡалайыҡ! «Башҡортостан» гәзите, 2017, 20 ғинуар[4].
- Владимир Романов. Республиканың күренекле фән эшмәкәре Зәки Әлибаевҡа 50 йәш. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 10 ғинуар[5].
- Известный филолог Заки Алибаев отмечает юбилей. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Рәсми сайт. 2017, 10 ғинуар[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009)
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты (2015)
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамоталары (1997, 2000, 2015)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелгән 29 ноябрь 2016) (рус.)
- ↑ Башҡортостан Яҙыусылар союзында рәйес һайланды. , 2017, 31 март (Тикшерелгән 1 апрель 2017)
- ↑ Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп. «Ағиҙел» журналы, 2015
- ↑ Йырҙаш булып ҡалайыҡ! , 2017, 20 ғинуар (Тикшерелгән 1 апрель 2017)
- ↑ Республиканың күренекле фән эшмәкәре Зәки Әлибаевҡа 50 йәш. , 2017, 10 ғинуар (Тикшерелгән 1 апрель 2017)
- ↑ Известный филолог Заки Алибаев отмечает юбилей. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Рәсми сайт. 2017, 10 ғинуар (рус.) (Тикшерелгән 1 апрель 2017)
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 14 сентябрь 2016)