Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге Ғәлиәкбәр ауылында урынлашҡан Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусылар һәм, мәктәпте тамамлап, мәғариф өлкәһендә башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары исемлеге
Ғәлиәкбәр мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1917 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Ғәлиәкбәр ауылы |
Уҡытыусылар исемлеге
үҙгәртергә- Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы (1908—1943). Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. ВКП (б) ағзаһы, белеме — тулы булмаған урта, 1937 йылдың 31 авгусында ҡулға алына һәм 10 йылға хөкөм ителә, 1958 йылдың 16 декабрендә аҡлана.
- Сәғитов Ҡәйүм Сәғит улы Олатайыбыҙ Ҡәйүм Сәғит улы Сәғитов
- Әхмәтов Әхмәт ағай Атаулла улы рус теле уҡытыусыһы, (1960—1975 йылдар)
- Аҫылғужина (Вәлиҽва) Дилә Зәкир ҡыҙы 1983 йылдың 4 авгусында Бөрйән районы [[Иҫке Монасип] ауылында тыуған. 2000 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбҽн тамамлағас, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында «Һатыусы, контролҽр-кассир» һөнәрҽн үҙләштҽрә. 2001 йылда Мәһәҙей урта мәктәбенә инглиз тҽлҽ уҡытыусыһы итҽп ҽбәрҽлә. 2002—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт унивҽрситҽтының Сибай институтында пҽдагогия факультҽтының «Башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ» бүлҽгҽндә уҡый. 2006 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбҽнә инглиз тҽлҽ уҡытыусыһы итҽп ҽбәрҽлә. 2012 йылда уҡытҡан фәнҽ буйынса һөнәрҽн камиллаштыра.
- Аллабирҙина (Ҡаһарманова) Хәмиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы 1964 йылдың 21июнендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ, Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә уҡый. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Хеҙмәт юлы Ғәлиәкбәр урта мәктәбе менән бәйле. Тәүҙә физика, математика фәндәренән белем бирә, 1996 йылда, өҫтәмә белем алып, башланғыс синыфтарҙан уҡыта. 2015 йылда уның 4-се класс уҡыусыһы Әминева Наҙгөл Илфат ҡыҙы республика кимәлендә ғилми-тикшеренеү эштәрендә 3-сө урын яулай.
- Маликова Таңһылыу Зәки ҡыҙы 1957 йылдың 14 мартында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған. 1964 йылда Байназар урта мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. 1974 йылда 10-сы класты тамамлағас, Ағиҙел колхозында эшләй. 1976 йылдың декабрендә Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙерлек курсын тамамлағас, институттың физика һәм математика бүлегенә уҡый башлай. 1981 йылдың авгусынан 2011 йылдың 10 сентябренә тиклем Ғәлиәкбәр мәктәбендә математиканан уҡыта.
- Баязитова Гөлсинә Рауил ҡыҙы 1977 йылдың 28 ноябрендә Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1994 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының география химия факультетына уҡырға инә һәм 1999 йылда тамамлай. 1999—2001 йылдары Иҫке Собханғол мәктәбендә — химия, биология уҡытыусыһы, 2001—2002 йылдарҙа Сибай ҡалаһында «Йәш натуралистар станцияһында» өҫтәмә белем биреү педагогы, 2002—2009 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә, 2009—2010 йылдарҙа Хәйбулла районы Подольск мәктәбендә — химия, география уҡытыусыһы. 2010—2021 йылдарҙа — «Башҡорт баҡыры» предприятиеһыда химик лаборант, 2021 йылдан хәҙергәсә Арктика заводында химик лаборант булып эшләй.
- Ғәбитова (Бикишева) Әлфиә Ишбулды ҡыҙы 1984 йылдың 17 июлендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 2001 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбенең 11-се класынан һуң Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының филология бүлегенә уҡырға инә һәм 2006 йылда тамамлай. 2006 йылда Бөрйән районының Ғәлиәкбәр мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. 2012 йылда һөнәрен камиллаштырып, математика фаненән белем бирә. 2019—2023 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы советы хакимиәте башлығы, 2023 йылдың сентябрь айынан Бөрйән районы мәғариф бүлегендә методик эштәрҙе ойоштороусы.
- Газина Айгөл Солтан ҡыҙы Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.
- Ғәбитов Рауил Әхмәҙулла улы (3 ғинуар 1951 йыл — 13 октябрь 2017 йыл) — «Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре», хеҙмәт ветераны. Рауил Әхмәҙулла улы БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә белем ала. 1971 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген Ырғыҙлы урта мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлай. Нәби мәктәбендә 1972/1973 уҡыу йылында уҡыта. 1973 йылдан 1976 йылға тиклем Байғаҙы мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. 1976 йылдан Аҫҡар, Ғәлиәкбәр мәктәптәрендә эшләй. 1980—1983 йылдарҙа — Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе. 1983 йылдан пенсияға сыҡҡансы Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡыта[1]
- Ғәбитова Фатима Зәйнәғәбдин ҡыҙы (2 ғинуар 1950 йыл — 9 октябрь 2014 йыл). Фатима Зәйнәғәбдин ҡыҙы Бөрйән районы Ҡотан ауылында тыуған. Ырғыҙлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай, урта белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ала. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында филология факультетында уҡый. Ырғыҙлы урта, Нәби, Байғаҙы, Аҫҡар мәктәптәрендә эшләй. 1980 йылдан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ғәлиәкбәр мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусылары республика рус теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында урын яулай. Бер нисә йыл Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә директор булып эшләй.
- Ғәбитов Буранбай Рауил улы 1973 йылдың 21 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1980—1990 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә уҡый. 1990 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1996 йылда Башҡортостан ҡурсаулығында башлай. Ҡурсаулыҡ директорының фән эштәре буйынса, һаҡ буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1999 йылда Башҡортостан ҡурсаулыҡтарҙы үҫтереү фондының башҡарма директоры итеп тәғәйенләнә. 2000 йылдан — Урман хужалығы министрлығының урман хужалығы инженеры. 2005 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә информатика, химия, биология, география дәрестәре алып бара.
- Ғәбитова (Көмөшбаева) Тәскирә Сәйет ҡыҙы 1979 йылдың 1авгусында Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған. 1985—1994 йылдарҙа Яңы Монасип, 1994—1996 Иҫке Монасип мәктәптәрендә уҡый. 2006 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетын тамамлай. Нәби (2002), Ҡолғана (2003), Иҫке Собханғол төп (2007) мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2010 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
- Ишмөхәмәтов Марс Кәбир улы — технология, рәсем уҡытыусыһы. Марс Кәбир улы 1977 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1984—1993 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә уҡый. 1995—1997 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Марс Кәбир улы Ғәлиәкбәр мәктәбендә 2004 йылдан бирле эшләй. Ул 2004—2006 йылдарҙа Сибай педагогия колледжын тамамлай.
- Ишмөхәмәтова (Ғәлиева) Сания Сабир ҡыҙы[2]
- Ҡаһарманов Рауил Абдулхаҡ улы 1973 йылдың 7 февралендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1990 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ совхоз-техникумынына уҡырға инә. 1991—1993 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Техникумды 1995 йылда тамамлай һәм Ғәлиәкбәр мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында физик культура педагогы һөнәрен үҙләштерә. Рауил Абдулхаҡ улының тәрбиәләнеүселәре район, зона ярыштарында призлы урындар яйлай[3]. Рауил Абдулхаҡ улы өлгәшкән уңыштары өсөн БР Мәғариф министрлығы (2008 йыл), Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының (2010 йыл) Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2012 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла. Ул — йәмәғәт эшмәкәре. Ғәлиәкбәр ауыл Советында 6 тапҡыр рәттән депутат. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында район Советы һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә һәм фотоһы Район Почет таҡтаһына ҡуйыла[4].
- Минһажева Сәриә Йомабай ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Сәриә Йомабай ҡыҙы 1951 йылдың 9 октябрендә Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған. 1967 йылда Сермән урта мәктәбен 8-се класынан һуң Белорет педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә һәм 1971 йылда тамамлай. 1971/1972 уҡыу йылында Бөрйән районының Мәндәғол мәктәбендә уҡыта. 1972 йылдан алып 2006 йылға тиклем Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. 2000 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезында (Өфө) ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Ғәлиәкбәр ауылы «Ағинәйҙәр» ҡорон етәкләй.
- Хөснитдинова Һәҙиә Садиҡ ҡыҙы[5] — 1943 йылдың 29 августынан 1952 йылдың август айына тиклем эшләй. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Темәс педучилещеһендә уҡый.
- Мөхәмәтов Әбделвәхит Ғибат улы — Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы (1991). Әбделвәхит Ғибат улы 1961 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1968—1976 йылдарҙа Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1978 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1983 йылда институтты тамамлай һәм Бөрйән районы Ғәлиәкбәр урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары була. Уҡыусылар менән ауыл топоникаһын йыйып[6] һәм уларҙы өйрәнеп, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми-тикшеренеү эштәре конкурстарында, конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай[7]. Ғәлиәкбәр ауылы араларының шәжәрәһен туплай. 2007 йылда районда үткән "Шәжәрә байрамы"на Ғәлиәкбәр ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың шәжәрәләре ағастарын[8] Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы менән төҙөй һәм беренсе урынды яулайҙар. 2009 йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбәите буйынса регион-ара «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеү яулай. 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» номинацияһында район Советы һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә һәм фотоһы Район Почет таҡтаһына ҡуйыла.
- Ғәлиева (Сафина) Нәркәс Салауат ҡыҙы 1988 йылдың 11 февралендә Бөрйән районы Кейекбай ауылында тыуған. Ғәҙелгәрәй урта мәктәбендә белем ала. 2008 йылда — Белорет педагогия колледжын, 2014 йылда Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын (2008 йылда) Ғәҙелгәрәй мәктәбендә башлай. 2011 йылдың сентябренән Ғәлиәкбәр мәктәбендә эшләй. Башланғыс синыфтар, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
- Ғәлиев Усман Сабир улы[9]
- Ғәлиева Шәүрә Ғизметдин ҡыҙы 1961 йылдың 15 ғинуарында Ишембай районы Яңы Һәйет ауылында тыуған. Яңы Һәйет башланғыс мәктәбендә уҡый. Берәтәк мәктәбендә 8 класты тамамлағас, урта белемде Ишембай ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә ала. 2 йыл Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләй. 1981 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының әҙерлек бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын институтта дауам итеп, 1987 йылда тамамлай. Көйөргәҙе районы Илкәнәй (1987—1991), Айсыуаҡ (1991—2009), Ермолаевка ауылы (1-се һанлы мәктәп) мәктәптәрендә эшләй. 2016 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә эшен дауам итә һәм 2022 йылға хаҡлы ялға китә. Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (2006)
- Мөхәмәтова (Йәнтилина) Минигөл Минибай ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа эшләй. Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан. Кәрешкә мәктәбен тамамлағас, Сибай педагогия колледжында белем ала.
- Ғүмәрова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы 1955 йылдың 6 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1970—1974 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. Тәүҙә Исламбай башланғыс мәктәбендә (1974) эшләй. 1975 йылдан Ғәлиәкбәр мәктәбендә хаҡлы ялға киткәнгә тиклем уҡыта.
- Күлбаева Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы 1972 йылдың 18 ноябрендә Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. Үҙ ауылында 8 класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында башланғыс синыфтар бүлегендә белем ала. 2008 йылда Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлай. 1992 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә.
- Ҡаһарманова (Тимерғазина) Нәзилә Морат ҡыҙы 1960 йылдың 11 мартында Бөрйән районы Мораҙым ауылында тыуған. 1977 йылда Мораҙым урта мәктәбенең 10-сы класын тамамлай һәм башланғыс синыфтарҙа уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1978 уҡыу йылында Бөрйән районының Ғәлиәкбәр мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта, пионервожатый булып эшләй. Рәсәй Федерацияһының ?????.
- Ҡаһарманова Зөлфиә Юлай ҡыҙы
- Әминева (Усманова) Әминә Арслан ҡыҙы башҡорт теленән уҡыта (1960—1983 йылдар), Ишембай районы Әрмет-Рәхим ауылынан
- Сабитов Хәмит Ибраһим улы (16 май 1926 йыл — 24 ноябрь 2004 йыл) — тарих, географияһы уҡытыусыһы. уҡытыусыһы. Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡый. 1951 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1956 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ғәлиәкбәр мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлай. Бөрйән районының Аҫҡар (1951—1952), Үрге Нөгөш (1954) мәктәптәрендә эшләй. 1956 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡыта башлай һәм директор вазифаһын да башҡара. 1970 йылда мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1979 йылдың ноябрендә һаулығы буйынса пенсияға сыға.
- Хәлитова (Фәйезова) Фәүзиә Мансур ҡыҙы 1954 йылдың 31 июлендә Ишембай ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Ишембай ҡалаһының 17-се һанлы мәктәбен тамамлай. 1972—1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетының рус бүлегендә уҡый. 1976 йылда йүнәлтмә буйынса Бөрйән районына эшкә ебәрелә. Тәүҙә Нәби мәктәбендә эшләй. 1976—2011 йылдарҙа Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2010 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
- Һатыбалова Ләлә Рәйес ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ләлә Рәйес ҡыҙы 1975 йылдың 12 майында Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Нәби урта мәктәбен 8-се класынан һуң Белорет педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә һәм 1944 йылда тамамлай. 2006 йылда Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын ситтән тороп тамамлай. Килдеғол, Мәһәҙей мәктәптәрендә эшләй. 2003 йылдан Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә уҡыта башлай.
- Әминева (Мырҙағолова) Ғәлимә Хәйретдин ҡыҙы 1960 йылдың 3 ғинуарында Бөрйән районы Исламбай ауылында тыуған. 1977 йылда Аҫҡар урта мәктәбен тамамлай. 1977—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. 1982 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Ғәлиәкбәр мәктәбендә рус теле һәм һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
- Әминев Иҙел Ағзам улы 1958 йылдың 7 мартында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1965—1973 йылдарҙа Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1973—1977 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында белем ала. Уны тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1980—1981 йылдарҙа Байғаҙы мәктәбендә эшләй. 1982 йылдан алып Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡыусыларға хәрби белем серҙәренә төшөндөрә. Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе булып эшләп, хаҡлы ялға китә.
- Әминева Сәлиха Зиннур ҡыҙы 1962 йылдың 26 октябрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1977 йылда Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 8-се класынан һуң уҡыуын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә. 1979 йылда был уҡыу йортон тамамлағас, бер йыл үҙ ауылы мәктәбендә эшләй. 1980—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Институтты Ҡыҙыл дипломға тамамлап, Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә математика фәненән уҡыта башлай. Бер үк ваҡытта директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да (был вазифала 24 йыл эшләй) башҡара. 2002 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны. Дөйөм эш стажы (2023 йылға) 44 йыл тәшкил итә.
- Әминев Фәрит Шәрифйән улы 9 апрель 1956 йыл — 23 май 1999 йыл) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлы Ғәлиәкбәр мәктәбе менән бәйле. Тарих, география дәрестәре алып бара. Оҙаҡ йылдар профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡара.
- Әхтәмов Мөҙәрис Ғөбәйт улы — биология һәм химия уҡытыусыһы. 1938 йылдың 7 ғинуарында Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуған. Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә уҡый. 1961 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлап, Ғәлиәкбәр мәктәбендә эш башлай. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- Әхтәмова (Шәмиғолова) Хәмдиә Ғиләж ҡыҙы — 1949 йылдың 22 мартында Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс белемде Яңы Собханғол, Иҫке Мөсәт мәктәптәрендә ала. Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. 1964—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡый. 1966 йылдан алып Ғәлиәкбәр ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. 1981 йылдан Ғәлиәкбәр мәктәбендә эшкә алына. Тәүҙә мәктәп яны интернатында тәрбиәсе була. 1982 йылда Сибай педагогия колледжына ситтән тороп уҡырға инә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы (2002) мәктәптә хеҙмәткә өйрәтеү дәрестәре алып бара.
- Ғәбитов Азат Әбдрәхим улы физкультура, математика уҡыта
- Байморатов Факил Хәйбрахман улы
- Байморатова Минигөл
- Байғусҡаров Садиҡ Сәйфетдин улы физиканан уҡыта[11]
- Аҫылғужина (Хәйруллина) Зәкирә Шәһитулла ҡыҙы (ҡара: Үрге Нөгөш мәктәбе)
- Ғәбитов Азат Әбдрәхим улы тәүҙә Ғәлиәкбәр мәктәбендә, Һуүынан Ырғыҙлы мәктәбендә уҡыта.
Мәғариф өлкәһендә эшләүсе уҡыусылары
үҙгәртергәИсемлек
- Аҫылғужин Фәйзрахман
- Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы
- Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы
- Исламғолова (Ҡаһарманова) Сәлимә Таштимер ҡыҙы (Викидәреслектә [1]
- Сәғитов Зәки Ғилман улы(Викидәреслектә Сәғитов Зәки Ғилман улы)
- Сәфиуллина (Ишмөхәмәтова) Роза Зәки ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, РФ мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. 1957 йылдың 22 февралендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1972—1976 йылдарҙа училищела белем алып, тыуған районына ҡайта. 1976 йылда Яуымбай башланғыс мәктәбендә уҡыта башлай. 1979 йылдан хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. 1977-1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетында педагогик белемен камиллаштыра. Уҡыусылары тырышып уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Район буйынса предмет олимпиадаларында уның һәр сығарылыш уҡыусылары призлы урындар яулай. «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем хәбәрселәре лә улар була, шиғыр-мәҡәләләре гәзит биттәрендә баҫылып бара. Роза Зәки ҡыҙы байтаҡ йылдар мәктәптең ата-әсәләр комитеты менән етәкселек итә, башланғыс синыфтарҙың методик берекмәһе етәксеһе була. Был берекмәгә ҡараған Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Һарғая, Мораҙым, Ҡурғашлы мәктәбе укытыусылары уҡытыу-тәрбиә эшендә һөҙөмтәле эшләй, әүҙемлектәре менән айырылып тора. Күп йылдар буйына йыйылған эш тәжрибәһе менән райондың башланғыс синыф уҡытыусылары алдында ижади отчет менән сығыш яһай. Уның эш алымын башҡа хеҙмәттәштәренә өйрәнергә тәҡдим ителә. Район уҡытыусылары бәйгеһендә 2-се урын яулай. Ике тапҡыр Башҡортостан мәғәриф министрлығының, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең, Рәсәй федерацияһы фән һәм мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Исеме «Заслуженные люди Республики Башкортостан» китабына индерелгән. 2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә. 37 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
- Ҡаһарманова (Әхтәмова) Минзәлә Сәйфулла ҡыҙы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Яңы Мөсәт мәктәбендә башланғыс синыфтарҙы уҡыта.
- Хужәхмәтова (Ишмөхәмәтова) Хәлиҙә Зәки ҡыҙы 1964 йылдың 16 мартында Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1984 йылда Мәләүез ҡалаһында башлай һәм Мәләүез районы Ҡотош төп дөйөм белем биреү мәктәбендә дауам итә. Башланғыс кластарҙа белем һәм тәрбиә биреү менән бергә директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара.Йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Мәләүез ауыл советының һайлау комиссияһында эшләй, шулай уҡ ауыл советы депутаты булып һайлана. Өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты (1991 йыл), Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2021 йыл) менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны. Дөйөм хеҙмәт стажы 39 йыл.
- Нурғәлина (Аллабирҙина) Нәркәс Дамир ҡыҙы 1989 йылдың 4 октябрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр, Байназар мәктәптәрендә уҡый. Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Әбйәлил районы Ташбулат ауылында уҡыта.
- Хәбибуллина (Аҫылғужина) Гөлназ Миңнияр ҡыҙы1974 йылдың 11 майында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1991—1997 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
- Мөхәмәтов Азамат Әбделвәхит улы 1987 йылдың 18 майында Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының тарих факультетында уҡый. Әлеге көндә Бөрйән районы Аҫҡар мәктәбендә уҡыта.
- Йомалина (Күлбаева) Таңһылыу Флүр ҡыҙы 1993 йылдың 8 мартында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Тыуған ауылында ун бер класты тамамлағас, 2010 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Зәйнәб Биишева исемендәге академияһынын (хәҙер СФ БашГУ), физика математика бүлегенә уҡырға инә. 2015 йылда институтты уңышлы тамамлап, Йылайыр районына эшкә математика укытыусыһы булып эшкә төшә. 2018—2020 йылдарҙа Учалы ҡалаһынын тау колледжында уҡыта. 2020 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй.
- Ишмөхәмәтова (Әминева) Вәлимә Зиннур ҡыҙы 1970 йылдың 1 ноябрендә Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында уҡый. Йылайыр районы Матрай ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
- Иҫәнбаева (Әминева) Гөлсөм Зиннур ҡыҙы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан. Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй
- Ҡотлобаева (Сәғитова) Көнһылыу Зәки ҡыҙы
- Ҡыуандыҡова (Сәғитова) Таңһылыу Зәки ҡыҙы 1954 йылдың 31 ғинуарында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлай, артабан Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат) урта белем ала. 1977 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика-физика факультетын тамамлай һәм үҙ районында математика уҡытыусыһы булып эш башлай. 37 йыл бер мәктәптә математика фәнен уҡыта, шуның 12 йылында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә уңышлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы мәғарифы отличнигы (1990) исеменә лайыҡ була. Райондағы иң ҙур Сәғитовтар уҡытыусылар династияһының дүртенсе быуыны вәкиле. Әүҙем йәмәғәтсе. Ике саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы советы рәйесе, мәктәптә профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаларын башҡара. 2014 йылдан хаҡлы ялда. 2016 йылдың 14 майынан алып Башҡорт Википедияһы ирекмәне, Бөрйән вики-клубы ағзаһы. Милләтте туплауҙа, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн 2021 йылдың 14 ғинуарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләнә.
- Солтанова (Сәғитова) Зөһрә Зәки ҡыҙы
- Сәғитова Айһылыу Зәки ҡыҙы 1962 йылдың 25 октябрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1977 йылда Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ, 1979 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл Тимер мәктәбендә эшләгәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Туймазы районына эшкә ебәрелә. Үтәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә 1985—2011 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Айһылыу Зәкиевна ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Концерттарҙа, спектаклдәрҙә сығыш яһай, йыр конкурстарында ҡатнаша. «Аҫылйәр» фольклор төркөмө менән район мәҙәниәт йортонда, Ҡаҙағстанда, Ҡазан ҡалаһында сығыш яһайҙар. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Оҙон көй — 2016» төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша.
- Сәғитова Гөлйемеш Зәки ҡыҙы 1963 йылдың 2 апрелендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1980 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөрйән районының Үрге Нөгөш башланғыс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында физика-математика факультетында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң, Ағиҙел урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1987 йылдың октябрендә комсомол секретары итеп һайлана һәм 1990 йылға тиклем студенттар менән бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә кластан тыш һәм кластан тыш белем биреү эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп күсерелә. 2007 йылдан был мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Сәғитова Г. З. — «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» район конкурсы еңеүсеһе (2015). 2016 йылда уға «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелә. БР һәм РФ мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Ул — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2023).
- Баязитова (Күлбаева) Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы
- Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы
- Ғәбитова Гөлдәр Зәкир ҡыҙы
- Алғышаева (Ғәбитова) Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы
- Мөхәмәтшина (Ғәлиева) Зөһрә Сабир ҡыҙы[12]
- Ғәлина (Ғәбитова) Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы
- Күлбаева Фәйрүзә Рәжәп ҡыҙы
- Басырова (Күлбаева) Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы
- Ғәбитов Ибраһим Рауил улы 1977 йылдың 12 апрелендә Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.
- Исмәғилева (Ғәбитова) Айгөл Рауил ҡыҙы 1971 йылда
- Әмирова (Күлбаева) Миләүшә Тимерғәли ҡыҙы 1971 йылдың 18 мартында Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр урта мәктәбен тамамлағас, 1988 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. 2-се курстан һуң ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, 1996 йылда институтты тамамлай. 1990 йылдан 2021 йылға тиклем Миәкә районының Ҡанбәк ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда, үҙенә шөғөл тапҡан (Викидәреслектә уҡығыҙ:Күҙ ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ)
- Килдебаева (Күлбаева) Фәнирә Тимерғәли ҡыҙы (18 июнь 1959 йыл — 2015 йыл) Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1974 йылда Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1978 йылда училищены тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Мәләүез районы Аҡназар ауылы мәктәбенә эшкә ебәрелә. Һарыш ауылы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ тула. Ҡыҙы Лилиә һәм улы Альберт әсәһенең юлын һайлай. Педагогия институтын тамамлап, Лилиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе, Альберт Күмертау ҡалаһында инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй.
- Ҡаһарманов Мөхәмәт Абдраҙаҡ улы (22 март 1961 йыл). 1976 йылда — Ғәлиәкбәр, 1978 йылда Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый. Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1983—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый. Тимер, Мораҙым, Һарағы, Ғәлиәкбәр мәктәптәрендә физика һәм математиканан уҡыта.
- Ҡаһарманов Салауат Абдраҙаҡ улы Яңы Мөсәт мәктәбендә эшләй. Физика һәм математика уҡытыусыһы.
- Ҡаһарманов Ҡәйүм Абдулхаҡ улы
- Сарбулатова(Күлбаева) Айгөл Юнир ҡыҙы 1988 йылдың 24 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбенең 1-се класына укырға бара. Баймаҡ районы,Алғаҙы ауылында 7-9 кластарҙа, Баймак лицей-интернатында 10-11 кластарҙы уҡый. 2005-се йылда СиБГУ-ның башланғыс синыфтар бүлегенә уҡырға инә һәм 2010 сы йылда тамамлай. Хәҙерге вакытта Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә уҡыта.
- Дилмөхәмәтова Зинфира Әнүәр ҡыҙы
- Хәлитов Рафаэль Рафиҡ улы
- Хәлитова Рима Рауил ҡыҙы
- Күзбаева (Ғәлиева) Наилә Нәҙир ҡыҙы — Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе ауылы мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы
- Сөләймәнов Юлай Зариф улы — Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлай, БДУ-ның филология факультетында ситтән тороп белем. Бөрйән районы Килдеғол мәктәбендә … йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта
- Әминев Ришат Шәрәфетдин улы — Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (ауыл) ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы
- Биккинина Заһира Ғилман ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Хәйбулла районында уҡыта[13]
- Дилмөхәмәтова Земфира Әнүәр ҡыҙы 1966 йылдың 26 мартында Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1981 йылда Ғәлиәкбәр 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. 1985 йылда тамамлап, Мәләүез районы Арслан совхозында агроном, бригадир булып эшләй. 1986/1987 уҡыу йылында Ғәлиәкбәр урта мактәбендә пионервожатый, китапханасы була. 1987—1994 йылдарза БГПИ-нын география, биология факультетын тамамлап, Күгәрсен районы Теләүембәт урта мәктәбендә, 2004—2006 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында биология, география уҡытыусыһы, 2006—2011 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы мәғариф бүлегендә, 2011—2013 Камчатка крайы Ҡарағай районында, 2013—2016 йылдарҙа Балаҡатай районында методист вазифаларын башҡара. Мәскәү ҡалаһы мәктәптәрендә төрлө вазифаларҙа эшләй. Башҡортостандың мәғариф министрлығының, Мәләүез, Кугәрсен районы мәғариф бүлектәрендә Маҡтау ҡағыҙҙары, Юрий Гагарин исемендәге миҙал менән бүләкләнә.
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Ғәлиәкбәр_мәктәбе_уҡытыусылары, 1980 йыл
-
1995 йыл. Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары
-
2020 йыл. Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары 2020 йыл
-
Уҡытыусылар концертта. 10.04.2023йыл.
Видеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Габитов Равил Ахмадуллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 161. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Ишмухаметова Сания Сабировна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 247. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Тынғыһыҙлыҡ — уның булмышы
- ↑ Ҡотлайбыҙ! «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы»
- ↑ Яралы төйөн йөрәктә
- ↑ Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы
- ↑ Вахит Мухаметов
- ↑ Шәжәрә
- ↑ Галиев Усман Сабирович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 173. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Кагарманов Карим Абдулхакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 251. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Байгускаров Садик Сайфитдинович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 84. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Мухаметшина Зухра Сабировна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 364. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Биккинина Загира Гилмановна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.