Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы

БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. "Ҡыҙыл Йондоҙ" һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры.

Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы (26 апрель 1921, Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы — 1 октябрь 2002, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. "Ҡыҙыл Йондоҙ" һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры.

Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
 Бөрйән районы
Тыуған көнө 26 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Хәрби звание Капитан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы 1921 йылдың 26 апрелендә БАССР-ың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемле Ғәлиәкбәрҙә ала. Артабан уҡыуын Байназар мәктәбендә дауам итә.

1936 йылда Ырымбурҙа педучилищеға уҡырға инә. Был уҡыу йорто Темәскә күсерелеп, 1939 йылда шунда уҡыуын унышлы тамамлай. Тәүгеләрҙән булып районға махсус педагогик белем менән ҡайта һәм хеҙмәт юлын 1939 йылдың 15 авгусында Ғәлиәкбәр ауыл советына ҡараған Ҡолғона башланғыс мәктәбендә башлай.

1940 йылдың 18 ғинуарынан Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та ул тәүгеләрҙән булып армияға алына. Алты айлыҡ хәрби фелдьшерҙар әҙерләү курсын тамамлағас, 1942 йылдың яҙында өлкән лейтенант званияһы менән һуғышҡа оҙатыла. Йәш офицерға уҡсылар взводы менән командалыҡ итеүҙе йөкмәтәләр. Аҙаҡ рота командиры итеп үрләтәләр.

1942 йылдың апрелендә Карель фронтының 313-сө уҡсылар дивизияһы составында башлап фронтҡа инә. Ленинград, Калинин, 2-се Белоруссия фронттары составында һуғышып, Карелия, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Яу ҡырында Әхәт Ҡәйүм улын Коммунистар партияһы сафына ҡабул итәләр.

1943 һәм 1945 йылдарҙа, контузия алып, яраланып, госпиталдә дауаланырға тура килә. Бөйөк Еңеүҙе 2-се Белоруссия фронты составында Гамбург йүнәлешендә ҡаршылай.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (№ 32276538), «Ҡыҙыл йондоҙ», икенсе дәрәжә «Ватан һуғышы » (№ 2936 656) ордендары, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы һәм башҡа күп миҙалдар менән наградлана.

Армия сафынан 1947 йылда ҡайта һәм яратҡан уҡытыусы эшен дауам итә. Башта Иҫке Собханғол ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Брәтәк балалар йортонда директор була.

1951-1953 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтын тамамлай. Мәктәп директоры, колхоз рәисе, райкомда бүлек мөдире, уҡытыусы булып эшләй. Бөтәһе ярты быуат стажы иҫәпләнә. Оҙаҡ йылдар Иҫке Собханғолов урта мәктәбенең хәрби етәксеһе булып эшләй.

Ун бишләп егетте хәрби хәрби училищеларға ебәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Хәрби – патриотик тәрбиә эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн Министрҙар Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн 1985 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була.

2002 йылда вафат була. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Оҙаҡ йылдар партия комитеты секретары була. Пенсияға сыҡҡас, 1986 йылдан алып райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советын етәкләй. Башҡортостанда сыҡҡан «Хәтер» китабын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөрйән районының яугирҙар исемлеген теүәлләй, һәләк булғандарҙың исемлеген асыҡлай һәм «Хәтер» китабы редакцияһына тапшыра. Ғүмеренең һуңына тиклем һуғыш ветерандары советының рәисе була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «За отвагу» миҙалы ( №1693187; мәғлүмәт базаһында номеры: 32276538, датаһы: 22.06.1944 — 24.06.1944.26.07.1944, 27.07.1944 )
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№1365912; мәғлүмәт базаһында номеры 38507696, датаһы: 01.06.1944-31.08.1944,04.03.1945)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (мәғлүмәт базаһында номеры: № 2936 656, датаһы: 06.04.1985).
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (15.05.1985).
  • Хәрби званиеһы:капитан ( приказ МО СССР №1 от 15.06. 1961)
  • "Хеҙмәт ветераны" миҙалы (24.03.1981)

БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Ҡыҙыл Йондоҙ" һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы иҫтәлегенә үҙе оҙаҡ йылдар эшләгән Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһы фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

 
Әхәт Ҡәйүм улына мемориаль таҡтаташ

Һылтанмалар

үҙгәртергә