Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы

уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-методист (1992), Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡ

Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы (16 ғинуар 1952 йыл) — уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-методист (1992), Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Учалы яҙыусылар ойошмаһы (2015), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы (2017).

Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 16 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова) Шәһүрә Шәкир ҡыҙы 1952 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ауылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлын 1971 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып башлай. Артабан тормошон үҙе менән бергә Белорет педагогия училищеһын тамамлаған Учалы егете Кәтип Насип улы Әхмәҙиев менән бәйләп, Учалы районы Ҡәйепҡол башланғыс мәктәбендә эш башлай.

Бер аҙҙан Ҡотой һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Унда эшләгән дәүерҙә БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай.

1981—1984 йылдарҙа Өргөн 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Башта тәрбиәсе, унан башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

1984 йылда тормош иптәше Кәтип Насип улы Рысай 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Йәш ғәиләгә унда бер йыл ғына эшләп өлгөрә.

1985 йылдың авгусына тиклем йәш ғаиләгә Учалы ҡалаһына күсеп килергә тура килә. Ғаилә башлығын, йәш коммунисты, Учалы ҡала партия комитетына эшкә саҡырып алалар. Шәһүрә Шәкир ҡыҙы Учалы ҡалаһының унынсы мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә килә.

1986 йылдан башланғыс кластарҙа уҡытыусы, 1990 йылдан башланғыс кластарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.

1996 йылда Шәһүрә Шәкир ҡыҙын Учалы ҡалаһының 12-се мәктәбенә башланғыс кластарҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп күсерәләр.

1999 йылдан ун икенсе мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһын башҡара.

1996—2009 йылдарҙа 12-се лицейҙа директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Оҙаҡ йылдар башланғыс кластарҙа уҡытыу тәжрибәһе нигеҙендә Н. А. Зайцев технологияһы буйынса «Кубиктар, таблицалар ярҙамында башҡорт телендә тиҙ ваҡыт эсендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү» алымдарын уйлап таба.

1993 йылдың 4 апрелендә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ғалимдары Шәһүрә Әхмәҙиеваның «Башҡорт телендә балаларҙы тиҙ ваҡыт эсендә уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү» авторлыҡ программаһын хуплай.

10-сы урта мәктәп базаһында уҡытыусыларға семинарҙар үткәреү өсөн Мәғариф министрлығы тарафынан лаборатория ойошторола. Ҡаланың 10-сы балалар баҡсаһында тәжрибә майҙансығы асыла. Республика күләмендә Өфөлә, Сибайҙа, Белоретта, Баймаҡ, Бөрйән һәм башҡа райондарҙа семинарҙар ойошторола.

Тәҡдим иткән методик алымдары, кубик-таблицалары Мәғариф министрлығы тарафынан үҙ ваҡытында республика мәктәптәренә таратыла.

Шәһүрә Әхмәҙиева асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, кластан тыш саралар, конференциялар уҙғара, педагогик эш тәжрибәһе менән бүлешә.

Ул 1992 йылдан юғары категориялы уҡытыусы. 1992 йылда уҡытыусы-методист дәрәжәһенә лайыҡ була.

Тынғыһыҙ, һәр саҡ алға ынтылыусан уҡытыусы «Йыл уҡытыусыһы», «Эврика» конкурстарында әүҙем ҡатнаша.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хеҙмәт юлының башынан уҡ Шәһүрә Шәкир ҡыҙының һәр өлкәлә лә әүҙем эшләй. Ҡәйепҡол, Ҡотой һәм Өргөн мәктәптәрендә эшләгәндә мәктәптәге һәм ауылдағы барлыҡ сараларҙың да уртаһында була. Ауыл клубтарындағы, Учалы ҡалаһының мәҙәниәт йортонда, дөйөм алғанда райондың үҙ майҙанында үткәргән йәки республика кимәлендә ҡатнашҡан барлыҡ байрамдар, мәҙәни саралар уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй.

Беренсе (1995) һәм Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (2002) делегат итеп һайлана.

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Бөрйәнемдең тамғалы ҡарағайҙары»
  • «Үрге Нөгөш әүлиәһе»

Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы тураһында публикациялар

үҙгәртергә

Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙының публикациялары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  1. Уҡытыусы-методист (1992).
  2. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996)[1].
  3. М. X. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты (октябрь, 2000 йыл).
  4. «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы (24.12.2018)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә