Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе
Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбе (рус. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 2 г. Баймака муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе | |
Девизы |
Һаулыҡ, үҫеш, интеллект |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1939 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Баймаҡ районы, Баймаҡ ҡалаһы |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергәБаймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбенә 1939 йылда нигеҙ һалына. Төрлө йылдарҙа мәктәпте өс меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы тамамлай.
1959 йылдан 2017 йылға тиклем мәктәпте 175 сығарылыш уҡыусыһы миҙал менән тамамлай.
Әлеге ваҡытта 986 уҡыусы уҡый: 1—4 кластарҙа — 420, 5—9 — 521, 10—11 — 45 уҡыусы.
Мәктәптең эмблемаһы (ояла ҡауҙы), флагы, девизы («Һаулыҡ, үҫеш, интеллект») һәм «Йәмғиәттең яңы кешеләре» исемле баҫмаһы бар.
2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының «Инклюзив мәктәптә уҡыусылар араһында социаль уңыштар формалашыуы» инновацион платформаһы ойошторола.
Етәкселәре
үҙгәртергә- Аҡсабаев Рәсүл Абрар улы
Уҡытыусылары
үҙгәртергә- Йомалина (Күлбаева) Таңһылыу Флүр ҡыҙы 1993 йылдың 8 мартында Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Тыуған ауылында ун бер класты тамамлағас, 2010 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Зәйнәб Биишева исемендәге академияһынын (хәҙер СФ БашГУ), физика математика бүлегенә уҡырға инә. 2015 йылда институтты уңышлы тамамлап, Йылайыр районына эшкә математика укытыусыһы булып эшкә төшә. 2018—2020 йылдарҙа Учалы ҡалаһынын тау колледжында уҡыта. 2020 йылдан Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй.
- Сарбулатова (Күлбаева) Айгөл Юнир ҡыҙы (ҡара:Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- 1998 йылдан мәктәп йыл һайын «Йыл мәктәбе» район конкурсы еңеүсеһе була, ә 2002 йылдан — Бөтә Рәсәй «Йыл мәктәбе» конкурсы еңеүсеһе була.
- 2004 йыл — «Юғары категориялы мәктәп» конкурсы лауреаты, уҡыусыларҙы уҡытыу буйынса фәнни һәм ғәмәли эшмәкәрлектәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Академик мәктәп» исеменә лайыҡ була.
- 2005 йылда мәктәпкә «XXI быуат мәктәбе» исеме бирелә.
- 2007 — «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә инновацион программаларҙы тормошҡа ашырыусы дөйөм белем биреү учреждениелары конкурсы еңеүсеһе.
- 2008 йылда мәктәп Башҡортостан Республикаһының «Йыл мәктәбе» номинацияһында еңеүсе тип таныла, шулай уҡ «Академия мәктәбе» исемен ала.
- 2010, 2013 йылдарҙа — «Рәсәй мәктәбе»
- 2015 — «Веб-лидер-2015» конкурсы лауреаты
- 2017 — мәктәп ЮНЕСКО Ассошиэйтед мәктәбенең халыҡ-ара танытмаһын ала
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Мәктәп сайты [1] 2022 йыл 1 апрель архивланған.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Башҡортостан гәзите. 16 ноябрь 2019 Баймаҡта – йәнә байрам
- «Аманат» журналы 6 ноябрь 2019 Башҡортостан мәктәптәренә ЮНЕСКО сертификаттары бирәләр