Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы (1 октябрь 1965 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны | мәктәп |
Уҡыу йорто |
Ғәлиәкбәр мәктәбе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаева (Ғәбитова) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1988 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус-башҡорт бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 112-се һанлы мәктәбендә башлай, аҙаҡ Йылайыр районында уҡыта. Әлеге көндә Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Республика кимәлендә үткәрелгән конкурс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадаларында уҡыусылары уңыштарға өлгәшә.
...Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаеваға ла рәхмәтемде белдерәм. Сөнки ул бишенсенән алып мине ошо олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләне. Уҡытыусыларым башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләне, ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар ярҙамы менән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаштым һәм II урынға лайыҡ булдым, – ти Айгүзәл Йосопова. [1] |
Методик эшкәртмәләре
үҙгәртергә- Н.Мусин «Һайлап алған яҙмыш» романы буйынса[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡортостан, 12 август 2022 «Хеҙмәтемде юғары баһаланылар»