Яңы Монасип мәктәбе

Яңы Монасип мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында урынлашҡан[1]

Яңы Монасип мәктәбе
Нигеҙләнгән

1935

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы

Яңы Монасип мәктәбе 1935 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла. 1989 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп. 2009 йылдан — башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы. Беренсе уҡытыусы — И. Ғ. Йәһүҙин.

Мәктәп 1936 йылдан бер бүлмәле, ә 1964 йылдан ике бүлмәле ағас йортта урынлаша. 1989 йылда яңы мәктәп төҙөлә. 2 уҡыу кабинеты, йоҡо һәм уйын бүлмәләре, ашхана, «Мираҫ» тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәктәп яңы участкаһы һәм алма баҡсаһы бар.

Мәктәпкә тиклем төркөм 2009 йылдан бирле эшләй. 2005 йылда Яңы Монасип мәктәбендә Г. А. Сәғитова премияһы булдырыла.

1989 йылдан алып мәктәпте 140-тан ашыу уҡыусы тамамлай. 2020 йылда мәктәп бинаһында Йәғәфәров Азамат Фазулла улына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Етәкселәре

үҙгәртергә

Уҡытыусылары

үҙгәртергә

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

үҙгәртергә
  • Ишморатова (Йәғәфәрова) Клара Ғилман ҡыҙы 1960 йылдың 12 сентябрендә Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған. 1968—1971 йылдарҙа Яңы Монасип башланғыс, 1971—1975 йылдарҙа Нәби һигеҙ йыллыҡ, 1975—1978 йылдарҙа Иҫке Монасип урта мәктәптәрендә уҡый. 1978—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетын уңышлы тамамлай һәм 1983 йылда, юллама буйынса, [[Диңгеҙ буйы крайының Лесозаводск ҡалаһы Иннокеньевка урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.

1984—2004, 2005—2021 йылдарҙа 36 йыл Бөрйән районының Яңы Усман төп белем биреү мәктәбендә математика дәрестәре алып бара һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1997 йылдан беренсе, 2008 йылдан алып юғары категориялы математика уҡытыусыһы. Төп эшенән тыш йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Оҙаҡ йылдар Яңы Усман ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, Яңы Усман ауылы буйынса һайлау комиссияһы рәйесе, ике тапҡыр ауыл советы депутаты була.

2004—2005 йылдарҙа һәм 2021 йылдан алып Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә эшләй. Клара Ғилман ҡыҙы 40 йыл балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшендә. Ошо дәүер эсендә өлгәшкән уңыштар өсөн район мәғариф булегенең, Бөрйән районы администрацияһының, Башкортостан республикаһы мәғариф министрлығының, Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы һәм Фәндәр Академияһының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була[2]. Рәсәй күләмендәге хеҙмәт ветераны.

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Йәғәфәров Ринат Ғәлимйән улы, филология фәндәре кандидаты, «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе.
  • Йәғәфәров Азамат Фазулла улы (1962—1982), Афған һуғышында һәләк булған яугир, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Рәхмәтле Афған халҡынан» миҙалдары кавалеры.
  • Ҡыуандыҡов Факил Афзал улы (1956, Яңы Монасип) — фельдшер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
  • Сәғитова Нәсимә Ғилман ҡыҙы (1959) — хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы знагы, Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
  • Әйүпова Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы (1954 —) — мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Ҡыуандыҡова Хәмдиә Ғәззәле ҡыҙы (1959—2013) — Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Мөхәмәтйәнова Шәмсинур Әхмәтйән ҡыҙы (1949 -) — Рәсәй Федерацияһы мәғарифы почетлы хеҙмәткәре.
  • Шәрипов Фәнис

Мәктәп тураһында матбуғатта

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә