Мәһәҙей мәктәбе
Мәһәҙей мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Мәһәҙей ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалы
Мәһәҙей мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
БР Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1930 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы |
Тарихы
үҙгәртергәМәһәҙей мәктәбе 1930 йылдың баштарында Х. Насыровтың өйөндә киске мәктәп булараҡ асыла. Беренсе уҡытыусы — Б. Ғазин.
1937 йылдың мәктәп өсөн яңы бина төҙөлә.
- Мәктәптең статусы
- 1937 йылдан — башланғыс мәктәп
- 1982 йылдан — 6 йыллыҡ мәктәп
- 1989 йылдан — төп мәктәп
- 2011 йылдан — Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалы
1948—1949 йылдарҙа 10 бала уҡый.
1961 һәм 1972 йылдарҙа яңы биналар төҙөлә. «Гөрләүек» балалар баҡсаһы мәктәпкә 2016 йылдан ҡарай.
Етәкселәре
үҙгәртергәУҡытыусылары
үҙгәртергә1937—1946 йылдарҙа З. Агишева, С. Әхмәтов, А. Дәминев, З. Күсемов, Й. Минһажев, М. Насретдинов, Н. С. Сәйәхова, С. Хәйретдинова, Г. Юлсурина һ.б. Мәһәҙей мәктәбендә уҡытыусы булып эшләйҙәр.
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
үҙгәртергәМәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ирбулатов Нуретдин Сәғәҙәтдин улы (1919 йыл — 30 ноябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы (1 ғинуар 1968 йыл) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы (9 июль 1967 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, БР Хөкүмәтенең Гранты эйәһе
Мәктәп тураһында матбуғатта
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Магадеевская основная школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 328. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.