Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы
Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. «РСФСФ-ың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «БАССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1984)
Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1937 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 ғинуар 1996 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Байназар, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | СГПИ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәтифә Зекрия ҡыҙы Әминева 1937 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Атаһы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Тыуған ауылында ете йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, тулы урта белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ала.
Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. 1960 йылда институттың физика-математика факультетын уңышлы тамамлап тыуған районына ҡайта. Уны Байназар урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр.
Ғәтифә Зекрия ҡыҙы эшенә үтә лә яуаплы ҡараған, намыҫлы, үҙенә лә, уҡыусыларына ла бик талапсан уҡытыусы булып таныла. Ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй уҡыусыларға математика фәне буйынса төплө белем бирә.
Тырыш хеҙмәте менән уҡыусыларының һәм коллективтың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә оло ихтирамын яулай. Күп уҡыусылары экономист, бухгалтер, инженер, уҡытыусы булып китәләр.
Ғәтифә Зекрия ҡыҙының өс ҡыҙы ла уның юлынан китеп уҡытыусы һөнәре һайлайҙар. Өлкән ҡыҙы Роза Учалы ҡалаһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рима математика уҡытыусыһы, ә кесе ҡыҙы Резеда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре алалар. Кинйә улы Рәмис Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының экономия бүлеген тамамлай.
Уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлдә алып барғаны өсөн мәктәп администрацияһының һәм район мәғариф бүлегенең күп һанлы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Намыҫлы хеҙмәте «РСФСР-ың халыҡ мәғарифы алдынғыһы» знагы (1972) һәм «Өлкән уҡытыусы» маҡтаулы исеме (1977) менән баһалана[1].
Ә 1984 йылда «БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ була[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒәтифә Зекрия ҡыҙы уҡытыу эше менән бер рәттән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. КПСС ағзаһы була. Оҙаҡ йылдар Байназар урта мәктәбендә партия ойошмаһының секретары вазифаһын алып бара. Ауыл Советы депутаты, өс саҡырылыш район Советы депутаты (1979-1987 йылдар) итеп һайлана[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1984)[2].
- Бөрйән район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары (балаларға төплө белем биргәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн, 1970,1975).
- «Өлкән уҡытыусы» маҡтаулы исеме (Таныҡлыҡ № 1052, РФ Мәғариф министрлығының Бойороғо № 60, 01.08. 1977 йыл).
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы алдынғыһы» (Таныҡлыҡ № 151057, РФ мәғариф һәм фән министрлығының Ҡарары № 4.75, Мәскәү, 29. 12. 1972).
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы архив эштәре буйынса идаралығының «Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға мөһим һәм иҫтәлекле даталар исемлеге»нә индерелгән[4].
- 2003 йылдың яҙында Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының битләүендә Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы иҫтәлегенә ҡарағай үҫентеләре ултыртыла һәм кәртәләп алына. Ҡарағайҙар матур булып үҫеп китәләр. Паркты Ғәтифә паркы тип йөрөтәләр[5].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үҙ эшенең оҫтаһы («Таң» гәзите)
- Г. Вәлиуллина Ғорур булып ҡал (БАШҠОРТСА) // «Таң» гәзите : ГӘЗИТ. — 1990. — № 149. — С. 2..
- С. Ғүмәров Ихтирамға лайыҡ (БАШҠОРТСА) // Башҡортостан уҡытыусыһы : ЖУРНАЛ. — ?. — № ?. — С. 1..
- Удостоверения депутата
- Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 08.08.1984 N 6-2/200 “О присвоении почетного звания “Заслуженный учитель школы Башкирской АССР“ работникам народного образования“ 2022 йыл 13 март архивланған.
- Календарь 2022 йыл 16 февраль архивланған.
- Ғәтифә паркы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Г. Вәлиуллина Ғорур булып ҡал (БАШҠОРТСА) // «Таң» гәзите : ГӘЗИТ. — 1990. — № 149. — С. 2.
- ↑ 2,0 2,1 Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 08.08.1984 N 6-2/200 “О присвоении почетного звания “Заслуженный учитель школы Башкирской АССР“ работникам народного образования“ 2022 йыл 13 март архивланған.
- ↑ Удостоверения депутата
- ↑ Календарь 2022 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Ғәтифә паркы