Бөрйән энциклопедияһы

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы тураһында мәғлүмәттәр туплаған энциклопедия; киң ҡатлам уҡыусыларға йүнәлтелгән фәнни-популяр б

Бөрйән энциклопедияһы (рус. Бурзянская энциклопедия) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы тураһында мәғлүмәттәр туплаған энциклопедия; киң ҡатлам уҡыусыларға йүнәлтелгән фәнни-популяр белешмә баҫма.

Бөрйән энциклопедияһы
Нигеҙләү датаһы 2022
Атамаһы Бурзянская энциклопедия
Төп тема Бөрйән районы
Жанр энциклопедия
Нәшер итеүсе «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы
Ил  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле

Тасуирлама үҙгәртергә

Ғилми баҫмала Бөрйән районының тарихы, административ-территориаль ҡоролошо, социаль-иҡтисади хәле, мәҙәни тормошо, ижтимағи-сәйәси хәле хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Районда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы системаһының үҫеш тарихы яҡтыртылған. Үҙенең ҡаҙаныштары менән районды данлаған кешеләрҙең биографияһы килтерелгән. Географик объекттар, тәбиғәт ресурстары, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы һүрәтләнгән,

Энциклопедияла 1600-ҙән ашыу, шул иҫәптән 1000-дән ашыу биографик мәҡәлә; 900-гә яҡын иллюстрация бар.

Энциклопедия ике өлөштән тора. Баҫманыюң 1-се өлөшө Бөрйән районының географик урыны, мәғариф, хужалыҡ, мәҙәниәт үҫешенең төп этаптары заҡында очерктар; тарихи Башҡортостан территорияһында Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем райондың төп халҡын тәшкил иткән башҡорт ҡәбиләләренең урынлашыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Инеш мәҡәләлә 1939 йылдан алып халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре килтерелгән, башҡорт халҡының һәм республикала даими йәшәгән башҡа халыҡтарҙың үҫеше тураһында мәғлүмәт бирелгән[1][2].

Энциклопедия Бөрйән районы хакимиәте заказы буйынса «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында баҫылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә