Әхтәмов Сәйфулла Ғөбәйт улы
Әхтәмов Сәйфулла Ғөбәйт улы (10 ғинуар 1925 йыл — 14 сентябрь 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе.
Әхтәмов Сәйфулла Ғөбәйт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1925 |
Тыуған урыны | Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 14 сентябрь 1986 (61 йәш) |
Ерләнгән урыны | Ғәлиәкбәр |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм 1-се Украин фронты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйфулла Ғөбәйт улы Әхтәмов 1925 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында тыуған.
1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тәүҙә 1-се Украин фронтында, 1944 йылдан алып 365-се запас уҡсылар бригадаһы составында һуғыша.
Сәйфулла Ғөбәйт улы, һуғыштан ҡайтҡас, «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә эшләй. 1955 −1956 һәм 1962—1967 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауыл советы рәйесе вазифаһын башҡара. Пенсияға сыҡҡансы, Ғәлиәкбәр почта бүлексәһе етәксеһе була.
1986 йылдың 14 сентябрендә Ғәлиәкбәр ауылында вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Бурзянская энциклопедия / Г. Н. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 76. — 640 с. — ISBN ISBN 978-5-88185-512-2.