Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы
Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы (27 март 1954 йыл — 19 апрель 2015 йыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)[1].
Ғәҙелшина Мөнирә Зәкир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 27 март 1954 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 апрель 2015 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡотан, Ырғыҙлы ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөнирә Зәкир ҡыҙы Ғәҙелшина 1954 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында ғаиләләрендә дүртенсе бала булып тыуа. Ике йәшенән үгәй әсәй тәрбиәһендә үҫә.
Тыуған ауылында Ғәлиәкбәр мәктәбен 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет ҡалаһының педагогия училищеһына уҡырға инә. 1974 йылда Ҡотан ауылына башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе итеп эшкә тәғәйенләнә[1].
35 йыл бер урында эшләй. 2009 йылда хаҡлы ялға сыға, 2011—2015 йылдарҙа Ҡотан ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй[1].
2015 йылдың 19 апрелендә ауыр сирҙән вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергәТормош иптәше Рәфҡәт Ғәлийән улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Земфира әсәһе юлынан китә, юғары категориялы биология һәм химия уҡытыусыһы. Улы Ришат — ҡортсо. Илфат улы Санкт-Петербургта Рәсәй дәүләт метеорология университетының гидрология факультетын тамамлай, ауылда төпләнә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлана, оҙаҡ йылдар Ҡотан ауылының бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторы булып эшләй.