Ҡотан
Ҡотан (рус. Кутаново) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. Ырғыҙлы ауыл советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 317 кеше[2]. Почта индексы — 453585, ОКАТО коды — 80219816002.
Деревня | |
Кутаново башҡ. Ҡотан | |
Ағиҙел йылғаһы аша күпер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453585 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 47 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ырғыҙлы): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 180 км
Ҡотан ауылы Ағиҙел йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр һәм тимер юл станцияһы Белореттан 180 километр алыҫлыҡта, «Башҡортостан» милли паркы территорияһында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәҠотан ауылына 1795—1811 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. VII рәүиз буйынса унда 19 йорт булған.
1866 йылда Ҡотан Мәсетлеауыл, Мәсетле атамаһы менән теркәлгән. Был ваҡытта 13 йортта 118 кеше йәшәгән[3]. Бында йорт старшинаһы Йәрмөхәмәт Сирбаев менән ҡустыһы Монасип йәшәгән, ул Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ҡолғана, Һөйөш ауылдарын берләштергән 23-сө йортҡа идара иткән. Уларҙың барыһы ла Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантонына ингән. Халҡы ярым күсмә тормош алып барған. Йәйләүгә сыҡҡандар. 90 кешегә ни бары 64 бот яҙғы иген сәселгән. Ауылға Бөрйән улусы аҫаба башҡорттары (хәҙерге Баймаҡ районы ауылынан күсеп килгән) нигеҙ һала. Ауыл булып ойошторолғанға тиклем үк бында утарҙар урынлашҡан булған, уларҙың барыһында ла башҡорттар йәшәгән[4][5].
Халыҡ малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет булған[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[7] | 2009[7] | 2010[1] |
311 | ↗361 | ↘317 |
- Милли составы
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[8].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 144 | ||||
1920 йыл 26 август | 186 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 154; | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 175 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 223 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 311 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 317 | 169 | 148 | 53,3 | 46,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Әлеге ваҡытта Ҡотан ауылында башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы[9], фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10][11].
Урамдары
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергә- Кәбәнташ[13]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Таң гәзите ҠОТАНДЫҢ ЯУ КҮРГӘН МӘСЕТЕ...
Галерея
үҙгәртергә-
Ауыл эсенә юл
-
Ҡотан-Ырғыҙлы күпере
-
Һәйкәлдәр ҙә иҫкерә
-
Яугирҙәр исемлеге
-
Ауыл мәктәбе һәм балалар баҡсаһы
-
Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто
-
Ҡотан ауылынан сыҡҡас
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡотан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Ҡотан ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46-47 бб. Бөрйән районыы Ҡотан ауылы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡотан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Ҡотан ауылы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46-47 бб.
- ↑ Куганово
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 46-47 бб.
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ В Бурзянском районе после капитального ремонта открылась начальная школа-детский сад (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
- ↑ Ҡотан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ [1]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡотан Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |