Сәғитов Зәки Хаммат улы

Уҡытыусы-новатор.РСФСР халыҡ мәғәрифе алдынғыһы

Cәғитов Зәки Хаммат улы (1929 — 19 май 1995) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы.

Сәғитов Зәки Хаммат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1929
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 19 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Биографияһы үҙгәртергә

Cәғитов Зәки Хаммат улы 1927 йылдың көҙөндә БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында райондың алдынғы уҡытыусыһы Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы ғаиләһендә тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, отҡор егетте 1942 йылда «Ҡыҙыл байраҡ» колхозының уҡыу йорто мөдире, 1943 йылда — Ҡолғона башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы итеп ҡуялар.

Атаһы Хаммат Ҡәйүм улы ялған донос буйынса репрессияға эләгә. «Халыҡ дошманы» улының, ауыр балалыҡ йылдары кисереүенә ҡарамаҫтан, белем алыуға ынтылышы шундай көслө була. Ул Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә.

1945 йылда Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенә күсерәләр. 1947 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай.

1949—1950 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1950 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә һәм 1952 йылда уны тамамлағас, Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенең, ә 1953 йылдан — Иҫке Собханғол урта мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

Алған белеме менән ҡәнәғәт булмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә һәм 1959 йылда уны тамамлай. Юғары белемле белгесте 1959 йылда тыуған ауылында мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр[1]. Хаҡлы ялға сыҡҡансы туған мәктәбендә хеҙмәт итә.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Тәүге көндән Зәки Хаммат улы бар көсөн, һәләтен егеп эшкә тотона. Иң беренсе мәктәп төҙөтөүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки уҡыусылар мәсеттә һәм бер нисә өйҙә бүленеп уҡыйҙар.

Ул ауылдың абруйлы ирҙәрен һәм уҡытыусыларҙы йыйып Мәскәүгә хат яҙа. Шул осорҙа уҡытыусы булып эш башлаған, артабан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып киткән Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ете ырыу башлығы йыйылып аҡ батшаға хат яҙған кеүек, улар ҙа Мәскәүгә хат яҙалар. Хат иғтибарһыҙ ҡалмай, РСФСР мәғариф Министрлығы мәктәп төҙөүгә туранан-тура аҡса бүлә.

Бүленгән аҡсаға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бөтә ауыл кешеләрен йәлеп итеп, заманына күрә ҙур ағас мәктәп төҙөтә. Экономияланған аҡсаға мәктәпкә өр-яңы «Беларусь» тракторы һәм пилорама һатып алалар[2].

Зәки Хаммат улының оҫта етәкселеге һәм энтузиазмы арҡаһында Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбе, яҡшы үҫешкән мәктәп яны хужалығы булған, алдынғы уҡытыу-тәрбиә үҙәгенә әйләнә. Мәктәптең материаль базаһын нығытыу өсөн өҫтән бүленгәнде көтөп ултырмай, пилорама һәм трактор мәктәпкә ҙур табыш сығанағы була. Ауылда берҙән-бер пилорама бөтә ауыл халҡын төҙөлөш материалы — таҡта менән тәьмин итә. Ауыл халҡының да көнкүреше яҡшыра.

Картуф үҫтереүҙән башҡаны белмәгән ауыл халҡын йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә өйрәтә. Крыжовник, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентәләрен мәктәп һәм бөтә ауыл халҡына етәрлек итеп ҡайтарта.

Мәктәптә 50-ләгән даданы булған ҡортсолоҡ эшен йәйелдерә. Мәктәптә бөтә ауылды тәьмин итерлек һуған, кәбеҫтә үҫтерелә. Йәйге хеҙмәт практикаһын малайҙар ҡортсолоҡта, ҡыҙҙар йәшелсә баҡсаһында үтә.

Килем күп булғас, мәктәп бөтә уҡыусыларҙы ла мәктәптә алмаш аяҡ кейеме менән тәьмин итә. Яңы йыл байрамдарында, көҙ уңыш байрамында уҡыусыларға тик ҡыйбатлы бүләктәр таратыла. Мәктәптә бөтә заманса уҡытыу-техник ҡоролмалар туплана. Уҡытыусылар өсөн фатирҙар, күрше ауылдан килеп уҡыған уҡыусылар өсөн мәктәп яны интернаты, ҙур спорт залы төҙөтә.

Педагогик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Зәки Хаммат улы, директор булараҡ, оҫта ойоштороусы ғына түгел, ә районда иң көслө математика уҡытыусыһы булып таныла. Уның уҡыусылары республиканың абруйлы уҡыу йорттары — нефть институтына, авиация институтына һәм башҡа юғары уҡыу йорттарына уҡырға инәләр. Районда «Ғәлиәкбәрҙәр уҡый инде, уларҙың Зәки Хамматовичы бар бит» тигән дан йәшәй.

Ғәлиәкбәр мәктәбе бөтә республика өсөн кадрҙар әҙерләү урынына әйләнә. Элекке уҡыусыларының күбеһе юғары етәкселек вазифаларын биләйҙәр[3]. Зәки Хаммат улы математика уҡытыусыларының ҙур плеядаһын әҙерләй. Бөрйән районы мәғариф бүлеге 2010 йылда Зәки Хаммат улы Сәғитов исемендәге премия булдыра, ул йыл һайын райондың юғары уңыштарға өлгәшкән иң алдынға уҡытыусыһына тапшырыла[2].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы Хөснитдинова Һәҙиә Садиҡ ҡыҙы менән[4] ғаилә ҡора. Балалары бөтәһе лә юғары белемле. (Ҡотлобаева (Сәғитова) Көнһылыу Зәки ҡыҙы, Ҡыуандыҡова (Сәғитова) Таңһылыу Зәки ҡыҙы, Солтанова (Сәғитова) Зөһрә Зәки ҡыҙы, Сәғитова Айһылыу Зәки ҡыҙы, Сәғитова Гөлйемеш Зәки ҡыҙы — уҡытыусылар, малайҙары Урал һәм Кәбир юғары техник белем ала)[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Зәки Хаммат улы әүҙем йәмәғәтсе лә була. Күп тапҡыр ауыл Советы, район Советы депутаты итеп һайлана, ауылдың беренсел партия ойошмаһының алмашһыҙ секретары була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, депутатлыҡ наказын үтәп, ауылда ҙур магазин төҙөтә. Кешеләргә ҡарата бик иғтибарлы, ихтирамлы, үтә тыйнаҡ кеше була.

Хәтер үҙгәртергә

Үҙе оҙаҡ йылдар эшләгән Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылындағы мәктәп стенаһына 2018 йылда Сәғитов Зәки Хаммат улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыла[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР мәғариф Министрлығының һәм БАССР профсоюз өлкә комитетының Маҡтау ҡағыҙы (1964 й.),
  • СССР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1985 й.)[7],
  • «РСФСР халыҡ мәғәрифе алдынғыһы» билдәһе (таныҡлыҡ № 129010 1968 й.),
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙал (1970 й),
  • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (АК № 019152 20 май 1947 й.).
  • 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30, 40, 50 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә