Яңы Монасип
Яңы Монасип (боронғо атамаһы Мишәр; рус. Новомунасипово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 327 кеше булған[2]. Почта индексы — 453584, ОКАТО коды — 80219822001.
Деревня | |
Яңы Монасип рус. Новомунасипово | |
Мәҙәниәт йорто | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты |
[[Башҡортостан]] |
Муниципаль район |
[[Бөрйән районы|Бөрйән]] |
Ауыл советы |
[[Иҫке Монасип ауыл Советы (Бөрйән районы)|Иҫке Монасип]] |
Координаталар | |
Халҡы | |
Почта индексы |
453584 |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Алыҫлығы:
- Район үҙәгенә (Иҫке Собханғол) тиклем: 26 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына (Белорет) тиклем: 129 км.
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
үҙгәртергәН. Ғ. Сәғитованың «Тарих һөйләй Ҡаратау» китабында Ер хәтере мәҡәләһендә Яңы Монасип ауылының эргә-тирәһендәге ер-һыу атамалары тасуирланған[3].
Тарихы
үҙгәртергә1861 йылға тиклемге административ бүленеш буйынса Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған. 1861 йылғы реформаларҙан һуң Орск өйәҙе составына инә. Халыҡ телендә ауылдың Мишәр тигән икенсе исеме лә һаҡланған. Һуңғы ике быуат эсендә Ағиҙел йылғаһы буйында һәм 11-се тирмәнең бер өлөшөндә урынлашҡан 33 ихаталы Монасип ауылы барлыҡҡа килә. Монасип Юлдашбаев нигеҙ һалған (1752—1823). Уның балалары — Исхаҡ һәм Исмәғил. XIX быуат уртаһында Яңы Монасипҡа 15 ихата бүленгән, Иҫке Монасипта 46 ихата ҡалған. Халыҡ ярым күсмә тормошто дауам итә, йәйгә 79 ихатанан 60 арба йәйләүгә күсә. 1842 йылда бөтә йорттарҙа (404 кеше) 500 ат, 200 һыйыр, 40 һарыҡ һәм 15 кәзә була. Иген — ужым бойҙайы 24 фунт, яҙғы бойҙай — 344 фунт сәсеүлә 1806—1807 йылдарҙағы агрессив Францияға ҡаршы кампанияла Рахманғол Яҡшыбаев, рядовойҙар Хоҙайбиргән Ишҡолов, Йәнғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишимбәтов ҡатнаша. Мырҙағол һәм Ғәлибәй Рамаҙановтар, Зиянбирҙе Тойғонов, Көмөшбай Булатов, Буланбай Айытҡолов Парижға барып етәләр һәм миҙалдар менән бүләкләнәләр. 1828—1829 йылдарҙа Рус-төрөк һуғыштары ваҡытында Ниғмәтулла Арапов, Ҡадирбай Хәлилов, Ишкинйә Әйүпов, Мөхәмәтрәхим Мөхәмәтғәлин сик буйында кордон хеҙмәтендә булалар[4].
Икенсе версия, районыбыҙҙың тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Рахманғолов Рәмзи Мансур улының (1928—2002) яҙмалары буйынса, Яңы Монасип төп ауыл булып, Иҫке Монасип унан айырылып сыға. Р. М. Рахманғоловтың атаһы, заманына күрә көслө мулла Рахманғолов Мансурҙың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған ҡулъяҙмала Иҫке Монасип ауылы тарихы тураһында былай тип яҙылған була: «XVII быуат башында уҡ Һарт ауылы билдәле булып, хәҙер халыҡ телендә Мишәр туғайы тип йөрөтөлгән урында — Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан була. Ябағасыл исемле кеше ауылда баш булған. Шул осорҙа Көйөргәҙе һыуы буйы Урта Баба ауылынан Биктимр исмле кеше Аҙау исемле улы менән килеп, 1669 йылда ил муллаһы булып хеҙмәт итә. Ауылдың иң үрге осонда мәсете була. Биктимерҙән һуң 1690—1740 йылдарҙа Аҙау имам була. Унан Ғәлимырҙа, Ғәбделсалих имам, Аҫылғужа мәзин, 1791 йылда Буран Йылҡыбай улы имам, Дәүләтгәрәй мәзин булалар. 1817 йылда халыҡ Үрге Мишәр туғайынан ошо Иҫке Монасип ауылы ултырған Ҡарағай туғайға күсеп, мәсетте лә ташып алалар. 1837 йылда духовный собраниенан рөхсәт алып, мәсетте йәнә төҙөткәндәр».
Байтаҡ ғаиләләр: Буран Йылҡыбай улы (50 йәш), улы Ишемғужа (22 йәш); Мөхөмөткөнәфи улдары Хәсән, Мөхәмәтшәриф менән; Мөхәмәтғәле Рахманғолов (41 йәш); Юлдаш Ҡужағолов (55 йәш), Ҡужағол, Хоҙайбиргән (32 йәш); Әйүп Ишембәтов (24 йәш); Йомағол Ишҡолов (40 йәш), улы Исламбай (7 йәш); Монасип Юлдашбаев (63 йәш), улы Исмәғил (22 йәш) иркенерәк булған арғы яҡ ялан Ҡарағайтуғайға күсеп ултырып, яңы ауылдарын Һарт тип атайҙар, ә оло ауыл Мишәр тип атала башлаған. Мишәрҙә ҡалған ғаиләләр: Төлкөбай Тимрбаев (62 йәш), улы Сәғит Төлкөбав (18 йәш); Миңлбай Булатов (27 йәш), улдары Дәүләтбай (6 йәш), Буранбай (1 йәш); Шәриф Айҙағолов (42 йәш), улы Ҡыуандыҡ (2 йәш), туғаны Төрөкмән (35 йәш); Әйүп Сурағолов (41 йәш), улдары Ишем (10 йәш), Ишкенә (15 йәш), Ишбирҙе (4 йәш), Йәғәфәр (3 йәш).
Ҡасандыр Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдары бер булып, күпмлер ваҡыттан икегә айырылыуҙары тураһында халыҡта таралған легенда ла бар. Уны 1982 йылда Әйүпова Нурия Хөснитдин ҡыҙы 1898 йылғы Төлкөбаев Сәғит Ғәли улынан яҙып алған. Элек Көйөргәҙе олоҫо Урта Баба ауылынан бер йәш егет Һарт ауылына ил муллаһы булып килә. Әүәле халыҡ сабата кеймәгән, сарыҡ йә итек кейгән, ә был мулла сабата кейә икән. Бының сабата кейгәнен күреп, Һарттар уны йә татар, йә мишәрҙер тип уйлай. Был мулла ауылдан кәләш алып донъя көтә башлай. Бер-бер артлы балалары күбәйә һәм ил муллаһы үҙенә ер һорай. Уға хәҙерге Мишәр туғайын бирәләр. Мулла ғаиләһе менән һәм тағы ла бер нисә ғаилә күсеп килеп, яңы ауылға нигеҙ һала.
Башҡортостан Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Зәйтүнә Шәрипова Нәби ауылы аҡһаҡалы Юныс Һатыбаловтан яҙып алған легенда ла иғтибарға лайыҡ. Уның һөйләүенсә, һал кәсебендә йөрөгән Һарт ауылы егеттәре Өфө яҡтарынан мишәр кәләштәр алып ҡайталар һәм Ағиҙел бөгөлөндәге ҡая аҫтындағы туғайға өй һалып төпләнәләр. Шунан алып ауылды күршеләре Мишәр тип йөрөтә башлайҙар икән.
Аралар Ауыл халҡы түбәндәге араларға бүленгән: Сәғитовтар — шекәрәләр, Баязитовтар — теүәтәйҙәр, Буранбаевтар — тартайҙар, Көмөшбаевтар — һайыҫҡандар, Әйүповтар — йөнлө табандар. Ауылда тағы ла бүре, бизмән, ҡыҙыл кәпәс аралары ла булыуы билдәле[5].
Ауыл бөгөн
үҙгәртергә1986 йылдан башлап Яңы Монасип ауылы Иҫке Монасип ауыл Советы үҙәге була. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге № 6-2/395 «Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген күсреү тураһында» Ҡарары:
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының административ үҙәген Иҫке Монасип ауылынан Яңы Монасип ауылына күсрергә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф. Солтанов, Өфө, 12 декабрь 1986 йыл
№ 6-2/395
Иҫке Собханғол-Белорет юлынан ауылға тиклем ҡырсынташ юл. Ҡыш Ағиҙелдә боҙ торғанда Нәби, Ҡурғашлы, Байназар ауылдарына ҡышҡы юл һалына. Иҫке Монасип ауылы менән аҫылмалы күпер тоташтыра. Яңы ҙур күпер төҙөлөү өҫтөндә. Төп урам — Мөхтәр Сәғитов урамына асфальт түшәлгән. Ауылға газ үткән.
Ауылда мәҙәниәт йорто, фельдшерлыҡ пункты, ике магазин, башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, ветучасток, мәсет бар.
Урамдар
үҙгәртергә- Ағиҙел урамы
- Дуҫлыҡ урамы
- М. Сәғитов урамы
- Ҡаратау урамы[6]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 182 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | 118 | 54 | 64 | ||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 352 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 327 | 167 | 160 | 51,1 | 48,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (27.08.1932—20.06.1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987).
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (10.06.1948), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Йәғәфәров Ринат Ғәлимйән улы, филология фәндәре кандидаты, «Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе.
- Йәғәфәров Азамат Фазулла улы (1962—1982), Афған һуғышында һәләк булған яугир, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Рәхмәтле Афған халҡынан» миҙалдары кавалеры.
- Көмөшбай Булатов, 1812—1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» тигән көмөш миҙал кавалеры.
- Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913 йыл Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы — 1 февраль 1945 йыл, Германия, Зеяпотен ауылы) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина, орудие командиры.
- Ҡыуандыҡов Факил Афзал улы (1956, Яңы Монасип) — фельдшер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Йәғәфәров Ниғмәт Мостафа улы (1909-?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, III дәрәжә Дан һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Сәғитов Әхмәтшәриф Илъяс улы (1899, Яңы Монасип — ?, Иҫке Монасип) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
- Йәғәфәров Яхъя Мөжәүир улы (1919, Яңы Монасип — 1972, Брәтәк) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары кавалеры.
- Буранбаев Солтангәрәй Лотфулла улы (1920—1993) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры.
- Көмөшбаев Рәхмәтулла Хәйбулла улы (1922—2000) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Сәғитов Зәкир Юныс улы (1923-) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, майор, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
- Сәғитова Нәсимә Ғилман ҡыҙы (1959) — хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы знагы, Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
- Әйүпова Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы (1954-) — мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ҡыуандыҡова Хәмдиә Ғәззәле ҡыҙы (1959—2013) — Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Мөхәмәтйәнова Шәмсинур Әхмәтйән ҡыҙы (1949-) — Рәсәй Федерацияһы мәғарифы почетлы хеҙмәткәре.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Таң гәзите. 6 февраль. «Атайым (Йәғәфәров Яхъя Мөжәүир улы) Сталинград мәхшәрен күҙҙәренә йәш алып һөйләне…» «Атайым Сталинград мәхшәрен күҙҙәренә йәш алып һөйләне…»
Шәжәрәләр
үҙгәртергә- Сәғитовтар (информатор: Сәғитов Таһир Ғәззәли улы)Сәғитовтар
Видефильмдарҙа
үҙгәртергәАуыл күренештәре
үҙгәртергә-
Ауыл урамы
-
Мәктәп
-
Мәсет
-
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл.
-
Мәҙәниәт йорто
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ҡалып:Тарих һөйләй Ҡаратау
- ↑ Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
- ↑ Н. Ғ. Сәғитова. Бай тарихлы тыуған ауылым. — Өфө: «Самрау» нәшриәте. — 2021. — С. 5—8.
- ↑ Ауылдың урам исемдәре
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2020 йыл 3 март архивланған.
- Генеалогия һәм архивтар сайтында мәҡәлә (урыҫса)
- Ауылдың урам исемдәре
- Ҡалып:Тарих һөйләй Ҡаратау.
- Вконтакте сайтында Яңы Монасип мәҙәниәт йорто
- Вконтакте сайтында Яңы Монасип ауылы
- Вконтакте сайтында Яңы Монасип башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы
- Башҡорт энциклопедияһы — Яңы Монасип(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Монасип Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |