Ғәлиәкбәр мәктәбе
Ҡалып:Антропогеокарточки/Общие проверки
Ғәлиәкбәр мәктәбе | |
![]() | |
Сокращение |
Галиакберовский филиал МОБУ СОШ села Старосубхангулово |
---|---|
Адрес |
|
Ғәлиәкбәр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.
ТарихыҮҙгәртергә
Башҡортостан Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем грамотаһыҙҙар иленең береһе була. Батша хөкүмәте, үҙенең колониаль сәйәсәтенә тоғро булараҡ, планлы рәүештә урыҫ булмаған милләттәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тотҡарлыҡ яһарға тырыша. 1914—1919 уҡыу йылында Өфө губернаһында дәүләт һәм донъяуи мәктәптәрҙә уҡыу йәшендәге башҡорт балаларының 5,6 % мәктәптә уҡый, күберәген бай ҡатлам балалары тәшкил итә. Ошо арҡала башҡорттар, татарҙар үҙ балаларын дини уҡыуға бирәләр. Ундай мәктәптәр Өфө губернаһында 1914 йылда 1578-гә етә, ә уларға хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә материаль ярҙам булмай, уҡытыу сығымдарын ата-әсәләр күтәрә. Балаларға, йәштәргә урта белем биреү бөтөнләйгә мөмкин булмай. 1913—1914 уҡыу йылында Өфө губернаһында урта мәктәптәрҙә 4778 уҡыусы булып, шуларҙан башҡорттар — 12, татарҙар — 28 була. Улары ла мулла һәм бай балалары.
Мәктәп урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы[1] Өфө губернаһының иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 100, Белореттан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.
1917 йылдың сентябрь айында Өфө мәҙрәсәһендә уҡыған мулла Хәлитов Хәмит Әнеүәр улы үҙ өйөндө балаларҙы уҡыта башлай, ә ҡыҙҙарҙы ҡатыны Сәжидә уҡыта. Граждандар һуғышы Ғәлиәкбәр ауылына килеп етә. Ни бары дүрт ай ғына уҡығас, 1918 йылдың февраль айында уҡыу эше туҡтатыла. Артабан уҡыу эшен ойоштора алмайҙар. Һуғыш туҡтағас, уҡытыу-тәрбиә эшенә иғтибар итеү көсәйә. Ҡаһарманов Абдрахман Рауил улы, Көҙән ауылында Әхмәтша хәҙрәттә уҡып белем алғандан һуң, 1923—1924 уҡыу йылы Ғәлиәкбәр ауылында уҡыта.
1929—1930 йылдарҙа өс йылға уҡытырға Байғаҙынан (Үҙән) Мөхәмәтҡолов Сабирйән[2] килгәс, мәсетте һорап алып, ике уҡытыусы уҡыта. Сәғитов Хаммат һәм Сабирйән Мөхәмәтҡолов ололарҙы уҡыта. Ошо йылда уҡыусыларға китап, дәфтәр һәм ҡәләм бирелә. Таҡта урынына ҙур тимер ҡалай ҡулланыла. Байрамдарҙы матур итеп ойоштора. Байғаҙы ауылынан Баязитов Миһран ағай Ҡаһарманов Абдулхаҡҡа яҙған хатында: «Мин 1928—1929 уҡыу йылында беренсе синыфта ғәрәп яҙмаһында уҡыным. Мөхәмәтҡолов Сабирйән Зәкир улы бик һылыу кәүҙәле, бөхтә кейенеп йөрөр ине. Яҙыуҙары шундай матур ине, бик оҫта бейеүсе лә, бәйетсе лә ине. Уҡытыуҙы юлға һалыу өсөн бик күп көс һала». Республикабыҙҙың Ленин мәктәбенә етем булған Абдуллин Рәхимйән, Ғөбәйҙуллин Шаһи Мәхмүтдин улын уҡырға ебәрә, һуңынан нефтяниктар текникумын тамамлап Ишембайҙа техник булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта Ҡыпсаҡта йәшәйҙәр.
1932/1933 уҡыу йылында Аманғолов Исмәғил Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан килә. Тәүҙә Ямаш (Үрге Нөгөш) башланғыс мәктәбендә, унан һуң Ғәлиәкбәр мәктәбендә 1924 йылғыларҙы уҡыта.
1933/1934 йылда Солтанбаев Мирза Тимер ауылынан килә. Сығышы Баймаҡ районынан.
1934/1935 йылда 1926 йылғылар уҡырға килә. Әминев Йыһанур, Ҡаһарманов Абдулхаҡ, Әминев Кәлимулла, Бикишева Ямал, Ғәбитова Ғылминиса, Ишмөхәмәтов Шәкир. Уҡытыусылары Солтанбаев Мирза.
1936/37, 1937/38 йылдарҙа 4-се синыфты тамамлаған уҡыусылар Иҫке Собханғол мәктәбенә уҡырға баралар, ләкин ятаҡ булмау сәбәпле, 2—3 айҙан ауылға кире ҡайталар. Ата-әсәләр Ғәлиәкбәрҙә 7 йыллыҡ мәктәп асыу тураһында Бөрйән РОНО-һына, райисполкомына мөрәжәғәт итәләр. Был ваҡытта Ғәлиәкбәрҙең үҙенең бер ниндәй тармаҡ буйынса уҡып сыҡҡан белгестәре булмай. Мәҙәниәт, медицина, мәғариф, иҫәп-хисап хеҙмәткәрҙәре гел ҡырҙан килгән була. 1938/39 уҡыу йылы башына ауылда 7 йыллыҡ мәктәптең 5 класы асыла, класҡа бөтөнләй хәреф танымаған 15—16, хатта 17—18 йәшлек уҡыусылар ҙа була.
Мәктәп директоры Әкрәм Һатыбалов Бөрйән районы ауылынан, немец теле һәм урыҫ теле уҡытыусыһы Йосопов Темәстән килә. Башҡорт теленән Шәйәхмәтов, тарих һәм ботаниканан Һатыбалов, башланғыс кластарҙа Шәнгәрәева һәм Шәйәхмәтовтар уҡыталар.
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәрҮҙгәртергә
- Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы (26.05.1956), урмансы, солоҡсо, инспектор. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһын һаҡлау фондының «Урман рыцары» исемен йөрөтөүсе.
- Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939) — уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Сәғитов Зәки Хаммат улы (1929 — 19 май 1995) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24 апрель 1927 йыл — 21 май 2007 йыл) — уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы — уҡытыусы-новатор, уҡытыусы-методист (1992), Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).
- Хәтмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Химия-физика проблемалары институтының ғилми хеҙмәткәр.
- Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе, «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы кавалеры.
- Яубаҫарова Миңниса Әхмәҙулла ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы
- Әминева Резеда Рәүф ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- Әминев Ағзам Яхъя улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы
- Биккинин Хәйҙәр Ғилман улы — ? атҡаҙанған нефтсеһе
- Аҫылғужин Вәхит Ишмөхәмәт улы (27 сентябрь 1960 йыл — ???) — Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе
- Сәғитов Ирек Хаммат улы — уҡытыусы. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл—29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы». 1972—1977, 1980—1997 йылдарҙа район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире
- Биккинина Заһира Ғилман ҡыҙы —
- Ғәҙелшина Мөнирә Закир ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
- Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — ? атҡаҙанған нефтсеһе
- Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы (2 ғинуар 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
- Сәғитов Әхәт Ҡәйүм улы — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, БАССР-ың атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры
- Сәғитов Барый Ҡәйүм улы — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хеҙмәт ветераны. Отставкалағы I ранг капитаны; Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры
- Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (4 май 1952 йыл) — юғары квалификациялы уҡытыусы. СССР халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), «Уҡытыусы-методист» (1991), Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9 съезы делегаты (2001), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006).
- Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.
- Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл — 20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. РФ халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы»