Викидатала элемент юҡ

Шакир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Шакир исеме бар.

Этимология

үҙгәртергә

Шакир (Шәкир) — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Шөкөр итеүсе, миһырбанлы, мәрхәмәтле, рәхмәтле, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше тигәнде аңлата. Шакирйән тигән варианты ла бар[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Маннанов Шакир Фәтих улы (1 октябрь 1917 йыл — 23 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Уҡсылар полкының тоҫҡаусыһы, орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Ошо орден менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.

Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матвеевич Матросов; 5 февраль 1923 йыл — 27 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15 ғинуар 1932 йыл — 18 май 1983 йыл) — шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Янбаев Шакир Мәхийән улы (19 ноябрь 1925 йыл — 3 июнь 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1968 йылдан КПСС, 1972 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы (рус. Субхангулов Шакир Исламгулович 1899 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (16 декабрь 1894 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.

Насиров Шакир Ғиниәт улы (6 март 1913 йыл — 3 октябрь 1968 йыл) — яҙыусы, журналист, тәржемәсе. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы (рус. Гайнуллин Шакир Юмагулович; 12 апрель 1921 йыл — 4 июнь 1993 йыл) — иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан. «Салаватстрой» тресы идарасыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, трестың баш иҡтисадсыһы. Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).

Ғәтиәтуллин Шакир Йосоп улы (21 сентябрь 1916 йыл — 21 июль 1972 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (15 ғинуар 1904 йыл — 4 октябрь 1969 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Шакиров Алик Фәйез улы (30 ноябрь 1953 йыл) — журналист, матбуғат эшмәкәре. 2019 йылдың 29 ноябренән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989). Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре (2012) һәм Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнөң (2015) матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе.

Шакиров Йыһандар Таһир улы (23 июнь 1914 йыл — 6 май 2006 йыл) — СССР, Рәсәй һәм Башҡортостандың умартасы-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), биология фәндәре кандидаты (1967), доцент (1968). РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Шакиров Миҙхәт Закир улы (5 октябрь 1916 йыл — 1 май 2004 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1944 йылдан ВКП(б) (КПСС) ағзаһы. 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Шакиров Миҙхәт Әхмәт улы (3 март 1941 йыл — 21 март 2006 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1993 йылдарҙа төҙөлөүсе Башҡортостан атом электр станцияһы директоры, 1993—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы һәм Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре.

Шакиров Закир Шакир улы (Мөхәмәтзакир Мөхәмәтшакир улы; 3 ноябрь 1881 йыл — 3 декабрь 1968 йыл) — күренекле башҡорт телсеһе, мәғрифәтсе-педагог. Хеҙмәт Геройы (1928), Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944).

Шакиров Әхмәтнур Сәлих улы (рус. Шакиров Ахматнур Салихович; 2 май 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры(1986). 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шакиров Сабир Шакир улы (21 май 1921 йыл — 5 март 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, автоматсылар взводы командиры, һуңынан дивизия командиры генерал Беловтың адъютанты, гвардия капитаны. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Шакиров Илмир Әбүзәр улы (27 март 1968 йыл — 4 ғинуар 1987 йыл) — Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор, разведчик-ут атыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Шакиров Рәфҡәт Миҙхәт улы (3 май 1945) — инженер‑механик. Техник фәндәре докторы (1985), профессор (1991). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1980) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Әхмәт Шакири (тулы исеме — Әхмәт Мирғәсим улы Шакиров; 19201941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры, тәржемәсе.

Шакиров Мәғнәүи Мәүли улы (рус. Шакиров Магнавий Мавлиевич; (19 март 1942 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шакир (рус. Шакировка) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ