Li 3
6,941
[He]2s1
Литий

Литий (грек. lithos — таш) — Менделеевтың периодик таблицаһының 1-се төркөмөндә, 3-сө тәртип һанында урынлашҡан химик элемент. Уның атом массаһы 6,941, Литий һелтеле металдарға инә. Тәбиғәттә уның ике стотороҡло изотобы осрай: 6 Li һәм 7 Li [1].

Литиевая батарея Модель

Тарихи белешмә

үҙгәртергә

Литийҙы беренсе тапҡыр 1817 йылда швед ғалимы Ю. А. Арведсон петалит тигән минералдан таба, ә металлик литийҙы 1818 йылда инглиз ғалимы Г.Дэви аса.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Литий — көмөшһыу аҡ металл. Ул металдар араһында иң еңеле. Уның тығыҙлығы 539 кг/м 3(t 20 С); иреү t — 180,5 С; ҡайнау t — 1340 С; йылылыҡ үткәреү коэффициенты 70,8 Вт/м,Т; сағыштырма йылы һыйҙырышлығы 3,31* 10 3 Дж/кг*К; сағыштырма электр ҡаршылығы 5,6 * 10 −5 К −1.

Литий һауала Li3 N һәм Li2 N ярыһы менән ҡаплана, йылытҡанда зәңгәр ут булып яна. Галогендар, водород, көкөрт менән тәьҫирләшә. Литийҙың ҡайһы бер металдар менән (марганец, цинк, алюмин) ҡаты ҡушылдыҡтары, ә ҡайһылары менән интерметалл ҡушылдыҡтары (мәҫәлән LiAg, LiHg) бар.

Таралышы

үҙгәртергә

Литийҙың ер ҡабығындағы миҡдары 3,2*10 −3 % . Бөтә донъя океанында литий бик аҙ күләмдә [2].

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Иң мөһим ҡулланылыш тармағы — атом энергетикаһы. Шыйыҡ литийҙы атом реакторҙарында йылы тапшырыусы булараҡ ҡулланалар. Металлургия өлкәһендә литийҙы төрлө иретмәләргә ҡушалар. Ул иретмәнең һығылмалылығын, ныҡлығын, коррозияға бирешмәүсәнлеген арттыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Плющев В. Е., Степин Б. Д. Химия и технология соединений лития, рубидия и цезия. — М.-Л.: Химия, 1970. — 407 с.
  • Литий — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә