Вольфрам
Вольфрам — (лат. Wolframium) - Менделеевтың периодик таблицаһында 6-сы осор, 6-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 74. Символы W (Wolframium). Нормаль шарттарҙа ҡаты, көмөш-һоро төҫтәге күсеүсән металл.
Вольфрам | |
Масса | 183,84 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | C. lupus |
Грозящая опасность | tungsten exposure[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Вольфрамит[d], Шеелит[d], ferberite[d], hübnerite[d] һәм rhabdoborite-(W)[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | младенец[d][2] һәм Элюар, Фаусто де[d][2] |
Асыу датаһы | 1783 |
Табылыу урыны | Испания |
Элемент символы | W[3] |
Химик формула | W[4] |
Каноническая формула SMILES | [W][4] |
Атом һаны | 74 |
Электронная конфигурация | [Xe] 4f¹⁴ 5d⁴ 6s² |
Электр кирелеге | 2,36 |
Ионный радиус | 0,66 ангстрем[5], 0,62 ангстрем[5], 0,42 ангстрем[5], 0,51 ангстрем[5] һәм 0,6 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 2[6], 3[6], 4[6], 5[6] һәм 6[6] |
Теплопроводность | 173 Вт/(м·K) |
Молярная энтальпия плавления | 52,31 килоджоуль на моль |
Удельная теплота испарения | 774 килоджоуль на моль |
Тығыҙлыҡ | 19,3 ± 0,1 грамм на кубический сантиметр[7] |
Иреү температураһы | 6170 ± 1 ℉[7] һәм 3410 °C |
Ҡайнау нөктәһе | 10 701 ± 1 ℉[7] һәм 5930 °C |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg[7] |
PGCH коды | 0645 |
Предел краткосрочного воздействия | 10 ± 1 mg/m³[7] |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 5 ± 1 mg/m³[7] |
Код MCN | 2611.00.00 |
Вольфрам Викимилектә |
Вольфрам — металдарҙың иң ауыр иреүсәне[8].
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
үҙгәртергәВольфрам 1781 йылда К. Шеелеын минералды кислота менән эшкәрткәндә WO3 оксиды рәүешендә аса һәм хәҙер ул шеелит тип атала.
Металл рәүешендә 1783 йылда ағалы-энеле д’Элуяр фамилиялы испан химиктары аса.
Wolframium исеме XVI быуатта уҡ «бүре күбеге» тип билдәле булған минерал вольфрамит элементынан күсә. Вольфрам аҡ ҡурғашты иреткәндә уны шлак күбектәренә әйләндереп, ҡамасаулай торған булған («аҡ ҡурғашты бүре һарыҡты ашаған кеүек һоғонған») .
Инглиз һәм француз телдәрендә вольфрам tungsten тип атала (швед. tung sten — « авыр таш»)[9].
Тәбиғәттә
үҙгәртергәЕр ҡабығының вольфрам кларкы (Виноградов буйынса) 1,3 г/т (Ер ҡабығындағы миҡдары 0,00013 %) тәшкил итә. Уның тау тоҡомдарында уртаса миҡдары — г/т: ультранигеҙҙәрҙә — 0,1, төп — 0,7, урта — 1,2, әселәрҙә — 1,9.Вольфрамлы минералдар, ғәҙәттә, гранит тоҡомдарға инеп ҡалған, уларҙа вольфрамдың уртаса концентрацияһы 1-2 % тәшкил итә.
Ятҡылыҡтары
үҙгәртергәВольфрамдың иң ҙур запасына Ҡаҙағстан, Ҡытай, Канада һәм АҠШ эйә; шулай уҡ Боливия, Португалия, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Көньяҡ Кореяла ятҡылыҡтары билдәле. Донъяла вольфрам етештереү йылына 49-50 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡытайҙа — 41 , Рәсәйҙә — 3,5; Ҡаҙағстанда — 0,7 , Австрияла — 0,5.
Вольфрамды төп экспортлаусылар: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Австрия. Иң эре импортёрҙар: АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия. Шулай уҡ Әрмәнстанда һәм башҡа илдәрҙән вольфрамдың ятҡылыҡтары бар.
Физик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәВольфрам — көлһыу-һоро төҫлө металл, иреү температураһы бик юғары — 3695 K (3422 °C), ҡайнау темпуратураһы — 5828 K (5555 °C). Таҙа вольфрамдың тығыҙлығы 19,25 г/см3. Парамагнит үҙенсәлектәре бар (магнитҡа һиҙгерлеге 0,32·10−9). Бринелль буйынса ҡатылығы 488 кг/мм2, удел электр ҡаршылығы 20 °C — 55·10−9 .
Вольфрам-иң ауыр, ҡаты һәм иң ауыр иреүсән металл. Саф хәлендә платинаға оҡшаш көмөшһыу-аҡ төҫтәге металл, 1600 °C температура булғанда сүкеүгә яҡшы бирелә һәм нәҙек епкә һуҙыла ала. Металл вакуумда юғары тотороҡлоҡҡа эйә[10]
Химик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәВольфрам коррозияға бирешмәй: бүлмә температураһында сифаты үҙгәрмәй; ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда вольфрам оксиды (VI) бик яй барлыҡҡа килә. Вольфрам тоҙ, шыйығайтылған көкөрт һәм плавик кислоталарында иремәй тиерлек. Водород перекисендә ирей.
Биологик әһәмиәте
үҙгәртергәВольфрам әллә ни биологик роль уйнамай. Ҡайһы бер архебактерияларҙың һәм бактерияларҙың ферменттарының актив үҙәгендә вольфрам бар.
Ферменттар составында вольфрамдың булыуы иртә архейҙың физиологик реликты булараҡ ҡарала ала — вольфрам тормош барлыҡҡа килеүҙең тәүге этаптарында роль уйнаған тигән фараздар бар[11].
Вольфрам туҙаны, башҡа төр металл туҙаны кеүек үк, һулыш алыу органдарына насар тәьҫир итә.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2015-0305
- ↑ 2,0 2,1 ITIA Newsletter — 2011.
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 4,0 4,1 TUNGSTEN (ингл.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 https://www.britannica.com/science/tungsten-chemical-element
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0645.html
- ↑ Вольфрам //Энциклопедия Кругосвет
- ↑ Вольфрам//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Титан - металл будущего .
- ↑ Федонкин М. А. Сужение геохимического базиса жизни и эвкариотизация биосферы: причинная связь // Палеонтологический журнал. — 2003. — № 6. — С. 33—40
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вольфрам// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вольфрам//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Вольфрам в Популярной библиотеке химических элементов 2019 йыл 1 февраль архивланған.
- Мировые цены на вольфрам (ингл.). metalprices.com. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 18 август 2013 года. 2013 йыл 23 май архивланған.