Титан — Менделеевтың периодик системаһында 22 һанлы химик элемент. Элементтың атом массаһы 47,867(1). Ti символы менән билдәләнә. Ябай матдә титан — ныҡлы еңел металл, көмөш аҡ төҫтә. Коррозияға ныҡ сыҙамлы. Титан — актив металл. Ул көмөш-аҡ төҫтә, тығыҙ, ныҡлы һәм еңел. Ул тимерҙән ике тапҡыр еңелрәк, ә ныҡлығы буйынса бик күп металдарҙы уҙҙыра.

Титан
Рәсем
Исем Titanium һәм Ti
Кем хөрмәтенә аталған титан[d][1]
Масса 47,867 ± 0,001 Массаның атом берәмеге[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Фридрих Вёлер[d][3]
Асыу датаһы 1791
Элемент символы Ti[4]
Химик формула Ti[5]
Атом һаны 22
Электронная конфигурация [Ar] 3d² 4s²
Электр кирелеге 1,54
Ионный радиус 0,86 ангстрем[6], 0,67 ангстрем[6], 0,42 ангстрем[6], 0,61 ангстрем[6] һәм 0,74 ангстрем[6]
Әселәнеү дәрәжәһе −1, 1, 2, 4 һәм 3[7]
Теплопроводность 21,9 Вт/(м·K)
Удельная теплоёмкость 520 джоуль на килограмм-кельвин
Иреү температураһы 1941 K һәм 1670 °C
Ҡайнау нөктәһе 3286,85 °C
Скорость звука 5090 метр в секунду
Кристаллик система гексагональная сингония[d]
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 6
Модуль Юнга 116 гигапаскаль
Твёрдость 2125 ± 1300 мегапаскаль һәм 1493 ± 780 мегапаскаль
Коэффициент Пуассона 0,32
Модуль сдвига 41,4 гигапаскаль
Код NCI Thesaurus C95189[8]
 Титан Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Был элементты диоксид рәүешендә ике ғалим — У. Грегор һәм М. Клапрот асалар. Ул ғалимдарҙың оксидты металлға әйләндереү маҡсаты килеп сыҡмай. Металлик титан беренсе тапҡыр 1825 йылда Берцелиус тарафынан сығарыла, таҙа хәлдә 1925 йылда голландияла А. ван Аркел һәм И. де Бур тарафынан алына

Ятҡылыҡтары үҙгәртергә

Титандың ҙур ятҡылыҡтары Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Украина, Канада, АҠШ, Ҡытай, Норвегия, Швеция, Мысыр, Австралия, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан территорияларында бар; һибелмә сығанаҡтары Бразилия,Һиндостан, АҠШ, Сьерра-Леоне, Австралия территорияларында урынлашҡан[9]. БДБ илдәрендә титан рудаларының запастары буйынса Рәсәй Федерацияһы (58,5 %) һәм Украина (40,2 %) алғы рәттәрҙә тора. Рәсәйҙә иң эре титан сығарыу урыны — Ярегское.

 
Титандан эшләнгән сәғәт

Металлик титанды күп сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыу уны ныҡлығы ҡорос ныҡлығына яҡын булыуында, шул уҡ ваҡытта ул ҡоростан 45 % -ҡа еңел. Титан алюминдан 60 %-ҡа ауырыраҡ, әммә ул ныҡлығы буйынса яҡынса ике тапҡырға өҫтөнөрәк.

Физиологик үҙенсәлеге үҙгәртергә

Титан физиологик яҡтан инерт тип һанала, шуның арҡаһында протезлауҙа организм туҡымалары менән туранан-тура бәйле металл булараҡ файҙаланыла. Мәгәр титан туҙаны канцероген булыуы мөмкин. Титан, әйтелеүенсә, шулай уҡ стоматологияла ҡулланыла. Титанды ҡулланыуҙың үҙенсәлеге ныҡлыҡта ғына түгел, ә металлдың һөйәктәргә лә ялғана алыуы, был иһә тештең ныҡлығын тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Титан// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.