Кобальт (лат. Cobaltum, Co) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 27.

Кобальт
Рәсем
Ауырлығы 58,933194 ± 3,0E−6 Массаның атом берәмеге[1]
Хөрмәтенә аталған кобольд[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Георг Брандт[d]
Асыу датаһы 1735
Элемент символы Co[2]
Изомерическая формула SMILES [Co][3]
Атом һаны 27
Электронная конфигурация [Ar] 3d⁷ 4s²
Электр кирелеге 1,88
Ионный радиус 0,56 ангстрем[4], 0,65 ангстрем[4], 0,9 ангстрем[4] һәм 0,55 ангстрем[4]
Әселәнеү дәрәжәһе 2
Тығыҙлыҡ 8,92 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы 2719 ± 0 ℉
Ҡайнау нөктәһе 5612 ± 1 ℉
Давление пара 0 ± 1 mm Hg
PGCH коды 0146
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,05 ± 0,01 mg/m³ һәм 0,1 ± 0,1 mg/m³
IDLH 20 ± 10 mg/m³
Код WordLift data.thenextweb.com/tnw/…[5]
Код NCI Thesaurus C382[3]
Commons-logo.svg Кобальт Викимилектә

Элементтың атом массаһы 58,933194(4)[6]. Ябай матдә кобальт — көмөшһыу-аҡ, бер аҙ һарғылт металл, зәңгәрһыу йәки алһыуыраҡ төҫмөрө бар. Ике кристаллы модификацияға эйә.

СимволыҮҙгәртергә

Кобальт элементының символы — Co (Кобальт тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышыҮҙгәртергә

«Кобальт» атамаһы нем. Kobold— тау эйәһе, гном тигәндән килеп сыҡҡан.

Кобальт минералдарын яндырғанда уларҙың составындағы мышаяҡтың оксиды бүленеп сығып, кешеләр ағыуланған. Бының сәбәбен таусылар тау эйәһе Кобольдтан күргәндәр һәм элементҡа ла шул исемде биргәндәр.

1735 йылда швед минералогы Георг Брандт элек билдәһеҙ металл тапҡан һәм уны кобальт тип атаған. Ул шулай уҡ тап ошо элементтың берләшмәләре быяланы күк төҫкә буяуын асыҡлаған — уның был үҙенсәлеге менән боронғо Ассирияла һәм Вавилонда файҙаланған булғандар әле.

ТарихыҮҙгәртергә

Кобальт ҡушылмалары кешегә боронғо замандан уҡ билдәле. Боронғо Мысыр ҡәберҙәрендә күк кобальт стакандар, эмалдәр, буяуҙар осрай. Мәҫәлән, Тутанхамон каберендә күк кобальт быяла киҫәктәре табылған; быяла һәм буяуҙарҙы белә тороп әҙерләгәндәрме, әллә осраҡлы килеп сыҡҡанмы — билдәле түгел.

Беренсе күк буяу 1800 йылда әҙерләнгән.

ЯтҡылыҡтарыҮҙгәртергә

Ер ҡабығында кобальттың масса өлөшө 4·10−3%.

Кобальт запастарының 60 % — Конгола (6 млн т)[7]. Бынан тыш Австралия (1 млн т), Куба (500 мең т), Филиппин (290 мең т), Канада (270 мең т), Замбия (270 мең т), Рәсәй (250 мең т.), шулай уҡ АҠШ, Франция дәүләттәрендә һәм Ҡаҙағстанда[8]. ятҡылыҡтары билдәле.

Кобальт металы хаҡыҮҙгәртергә

2018 йылдың 15 ғинуарынан донъя баҙарында кобальт хаҡы,London Metal Exchange мәғлүмәттәре буйынса, 75 000 долл./т[9]тәшкил итә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Standard Atomic Weights of 14 Chemical Elements Revised (ингл.)IUPAC, 1997. — ISSN 1365-2192; 0193-6484doi:10.1515/CI-2018-0409
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 https://precision.fda.gov/uniisearch/srs/unii/3G0H8C9362
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. https://thenextweb.com/vocabulary/cobalt/
  6. Химическая энциклопедия: в 5 т / Кнунянц И. Л.. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — С. 414. — 671 с. — 100 000 экз.
  7. tech firms sued over DR Congo cobalt mining deaths(недоступная ссылка), BBC, 17.12.2019
  8. Предсказан стремительный рост цен на смартфоны
  9. London Metal Exchange: Home (билдәһеҙ). www.lme.com. Дата обращения: 15 ғинуар 2018.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Кобальт// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 12-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә