Гадолиний (яңы лат. Gadolinium), Gd — химик элемент, лантаноид, атом һаны — 64, атом массаһы — 157,25.

Гадолиний
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Юхан Гадолин[d][1]
Ауырлығы 157,25 ± 0,03 Массаның атом берәмеге[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Жан Шарль Галиссард Мариньяк[d][1]
Асыу датаһы 1880[1]
Элемент символы Gd[3]
Химик формула Gd[4]
Каноническая формула SMILES [Gd][4]
Атом һаны 64[1]
Электр кирелеге 1,2
Ионный радиус 0,94 ангстрем[5] һәм 1,05 ангстрем[5]
Commons-logo.svg Гадолиний Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

Гадолиний 1880 йылда Жан де Мариньяк тарафынан асылған, ул спектроскопик яҡтан тикшереп, һирәк ер элементтары оксидтары ҡатнашмаһында яңы элементтың булыуын иҫбатлай. Элемент фин химигы Юһан Гадолин исеме менән аталған.

ТәбиғәттәҮҙгәртергә

Гадолиний кларкы ер ҡабығында (Тейлор буйынса) — 8 г/т, океан һыуҙарында йөкмәткеһе — 2,4⋅10-6 мг/л4⋅10-6 мг/л.

ЯтҡылыҡтарыҮҙгәртергә

Гадолиний лантаноид мәғдәндәре составына инә.

Сығарып алыуҮҙгәртергә

Элементты гадолиний фторидын йәки хлоридын (GdF3, GdCl3) кальций менән тергеҙеп алалар.

Гадолиний ҡушылмаларын һирәк ер металдарының оксидтарын фракцияларға бүлеү юлы менән табалар.

ХаҡыҮҙгәртергә

Сафлығы 99,9 % металлик гадолиний хаҡы 2014 йыл аҙағына 1 кг 132,5 АҠШ долл. тәшкил итә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Гадолинит

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә