Сиборгий (лат. Seaborgium, Sg , элек Уннилгексий, Unnilhexium, Unh, йәки эка-вольфрам) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 6-сы төркөм химик элементы. Тәртип номеры - 106. Әҙ генә ваҡыт тора торған радиоактив элемент.

Сиборгий
Кем хөрмәтенә аталған Гленн Теодор Сиборг[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Юрий Оганесян[d]
Асыу датаһы июль 1974
Элемент символы Sg[1]
Атом һаны 106
Электронная конфигурация [Rn] 5f¹⁴ 6d⁴ 7s²
Схематичная иллюстрация
 Сиборгий Викимилектә
106
Сиборгий
(271)
5f146d47s2

Сиборгий элементының символы - Sg (Сиборгий тип уҡыла).

Сиборгий 1974 йылда Берклиҙа Калифорния университетындағы Лоуренс исемендәге лабораторияла Берклиҙа Калифорния университетындағы(Лаборатория имени Лоуренса Калифорнийского университета ) синтезланған [2]. Яңы элементты алыу өсөн 249Cf+18O→263106+4n реакцияһы ҡулланыла. Бер үк ваҡытта, уларға бәйһеҙ рәүештә, Г. Н. Флеров һәм Юрий Оганесян етәкселегендә Дубна төркөмө ҡурғаш һәм хром ҡушылған ядро реакциялары һөҙөмтәһендә 106-сы элементты синтезлау тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығара [3].

1993 йылда IUPAC эшсе төркөмө Дубналағы төркөм эше тикшеренеүҙәр өсөн оло әһәмиәткә эйә, әммә, Беркли төркөмөнөң эшенән айырмалы булараҡ, яңы элемент барлыҡҡа килеүен етерлек ышаныс булдырырлыҡ итеп күрһәтмәне, тип һығымта яһай[4]. Шуға күрә 1997 йылда IUPAC (совет ғалимдары "резерфорд" тип атарға ризалығын белдереүенә ҡарамаҫтан[5]) элементты Беркли физигы Гленн Сиборг хөрмәтенә сиборгий тип атарға ҡарар ҡабул итә[6]. Сиборг үҙе иҫән саҡта элемент уның исеме менән аталған беренсе ғалим була[7].

Билдәле изотоптары

үҙгәртергә
Изотоп Массаһы Ярым тарҡалыш осоро[8] Тарҡалыу типтары
258Sg 258 2,9+1,3-0,7 мс бүленеше
259Sg 259 0,48+0,28-0,13,28-0,13 с α-тарҡалыу 255. Rf (90 %);



үҙлегенән бүленеү
260Sg 260 3,6± 0,9мс α-тарҡалыу 256. Rf;



үҙлегенән бүленеү
261Sg 261 0,23±0,06с α-тарҡалыу 257. Rf
262Sg 262 6,9+3,8-1,8 мс үҙлегенән бүленеү;



α-тарҡалыу 258. Rf (< 22 %)
263Sg 263 1,0± 0,2с α-тарҡалыу 259. Rf;



үҙлегенән бүленеү (< 30 %)
264Sg 264 37+12-11 мс үҙлегенән бүленеү
265Sg 265 8±3 с үҙлегенән бүленеү;



α-тарҡалыу 261. Rf
266Sg 266 21+20-12 с үҙлегенән бүленеү;



α-тарҡалыу 262. Rf
267Sg 267 Мс 19 үҙлегенән бүленеү;



α-тарҡалыу 263. Rf
269Sg 269 3,1+3,7-1,1 мин α-тарҡалыу 265. Rf
271Sg 271 2,4+4,3-1,0 мин α-тарҡалыу 267. Rf;



үҙлегенән бүленеү
  1. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  2. A. Ghiorso et al. Element 106 // Physical Review Letters. — 1974. — Т. 33. — № 25. — С. 1490—1493.
  3. Ю. Ц. Оганесян и др. Синтез нейтронодефицитных изотопов фермия, курчатовия и элемента с атомным номером 106 // Письма в ЖЭТФ. — 1974. — Т. 20. — № 8. — С. 580—585.
  4. R. C. Barber et al. Discovery of the transfermium elements // Pure and Applied Chemistry. — 1993. — Т. 65. — № 8. — С. 1757—1814.
  5. Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1994) // Pure and Applied Chemistry. — 1994. — Т. 66. — № 12. — С. 2419—2421.
  6. Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1997) // Pure and Applied Chemistry. — 1997. — Т. 69. — № 12. — С. 2471—2473.
  7. Willem H. Koppenol Paneth, IUPAC, and the Naming of Elements // Helvetica Chimica Acta. — 2005. — Т. 88. — № 1. — С. 95—99.
  8. Nudat 2.3

Һылтанмалар

үҙгәртергә