Иридий (лат. Iridium, Ir) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 77.

Иридий
Рәсем
Масса 192,217 ± 0,002 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Ирида[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Смитсон Теннант[d]
Асыу датаһы 1803
Табылыу урыны Лондон
Элемент символы Ir[2]
Химик формула Ir[3]
Каноническая формула SMILES [Ir][3]
Атом һаны 77
Электр кирелеге 2,2 ± 0,1
Ионный радиус 0,68 ангстрем[4], 0,63 ангстрем[4] һәм 0,57 ангстрем[4]
 Иридий Викимилектә

Иридий — бик ҡаты, көмөшһыу-аҡ төҫтәге аҡ алтын төркөмө металы, ауыр ирей, күсеүсән. Тығыҙлығы буйынса осмий менән бер тиерлек[5]). Хатта 2000 °C температурала коррозияға ифрат сыҙамлы. Ер тоҡомдары араһында бик һирәк осрай, шуға күрә йыһан тоҡомдары (метеорит) сығышлы тип фаразлана ().

Иридий элементының символы — Ir (Иридий тип уҡыла).

Иридийҙы 1803 йылда инглиз химигы С Теннант Көньяҡ Американан килтерелгән аҡ алтын ҡушылмаларында осмий менән бер үк ваҡытта аса[6].

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Иридий (бор. грек. ἶρις — йәйғор) үҙенең төрлө төҫтәге тоҙҙары арҡаһында ошондай исем ала[7].

Тәбиғәттә табылыуы

үҙгәртергә

Ер ҡабығында иридий миҡдары бик аҙ (массаһы буйынса 10−7 %). Ул алтын һәм платинанан күпкә һирәгерәк осрай. Уның менән бергә осмий, родий,рений һәм рутений булыусан. Иң әҙ таралған элементтарға ҡарай. Иридий йыш ҡына метеориттарҙа табыла[8].

Иридий невьянскит, сысертскит,ауросмирид кеүек минерлдарҙа осрай.

Ятҡылыҡтар һәм етештереү

үҙгәртергә

Осмийлы иридий нигеҙҙә перидотит серпентинит ятҡылыҡтарында урынлашҡан була (КАР, Канада, Рәсәй, АҠШ, Яңы Гвинея)[9].

Йылына ер йөҙөндә етештерелгән иридий (2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) 3 тонна самаһы тәшкил итә[10]. 2015 йылда 7.8 тонна сығарылған (251 мең труа унцияһы). 2016 йылда килограмы 16,7 мең доллар тәшкил итә (труа унцияһы 520 АҠШ доллары)[11]

Иридий алыуҙың төп сығанағы — баҡыр-никель етештергәндәге анод шламдары.

Физик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Иридий — ауыр көмөшһыу-аҡ металл, ҡаты булыуы арҡаһында механик эшкәртеү ҡыйын. Иреү температураһы — 2739 K (2466 °C), ҡайнаған саҡта 4701 K (4428 °C). Электр ҡаршылығы — 5,3·10−8Ом·м (0 °C-та) һәм 2·10−7Ом·м (2300 °C осраҡта); һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты — 6,5·10−6 град; нормаль һығылмалылыҡ модуле — 538 ГПа[12]; 20 °С-та тығыҙлығы — 22,65 г/см3, шыйыҡ иридийҙыҡы — 19,39 г/см3 (2466 °С). Тығыҙлығы буйынса осмий менән сағыштырлыҡ.

Изотоплы состав

үҙгәртергә

Тәбиғәттә иридий тотороҡло ике төр изотоп ҡатышмаларында осрай: 191Ir (йөкмәткеһе 37,3 %) һәм 193Ir (62,7 %). Яһалма ысулдар менән масса һаны 164-199 радиоактив изотоп, шулай уҡ күп ядро изомерҙары алынған. Яһалма192Ir таралыу алған .

Химик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Иридий һауа температураһында һәм йылытылғанда тотороҡло[13]. 1200 °C-тан артыҡ булғанда өлөшләтә IrO пар3 рәүешендә быуға әйләнә. Компакт иридий 100 °C температураһына тиклем бөтә билдәле кислоталар һәм уларҙың ҡатышмалары менән реакцияға инмәй. .

Ҡулланыу

үҙгәртергә

2010 йылда донъяла иридий ҡулланыу 10,4 тонна тәшкил итә. Төп ҡулланыу даирәһе — монокристалл үҫтереү өсөн ҡорамалдар, уларҙа иридий тигель материалдары сифатында ҡулланыла. Ошо маҡсатта 2010 йылда 6 тонна иридий тотонолған. Яҡынса 1 тоннаны премиаль ҡабыҙыу шәмдәре, химик ҡорамалдар һәм химик катализаторҙар етештереүселәр ҡуллана[14].

Биологик әһәмиәте

үҙгәртергә

Биологияла бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Металл ағыулы түгел, әммә ҡайһы бер иридийлы берләшмәләр, мәҫәлән, уның гексафториды (IrF6), бик ағыулы.

Иридийҙың 2018 йылғы донъя баҙарындағы хаҡы — 1 грамм өсөн яҡынса 45 АҠШ доллары[15].

Рәсәй Федерацияһында иридийҙы ҙур күләмдә (йәғни, хаҡы 2,25 миллион һумдан ашыу булғанда[16]) законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, һатыу һәм өсөн[17] 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү кеүек енәйәт яуаплылығы ҡаралған[18], был иҫәпкә ювелир һәм көнкүреш изделиелары һәм уның һыныҡтары (лом) инмәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Standard Atomic Weights of 14 Chemical Elements Revised (ингл.)IUPAC, 1997. — ISSN 1365-2192; 0193-6484doi:10.1515/CI-2018-0409
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 IRIDIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. The lattice parameters, densities and atomic volumes of the platinum metals. Crabtree, Robert H. Sterling Chem. Lab., Yale Univ., New Haven, CT, USA. Journal of the Less-Common Metals (1979), 64(1), стр. 7-9.
  6. Hunt, L. B. A History of Iridium (инг.) // Platinum Metals Review (инг.)баш. : journal. — 1987. — Т. 31. — № 1. — С. 32—41.
  7. [{{{ссылка}}} Иридий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Рипан Р., Четяну И. Неорганическая химия. Химия металлов. — М.: Мир, 1972. — Т. 2. — С. 644. — 871 с.
  9. [{{{ссылка}}} Осмистый иридий] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  10. Журнал «Знания Сила» 7/2013
  11. François Cardarelli, Materials Handbook: A Concise Desktop Reference 4.5.4.5 Iridium
  12. Химическая энциклопедия / Редкол.: Кнунянц И.Л. и др.. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — Т. 2. — 671 с. — ISBN 5-82270-035-5.
  13. Иридий. Популярная библиотека химических элементов. Дата обращения: 17 август 2013.
  14. Jollie, D. (2008). «Platinum 2008». Platinum (Johnson Matthey). ISSN 0268-7305. Проверено 2008-10-13.
  15. JM Price Charts.
  16. Согласно статье 170.2 УК РФ.
  17. Согласно статье 1 Федерального закона от 26.03.1998 № 41-ФЗ «О драгоценных металлах и драгоценных камнях».
  18. Согласно статье 191 УК РФ 2018 йыл 27 сентябрь архивланған..
  • Иридий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә