Фтор
Фтор (лат. Fluorum), F — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се төп төркөмөндә, 9-сы һан аҫтында тороусы химик элемент. Фтор һарғылт төҫтәге газ, галогендарға инә.
Фтор | |
Масса | 18,998403162 ± 5,0E−9 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | плавиковая кислота[d] |
Грозящая опасность | отравление фтором[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Неон |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Анри Муассан[d] һәм Андре-Мари Ампер |
Асыу датаһы | 1810 |
Табылыу урыны | Франция |
Элемент символы | F[2] |
Химик формула | F[3] |
Атом һаны | 9 |
Электронная конфигурация | 1s² 2s² 2p⁵ һәм [He] 2s² 2p⁵ |
Электр кирелеге | 3,98 |
Ионный радиус | 1,33 ангстрем[4] һәм 0,08 ангстрем[4] |
Энергия ионизации | 15,7 ± 0,1 электронвольт |
Әселәнеү дәрәжәһе | −1 |
Иреү температураһы | −363 ± 1 ℉ |
Ҡайнау нөктәһе | −307 ± 1 ℉ |
Давление пара | 1 ± 1 атмосфера |
PGCH коды | 0289 |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 0,2 ± 0,1 mg/m³ |
IDLH | 38,75 ± 0,01 mg/m³ |
Фтор Викимилектә |
Фтор исеме (грекса phthoros — үлем, емереклек) урыҫ телендә генә ҡулланыла, уны 1810 йылда А.Ампер тәҡдим итә. Күп телдәрҙә «флюор» һүҙе таралған.
Тарихи белешмә
үҙгәртергәФторҙың беренсе атамаһы — флюорит CaF2 — XV быуат аҙағында «флюор» (латинса fluo — ағам) исеме аҫтында яҙылған. Ирекле фторҙы 1986 йылда калий гидрофториды KHF 2 булған, шыйыҡ фторлы водородтың электролизы юлы менән А.Муассен таба.
Фтор химияһы 1930-сы йылдарҙан башлана, уны атом сәнәғәтендә ҡулланалар.
Тәбиғәттә таралышы
үҙгәртергәЕр ҡабығындағы уртаса 6,25 * 10−2% (масса буйынса) таралған. Фтор вулкан газдарында һәм термаль һыуҙарҙа бар.
Физик һәм химик үҙенсәлектәре
үҙгәртергәГаз хәлендәге фторҙың тығыҙлығы 1,693 г/л, шыйыҡтыҡы — 1,5127 г/см3. Иреү температураһы −219,610 С, ҡайнау — −188,130 С. Фторҙың тышҡы электрон конфигурацияһы 2s 2 2р 5. Ҡушылмаларында оксидлашыу кимәле-1.
Фтор металдарҙың күпселеге менән бик актив тәьҫир итешә. Һелтеле һәм һелтеле-ер металдары менән һалҡында ла, Bi, Sn, Ti, Мо, W менән әҙ генә йылытҡанда, Hg, Pb, U, V менән бүлмә температураһында ялҡынланып барыусан. Ҡайһы бер металдар (Fe, Си, Al, Ni, Mg, Zn) менән тәьҫир итешкәндә һаҡлаусы яры хасил була, һәм реакция туҡтай.
Металдарҙың йәки металл булмағандарҙың галогенидтары фтор менән һалҡында ла тәьҫир итешә, фтор галогендарҙы алмаштыра.
Металдарҙың гидроксидтары менән тәьҫир итешкәндә, шул металдың фториды һәм кислород хасил була.
Фтор органик матдәләр менән бик актив реакцияға инә.
Ҡулланылышы
үҙгәртергәГаз хәлендәге өс-фторлы хлорҙы СlF 3 (фторлаштырыусы агент), алты фторлы көкөрттө SF 6 (электротехник сәнәғәттә газлы изолятор) алыу өсөн ҡулланалар. Шыйыҡ фтор — ракета яғыулығы оксидлаштырғысы.
Шулай уҡ фосфорлы ашламалар етештергәндә ҡулланыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Standard atomic weights of the elements 2021 (IUPAC Technical Report) (ингл.) — IUPAC, 1960. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1515/PAC-2019-0603
- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 370. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ PubChem (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фтор// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 28-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Рысс И. Г. Химия фтора и его неорганических соединений. М. Госхимиздат, 1966 г. — 718 с.
- Некрасов Б. В. Основы общей химии. (издание третье, том 1) М. Химия, 1973 г. — 656 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Информация о Перфторане
- Кровезаменитель Перфторан // Вестник РАН, 1997, том 67, N 11, с. 998—1013.