Коперниций
Коперниций (лат. Copernicium, Cn; элегерәк унунбий (лат. Ununbium, Uub), коперникий һәм эка-терегөмөш) атамалары ҡулланылған — 112-се химик элемент. Билдәле изотоптарынан иң тотороҡло ядроһы 285Cn, 112 протондан, 173 нейтрондан тора һәм ярым тарҡалыу осоро 34 секунд тирәһе тәшкил итә, был нуклидтың атом массаһы 285,177(4) а. 285,177(4) а. 285,177(4) а. тигеҙ. Ул да цинк, кадмий һәм терегөмөш ингән химик төркөмгә ҡарай.
| |||||
Ябай матдәнең тышҡы күренеше | |||||
---|---|---|---|---|---|
шыйыҡ металл
| |||||
Атом үҙенсәлектәре | |||||
Исеме, символы, номеры |
Коперниций (Cn) / Copernicium (элегерәк — Ununbium (Uub), экартуть (Ehg)), 112 | ||||
Электрон конфигурация | |||||
Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре | |||||
Тығыҙлыҡ (н. ш.) |
яҡынса 20 г/см³ | ||||
Иреү температураһы |
80°C с | ||||
Ҡайнау температураһы |
100—120°C |
112 | Коперниций
|
285 | |
5f146d107s2 |
Тарихы
үҙгәртергәКоперниций тәүге тапҡыр 1996 йылдың 9 февралендә Германияла, Дармштадт ҡалаһында Ауыр иондар институтында синтезланған (нем. Gesellschaft für Schwerionenforschung, GSI) [1].
Коперницийҙың ауырыраҡ изотоптары һуңғараҡ (2000 һәм 2004 йылдарҙа) Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институтында (Дубна, Рәсәй) флеровий изотоптары тарҡалғанда барлыҡҡа килгән матдәләр булараҡ алына[2][3][4].
112-се элементтың асылыуы 2009 йылдың майында[5] Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзы тарафынан таныла, шунан һуң уның исемен раҫлау процесы башлана
Исеме
үҙгәртергәGSI ғалимдары 112-се элемент өсөн Николай Коперник хөрмәтенә Copernicium (Cn) исемен тәҡдим итә. 2010 йылдың 19 февралендә, Коперниктың тыуған көнөндә, ИЮПАК элементтың исемен рәсми рәүештә раҫлай[6].[7] Киң мәғлүмәт сараларында элемент "коперниций" (урыҫ телендәге вариант) тип тә, "коперникий" тип тә атала.
Билдәле изотоптары
үҙгәртергәИзотоп | Масса | Ярым тарҡалыу ваҡыты[8] | Тарҡалыу тибы |
---|---|---|---|
282Cn | 282 | 0,50 (+0,33 — −0,1) мс | үҙлегенән тарҡалыу |
283Cn | 283 | 4,0 (+1,3 — −0,7) с | α-тарҡалыу 279Ds (99 % -тан да кәм түгел), үҙлегенән тарҡалыу |
284Cn | 284 | 101 (+41 — −22) мс | үҙлегенән тарҡалыу |
285Cn | 285 | 30 (+30 — −10) с | α-тарҡалыу 281Ds |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ S. Hofmann et al. The new element 112 (инг.) // Zeitschrift für Physik A. — 1996. — Vol. 354. — № 3. — P. 229—230.(недоступная ссылка)
- ↑ Yu. Ts. Oganessian et al. Synthesis of Superheavy Nuclei in the 48Ca + 244Pu Reaction (инг.) // Physical Review Letters. — 1999. — Vol. 83. — № 16. — P. 3154—3157.
- ↑ Yu. Ts. Oganessian et al. Measurements of cross sections and decay properties of the isotopes of elements 112, 114, and 116 produced in the fusion reactions 233,238U, 242Pu, and 248Cm+48Ca (инг.) // Physical Review C. — 2004. — Vol. 70. — P. 064609.
- ↑ Yu. Ts. Oganessian et al. Synthesis of the isotopes of elements 118 and 116 in the 249Cf and 245Cm+48Ca fusion reactions (инг.) // Physical Review C. — 2006. — Vol. 74. — P. 044602.
- ↑ Robert C. Barber et al. Discovery of the element with atomic number 112 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2009. — Vol. 81. — № 7. — P. 1331—1343. — ASAP Articles
- ↑ Тяжёлый 112-й элемент, синтезированный учёными, назван «коперникий» // Сообщение РИА Новости от 19 февраля 2010 года. (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2010)
- ↑ У 112-го элемента появилось официальное название (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2010)
- ↑ Nudat 2.5
Һылтанмалар
үҙгәртергә- WebElements.com — Ununbium
- О синтезе элемента на сайте ОИЯИ
- Коперниций на сайте «Атомная и космическая отрасли России»:
- Два изотопа с «острова стабильности»
- Доказано существование 112 элемента таблицы Менделеева