Группа 17 (VIIA)
Период
2
9
Фтор
18,998
2s22p5
3
17
Хлор
35,452
3s23p5
4
35
Бром
79,904
3d104s24p5
5
53
Иод
126,905
4d105s25p5
6
85
Астат
(210)
4f145d106s26p5
7
117
Унунсептий
(294)
5f146d107s27p5

Галогендар — (гр. hals — тоҙ һәм …генез), Д. И. Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат).

Физик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары һыуҙары, диңгеҙ һыуы һ.б. составына инә; фтор шулай уҡ тере организмдарҙың туҡымаларында (күбеһенсә һөйәк туҡымаһында) бар.

Химик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Ғәҙәти шарттарҙа фтор һәм хлор — газ, бром — шыйыҡса, астат һәм иод — ҡаты матдәләр; астат — радиоактив элемент, тотороҡло изотоптары юҡ. Бөтә галогендар ҙа һыуҙа (фторҙан башҡалары, ул һыуҙы окислай), бром, иод ш. уҡ спиртта, хлороформда эрей. Көслө окисландырыусылар, химик элементтар (тоҙ кислотаһы) һәм органик берләшмәләрҙең (галоген‑углеводородтар, фторорганик берләшмәләр, хлорорганик берләшмәләр) күбеһе менән тәьҫир итешәләр. Күреү ағзаларының һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыталар; бромдың ПДК-һы 2 мг/м³, иодтың — 1 мг/м³, фторҙың — 0,15 мг/м³, хлорҙың — 0,003 мг/м³. Организмда иодтың етешмәүе йәки артыҡ булыуы ҡалҡан биҙе ауырыуҙарына килтерә (ҡара: Боғаҡ). Фтор һәм хлорҙы — электролизлап, иод һәм бромды — уларҙың тоҙҙарын окислап, астатты ядро реакциялары ярҙамында алалар.

Файҙаланыу

үҙгәртергә

Галогендарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен органик синтезлауҙа, аналитик реагенттар, хладондар, дезинфекциялау саралары һ.б. сифатында файҙаланалар. Башҡортостанда хлор һәм фтор алыу өсөн байтаҡ сеймал запастары бар (Таш тоҙ, Флюорит). 20 быуаттың 40-сы йылдары уртаһында Өфөнөң «Уфахимпром» һәм 60‑сы йылдарҙа Стәрлетамаҡтың «Каустик» химия заводтарында хлор етештереү үҙләштерелә.

  • Сюндюков А. З., Макаров В. И. Результаты поисков неметаллических полезных ископаемых //Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969.
  • Chemistry of the Elements. — 2nd. — Butterworth–Heinemann, 1997. — ISBN 0080379419.
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «галоген» мәҡәләһе бар

Галогендар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.