Европий (лат. Europium, Eu) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 63. Атом массаһы 151,964 а. лантаноидтар төркөмөнә ҡарай, шулай уҡ тәбиғәттә һирәк осрай торған элемент. Ябай матдә европий башҡа лантаноидтар кеүек үк — йомшаҡ көмөшһыу-аҡ металл, һауала еңел окислана.

Европий
Рәсем
Масса 151,964 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Европа[2]
Асыусы йәки уйлап табыусы Демарсе, Эжен Анатоль[d][2]
Асыу датаһы 1901[2]
Элемент символы Eu[3]
Химик формула Eu[4]
Каноническая формула SMILES [Eu][4]
Атом һаны 63[5]
Электр кирелеге 1,2
Ионный радиус 1,17 ангстрем[6], 1,25 ангстрем[6], 1,35 ангстрем[6], 0,95 ангстрем[6] һәм 1,07 ангстрем[6]
 Европий Викимилектә

Символы үҙгәртергә

Европий элементының символы - Eu (Европий тип уҡыла).

Тарихы үҙгәртергә

Һуңғараҡ европий тип танылған спектраль һыҙаттарҙы беренсе булып Крукс (1886) һәм Лекок де Буабодран күҙәткәндәр (1892). Демарсе 1896 йылда элементтың спектрын күрә, ә 1901 йылда элементты бүлеп алыуға өлгәшә, уға Европа хөрмәтенә европий тип исем бирә[7].

Тәбиғәттә үҙгәртергә

Европий лантаноидтар составына инә, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия ерҙәрендә йыш осрай. Донъяла иң ҙур ятҡылыҡтары Кенияла[8]. Байтаҡ запастары Тымыҡ океан утрауҙары янында тәрән һыуҙағы һирәк осрай торған минералдар ятҡылыҡтарында, Японияның Минамитори иҡтисади зонаһында урынлашҡан[9].

Сығарып алыу үҙгәртергә

Металлик европийҙы Eu2O3 матдәһен углерод йәки лантан вакуумында тергеҙеп, шулай уҡ EuCl3 расплавын электролизлап алалар.

Хаҡы үҙгәртергә

Европий лантаноидтарҙың иң ҡыйбаттарының береһе булып тора[10]. 2014 йылда ЕВМ-1 европий металл хаҡы - 1 килограмына 800-2000 тиклем АҠШ доллары тәшкил иткән, ә европий оксидының таҙалығы 99,9 % булғанда — 1кг 500 доллар тирәһе.

 
Ғәҙәти шарттарҙа европий кристалл структураһы. а=4,581 Å

Һыу сифатына йоғонтоһо үҙгәртергә

Европий һыуҙа үҙен кальций һымаҡ тота. Европийҙың аҙ минераллашҡан тәбиғи һыуҙарҙа максималь күҙәтелә торған концентрациялары 1 мкг/л-дан кәмерәк ( диңгеҙ һыуҙарында — 1,1·10−6 мг/л) тәшкил итә. Бындай концентрацияларҙа һыу сифатына йоғонтоһо ҙур түгел. Һыуҙа рөхсәт ителгән иң сикке концентрацияһы (ПДК) бары тик Рәсәй нормалары менән генә көйләнә һәм эсергә яраҡлы һыу өсөн-0,3 мг/л тип билдәләнгән.

Һаулыҡ өсөн хәүефлеге үҙгәртергә

Европийҙа токсиндар аҙ. Европийҙың кеше организмына тәьҫире һөҙөмтәләре тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр юҡ.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Европий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар үҙгәртергә