Галлий (лат. Gallium, Ga) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 31. Атом номеры 31. Ябай матдә галлий — йомшаҡ мурт металл, көмөшһыу-аҡ (башҡа мәғлүмәттәр буйынса асыҡ-һоро) төҫ менән зәңгәрһыу төҫтә.

Галлий
Рәсем
Масса 69,723 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Галлия[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Лекок де Буабодран, Поль Эмиль[d]
Асыу датаһы 1875
Элемент символы Ga[2]
Химик формула Ga[3]
Каноническая формула SMILES [Ga][3]
Атом һаны 31[4]
Электр кирелеге 1,81
Ионный радиус 0,47 ангстрем[5] һәм 0,62 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе 1, 2 һәм 3
Тығыҙлыҡ 5,904 грамм на кубический сантиметр һәм 6,095 грамм на кубический сантиметр
 Галлий Викимилектә

Символы үҙгәртергә

Галлий элементының символы — Ga (Галлий тип уҡыла).

Тарихы үҙгәртергә

Галлийҙың барлығы Д. И. Менделеев тарафынан фәнни яҡтан фаразланған булған. 1869 йылда химик элементтарҙың периодик системаһын төҙөгәндә, ул үҙе асҡан периодик законға нигеҙләнеп, өсөнсө төркөмдә билдәһеҙ элементтар — алюминий һәм кремний аналогтарына (экааллюминий һәм экасицилий) вакантлы урын ҡалдырған була.[6]

Атап әйткәндә, 1870 йылдың 11 декабрендә (иҫке стиль буйынса 29 ноябрҙә) сыҡҡан мәҡәләлә Менделеев экааллюминий атом ауырлығы — 68-гә, сағыштырма ауырлығы 6 г/см3яҡын. Металл торошонда металл еңел ирейәсәк, тип күрһәтә[7].Бер аҙҙан галлий француз химигы Эмиль Лекок де Буабодран тарафынан асыла, ябай матдә рәүешендә бүлеп алына һәм өйрәнелә.

Менделеев баҫылып сыҡҡан докладтан яңы элементтың тасуирламаһының элегрәк ул тасуирлаған экаалюминға тура килеүен асыҡлай. Был хаҡта ул Лекок де Буабодранға хат юллаған, ул яңы металдың ысын тығыҙлығы 4,7 г/см<sup>3</sup> түгел, 5,9—6,0 булырға тейеш, тип белдергән. Тикшереү Менделеевтың хаҡлығын күрһәтә.

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

Поль Эмиль Лекок де Буабодран элементты үҙенең Ватаны Франция хөрмәтенә латин атамаһына ярашлы— Галлия (Gallia)[8] тип атай. Элементтың Франция хөрмәтенә, уның исеме Римдәгесә аталыуы тураһында хәбәр халыҡта ҙур ҡыуаныс уята.

Тәбиғәттә үҙгәртергә

Галлийҙың ер ҡабығында уртаса йөкмәткеһе −19 г/т. Галлий — ике геохимик тәбиғәткә эйә булған типик элемент. Уның төп тоҡом барлыҡҡа килтереүсе элементтары (Al, Fe һ.б.) менән кристаллохимия үҙенсәлектәре яҡын булыу һәм улар менән изоморфизм мөмкинлеге киң булыу сәбәпле, кларкының ярайһы ҙурлығына ҡарамаҫтан,ҙур тупланыуҙар барлыҡҡа килмтермәй. Түбәндәге минералдарҙа галлий күп осрай:сфалерит (0—0,1 %), магнетит (0—0,003 %), касситерит (0—0,005 %), гранат (0—0,003 %), берилл (0—0,003 %), турмалин (0—0,01 %), сподумен (0,001—0,07 %), флогопит (0,001—0,005 %), биотит (0—0,1 %), мусковит (0—0,01 %), серицит (0—0,005 %), лепидолит (0,001—0,03 %), хлорит (0—0,001 %), полевые шпаты (0—0,01 %), нефелин (0—0,1 %), гекманит (0,01—0,07 %), натролит (0—0,1 %). Диңгеҙ һыуында галлий концентрацияһы 3·10−5 мг/л[9].

Ятҡылыҡтары үҙгәртергә

Галлий ятҡылыҡтары Көньяҡ-Көнбайыш Африкала, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә билдәле.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 GALLIUM (ингл.)
  4. периодическая система химических элементов — 1869.
  5. 5,0 5,1 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  6. К. А. Гемпел. Справочник по редким металлам. — Рипол Классик, 2013. — 935 с. — ISBN 9785458283069.
  7. Менделеев Д. И. Естественная система элементов и применение её к указанию свойств неоткрытых элементов // Журнал Русского химического общества. — 1871. — Т. III. — С. 25—56. Архивировано из первоисточника 17 март 2014.
  8. Тамара Аросева. Инженерные науки. Учебное пособие по языку специальности. — Litres, 2017-11-01. — 233 с. — ISBN 9785457841086.
  9. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Галлий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 5-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Шека И. А, Чаус И. С, Мнтюрева Т. Т. Галлий. К., 1963;
  • Еремин Н. И. Галлий. М., 1964;
  • Рустамов П. Г. Халькогениды галлия. Баку, 1967;
  • Дымов А. М., Савостин А. П. Аналитическая химия галлия. М., 1968;
  • Иванова Р. В. Химия и технология галлия. М., 1973;
  • Коган Б. И., Вершковская О. В., Славиковская И. М. Галлий. Геология, применение, экономика. М., 1973;
  • Яценко С. П. Галлий. Взаимодействие с металлами. М., 1974;
  • Процессы экстракции и сорбции в химической технологии галлия. Алма-Ата, 1985;
  • Химия и технология редких и рассеянных элементов. Под ред. К. А. Большакова, 2 изд., т. 1, М., 1976, с. 223—244;
  • Федоров П. И., Мохосоев М. В.. Алексеев Ф. П. Химия галлия, индия и таллия. Новосиб., 1977.

Һылтанмалар үҙгәртергә