Кюрий (лат. Curium, Cm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 96. трансуран синтезы элементы

Кюрий
Рәсем
Масса 247,07 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған Мария Склодовская-Кюри һәм Пьер Кюри
Асыусы йәки уйлап табыусы Гленн Теодор Сиборг[d]
Асыу датаһы 1944
Элемент символы Cm[2]
Химик формула Cm[1]
Каноническая формула SMILES [Cm][1]
Атом һаны 96
Электр кирелеге 1,28
Ионный радиус 0,97 ангстрем[3], 0,85 ангстрем[3] һәм 0,95 ангстрем[3]
Изображение памятной доски
 Кюрий Викимилектә

Кюрий элементының символы — Cm (Кюрий тип уҡыла).

Плутоний менән бәйле эштәр тамамланғандан һуң, металлургия лабораторияһы тикшеренеүселәренең иғтибары яңы трансуран элементтарын синтезлауға һәм тәңгәлләшеүенә йүнәлтелә. Был эштә Г.Сиборг ., А. Гиорсо, Л. О. Морган һәм Р. А. Джеймс ҡатнашалар 1944 йылда был элементтар лантаноидтарҙың аналогы булып торғаны һәм айырым актиноидтар төркөмөнә ингәнлеге асыҡлана.

Беренсе булып 1944 йылда кюрий асыла. Уны 239Pu α-киҫәксәләр менән аттырғанда табалар.

 


Амерций менән кюрийҙы айырыуҙа ҙур ауырлыҡтар тыуа, сөнки химик йәһәттән улар бик оҡшаш. Бүленештең ҡатмарлылығы элементтарҙың тәүге атамаларында - «пандемониум» һәм «делириум» - сағылыш тапҡан, был латиндан тәржемә иткәндә «тамуҡ» һәм «һаташыу» тигәнде аңлата.

Кюрий 1947 йылда Л. В. Вернер һәм И.Перлман тарафынан гидроксид рәүешендә айырып алына.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Исемен Пьер һәм Мария Кюри иҫтәлегенә ҡушҡандар.

Сығарып алыу

үҙгәртергә

Кюрийҙың билдәле бер изотоптарын атом реакторҙарында етештерәләр. Унда кюрий етерлек күләмдә туплағандан һуң, уны химик эшкәртеү ысулдары менән бүлеп алып, туплайҙар һәм кюрий оксиды итеп эшкәртәләр.

Кюрий — бик ҡиммәтле металл. Хәҙерге ваҡытта атом-төш технологияларының иң мөһим өлкәләрендә генә ҡулланыла. Шуға ҡарамаҫтан, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә кюрий программалары бар.

Был уны кюрийгә ихтыяж тәҡдимдән бик күп тапҡыр артыҡ булыуы менән бәйле.

Академик В. А. Тартаковский етәкселегендәге РФА комиссияһының 2010 йылдың 23 апрелендәге хисабына ярашлы, Димитровград) дәүләт ғилми-тикшеренеү үҙәгенең тикшеренеү реакторҙарында кюрий −244 етештереүҙең уникаль технологияһы тормошта ашырылған[4].

  • Кюрий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 14-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә