Калифорний
Калифорний (лат. Californium, Cf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор химик элементы. Тәртип номеры — 98.
Калифорний | |
Кем хөрмәтенә аталған | Калифорния |
---|---|
Асыусы йәки уйлап табыусы | Томпсон, Стэнли Джеральд[d], Kenneth Street Jr.[d], Альберт Гиорсо[d] һәм Гленн Теодор Сиборг[d] |
Асыу датаһы | 1950 |
Табылыу урыны | Калифорнийский университет в Беркли[d] |
Элемент символы | Cf[1] |
Химик формула | Cf[2] |
Каноническая формула SMILES | [Cf][2] |
Атом һаны | 98 |
Электронная конфигурация | [Rn] 5f¹⁰ 7s²[3] |
Электр кирелеге | 1,3 |
Ионный радиус | 0,95 ангстрем[4], 0,82 ангстрем[4] һәм 0,92 ангстрем[4] |
Тығыҙлыҡ | 15,1 грамм на кубический сантиметр[5] |
Иреү температураһы | 1173 K[5] |
Калифорний Викимилектә |
Яһалма радиоактив химик элемент, актиноидтарға ҡарай. Массаһы 237—256 һан менән радиоизотоптары билдәле. Тотороҡло изотоптарға эйә түгел[6].
Символы
үҙгәртергәКалифорний элементының символы — Cf (Калифорний тип уҡыла).
Тарихы
үҙгәртергәБыл элемент беренсе тапҡыр 1950 йылда Берклиҙағы Лоуренс Милли лабораторияһында (элек Калифорния университеты Радиация лабораторияһында) кюрийҙы альфа-киҫәксәләр (гелий-4 иондары) менән аттырып синтезланған. Актиноид, алтынсы трансуран элемент, шуғаса синтезланған теләһә ниндәй элементтың иң юғары атом массаһына эйә, ул күҙ менән күрер күләмдә (эйнштейнийҙән һуң). Элемент Калифорния штаты һәм шул штаттағы университет исеме менән аталған. Был яһалма элемент 1950 йылда америка физиктары С. Томпсон, К. Стрит , А. Гиорсо һәм Г. Сиборг тарафынан Берклиҙың Калифорния университеты ҡарамағында 242Cm тиҙләтелгән α-киҫәксәләр менән нурландырып алынған[6].
Калифорнийҙың беренсе ҡаты берләшмәләре — 249Cf2O3 һәм 249CfOCl 1958 йылда етештерелгән.
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәБеркли ҡалаһындағы Калифорния университеты хөрмәтенә бирелгән, элемент шул ҡалала алынған булған. Авторҙар яҙыуынса, улар был исемдә быуат элек Америка асыусыларға Калифорнияға етеү нисек ауыр булһа, яңы элемент асылыуы ла шундай уҡ ауырлыҡ менән бирелеүен күрһәтергә теләгәндәр.
Сығарып алыу
үҙгәртергәБер грамм калифорний етештереү өсөн ядро реакторында плутонийҙы йәки кюрийҙы оҙаҡ ваҡыт — 8 айҙан алып 1,5 йылдан тиклем нурланышҡа дусар итәләр. Һуңынан килеп сыҡҡан нурланыш продукттарынан калифорнийҙы химик юл менән айырып алалар.
Металлик калифорнийҙы литий менән CfF3 калифорний фторидынан тергеҙеп алалар:
йәки Cf2O3 калифорний оксидын кальций менән:
- .
Башҡа актиноидтарҙан калифорнийҙы экстракцион һәм хроматографик ысул менән айыралар.
Физиологик тәьҫире
үҙгәртергә252Cf радионуклиды бик ныҡ радиотактив ағыулы. Асыҡ һыу ятҡылыҡтары һыуында ПДК 1,33·10−4 Бк/л.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied Chemistry — IUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925 — doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
- ↑ 2,0 2,1 CALIFORNIUM (ингл.)
- ↑ CRC Handbook of Chemistry and Physics (ингл.) — 87 — P. 1.14. — ISBN 978-0-8493-0487-3
- ↑ 4,0 4,1 4,2 (unspecified title) — ISBN 0-8493-0485-7
- ↑ 5,0 5,1 CRC Handbook of Chemistry and Physics (ингл.) — 87 — P. 4.56. — ISBN 978-0-8493-0487-3
- ↑ 6,0 6,1 Киселёв, 2008
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Калифорний / Киселёв Ю. М. // Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 521. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.
- Haire, Richard G. Californium // The Chemistry of the Actinide and Transactinide Elements / Morss, Lester R.; Edelstein, Norman M.; Fuger, Jean. — 3rd. — Springer Science+Business Media, 2006. — ISBN 978-1-4020-3555-5.
- Concise Encyclopedia Chemistry / Jakubke, Hans-Dieter; Jeschkeit, Hans. — Walter de Gruyter, 1994. — ISBN 978-3-11-011451-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Калифорний на Webelements
- [www.xumuk.ru/encyklopedia/1790.html Калифорний на сайте XuMuK.ru]