Менделеев Дмитрий Иванович

(Дмитрий Иванович Менделеев битенән йүнәлтелде)

Менделеев Дмитрий Иванович (8 февраль 1834 йыл2 февраль 1907 йыл) — Рәсәй империяһының энциклопедист ғалимы: химик, физикохимик, физик, метролог, иҡтисадсы, технолог, геолог, метеоролог, нефтсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, һауала осоусы, приборҙар яһаусы. Санкт-Петербург университеты профессоры; Император Санкт-Петербург Фәндәр Академияһының физика төркөмө буйыынса ағза-корреспонденты; Иң билдәле асышы — химик элементтарҙың периодик ҡануны һәм элементарҙың периодик таблицаһы — Ғаләмдең төп ҡанундарының береһе, тәбиғәт фәненең айырылғыһыҙ бер өлөшө. «Химия нигеҙҙәре» («Основы химии») исемле классик ғилми хеҙмәт авторы.

Дмитрий Иванович Менделеев
рус. Дмитрий Иванович Менделеев[1]
Д. И. Менделеев эш кабинетында, 1897 йыл.
Д. И. Менделеев эш кабинетында, 1897 йыл.
Тыуған көнө

8 февраль 1834({{padleft:1834|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Тобольск губернаһының Тобольск (Тубыл) ҡалаһы

Вафат көнө

2 февраль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһы

Ғилми даирәһе

Химия, физика, иҡтисад, геология, метрология

Ғилми етәксеһе

А. А. Воскресенский

Уҡыусылары

Д. П. Коновалов,
В. А. Гемилиан,
А. А. Байков,
А. Л. Потылицын,
С. М. Прокудин-Горский

Ниндәй өлкәлә танылған

Периодик ҡанун һәм периодик таблица авторы

Награда һәм премиялары
Изге Александр Невский ордены
Изге Александр Невский ордены
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
I дәрәжә Изге Владимир ордены
I дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
Почётлы легион ордены кавалеры
Демидов премияһы (1862)
Дэви миҙалы (1882)
Фарадеев лекцияһы (1889)
Копли миҙалы (1905)
Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә

Дмитрий Иванович Менделеев 1834 йылдың 8 февралендә (иҫке стил буйынса 27 ғинуарында) Тубыл ҡалаһында ул ваҡытта ҡала гимназияһының һәм Тубыл округы училищелары директоры булған Иван Павлович Менделеев (1783—1847) менән Мария Дмитриевна Менделеева (ҡыҙ фамилияһы Корнильева, 1786—1873) ғаиләһендә тыуған. Дмитрий һуңғы, ун етенсе[2] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса,ун дүртенсе[3]) бала була. Ошо ун етенең һигеҙе сабый саҡта уҡ вафат була (уларҙың өсәүһенә ата-әсәләре хатта исем дә биреп өлгөрмәй), ә 14 йәшлек Маша исемле ҡыҙҙары 1820-се йылдар уртаһында Һарытау ҡалаһында үпкә сире сихуттан (чахотканан) үлеп ҡала. Дмитрий Менделеевтың тыуыуы тураһында тарихи яҙыу һаҡланып ҡалған:  — Тубыл ҡалаһының Богоявленский сиркәүе буйынса 1834 йылда тыуыусылар теркәлгән метрик китаптың һарғайып бөткән бер битендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «27 января Тобольской гимназии директора — надворного советника Ивана Павловича Менделеева от законной его жены Марии Дмитриевны родился сын Дмитрий».

Д. И. Менделеевтың бала саҡ йылдары декабристарҙың Себерҙә һөргәндә булған ваҡытҡа тура килә. Александр Муравьёв, Пётр Свистунов, Михаил Фонвизин]] нәҡ Тубыл губернаһында йәшәй. Дмитрий Ивановичтың Ольга апаһы декабристарҙың Көньяҡ ойошмаһының элекке ағзаһы Николай Васильевич Басаргинға кейәүгә сыға, һәм улар оҙаҡ ваҡыт Ялуторовск ҡалаһында декабрист Иван Пущин менән күрше йәшәй. Иван Павлович үлеп киткәс, был декабристар бергәләшеп Менделеевтарҙың һиҙелерлек мохтажлыҡ кисергән ғаиләһенә даими ярҙам итеп тора.

Урал заводтарында булыуы

үҙгәртергә

Рәсәй империяһының финанс министры С. Ю. Виттеның ҡушыуын үтәп, 1899 йылда Дмитрий Менделеев Урал заводтарының эшен тикшереү буйынса Петербург Фәндәр академияһының фәнни экспедицияһын етәкләй. Ул етештереүсәнлеген һәм сеймал базаһын өйрәнеү өсөн Әүжән‑Петровск заводтарында, Белорет заводында, Белембай заводында, Богословский заводында, Златоуст (Косотур) заводында, Ҡағы заводында, Ташлы заводтарында, Ҡытау‑Ивановка заводында, Ҡыштым заводтарында, Һатҡы заводында, Эҫем заводтарында, Сысәрт заводтарында, Тирлән заводында, Шайтан заводында, Йоҡ‑Кама заводында булып киткән. Экспедиция тимер мәғдәнен сығарыуҙың һәм уны разведкалауҙың магнит алымдарын ҡулланыу перспективаларын, Уралдың һәм сиктәш биләмәләрҙең ағас яғыулығы ресурстарын һәм урман байлыҡтарын тергеҙеү проблемаларын, тулы металлургия циклын ойоштороу мәсьәләләрен өйрәнә. Экспедицияның һөҙөмтәләре нигеҙендә 1900 йылда Д. И. Менделеев мөхәррирлегендә «1899 йылда Урал тимер сәнәғәте» («Уральская железная промышленность в 1899 г.»”) китабы баҫылып сыға[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева / Авторы: Р. Б. Добротин, Н. Г. Карпило, Л. С. Керова, Д. Н. Трифонов; Отв. ред. А. В. Сторонкин; Рецензенты: Р. Г. Гребенщиков, В. И. Кузнецов, Ю. Б. Соловьёв; Академия наук СССР. Секция химико-технологическихи биологических наук. — Л.: Наука, 1984. — 532 с. — 2300 экз.
  • Макареня А. А., Нутрихин А. И. Менделеев в Петербурге. — Л.: Лениздат, 1982.
  • Меньшиков М. О. Памяти Д. И. Менделеева // Национальная Империя: Сборник статей / М. О. Меньшиков / Составление, вступ. статья, послесловие М. Б. Смолина; Православный центр имперских политических исследований.. — М.: Имперская традиция, 2004. — С. 108—111. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89097-052-6.
  • Образцов П. А. Азбука шамбалоидов: Мулдашев и все-все-все. — М.: Яуза, Пресском, 2005. — 288 с. — (АнтиМулдашев). — 9000 экз. — ISBN 5-98083-038-3.
  • Нутрихин А. И. Жаворонок над полем. Повесть о детстве Дмитрия Ивановича Менделеева/ 2004
  • Слетов П. В., «Менделеев», 1933. — 184 с. (Жизнь замечательных людей)
  • Чугаев Л. А. Дмитрий Иванович Менделеев. Биография русского гения // Экология и жизнь. — 2009. — № 1.
  • Храмов Ю. А.:Физики|часть = Менделеев Дмитрий Иванович |с=184|ссылка часть = 832.

Һылтанмалар

үҙгәртергә