Индий (лат. Indium, In) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 49. Атом номеры 49.

Индий
Рәсем
Масса 114,818 ± 0,001 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған индиго[d]
Грозящая опасность indium exposure[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Фердинанд Райх[d][2][3] һәм Теодор Рихтер[d][2][3]
Асыу датаһы 1863[2]
Элемент символы In[4]
Химик формула In[5]
Каноническая формула SMILES [In][5]
Атом һаны 49[6]
Электр кирелеге 1,78
Ионный радиус 0,62 ангстрем[7] һәм 0,8 ангстрем[7]
Тығыҙлыҡ 7,31 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы 314 ± 1 ℉[8]
Ҡайнау нөктәһе 3767 ± 1 ℉[8]
Давление пара 0 ± 1 mm Hg[8]
PGCH коды 0341
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,1 ± 0,1 mg/m³[8]
 Индий Викимилектә

Ябай матдә индий — еңел сүкелеүсән, тиҙ ирей, бик йомшаҡ металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә. Химик үҙенсәлектәре буйынса алюмин һәм галлийға, тышҡы күренеше менән цинкҡа оҡшаған.

Индий элементының символы — In (Индий тип уҡыла).

 
Планетала индий сығарыу динамикаһын, USGS мәғлүмәттәре буйынса[9]

Индийҙы немец химигы Фердинанд Райх һәм Теодор Рихтер (Richter Theodore) 1863 йылда цинктар буйынса спектроскопик тикшеренеү ваҡытында таба[10][11]. 1867 йылда бөтә донъя күргәҙмәһендә индийҙың ярты килограмлыҡ ҡойолмаһы килтерелгән булған инде[12].

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Индийҙағы спектрҙың сағыу эмиссия һыҙаты — индиго төҫө. Атама шунан сығып бирелгән.

Сығарып алыу

үҙгәртергә

Индийҙы цинк һәм әҙерәк миҡдарҙа ҡара һәм аҡ ҡурғаштарҙың ҡалдыҡтарынан етештерәләр

Физик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә
  • Иреү температураһы 156,5985 °C (429,7485 K)
  • Ҡайнау температураһы 2072 °C (2345 K)
  • Тығыҙлығы: 7,362 (+20 °C, г/см³)
    • 7,023 (157 °C, г/см³)
    • 5,763 (2109 °C, г/см³)
  • Пар баҫымы (терег.бағ. мм):
    • 0,01 (912 °C)
    • 0,1 (1042 °C)
    • 1 (1205 °C)
    • 10 (1414 °C)
    • 100 (1688 °C)
  • Даими баҫым яваҡытында удел йылылыҡ һыйҙырышы (0-150 °C): 0,238 Дж/га·K

Биологик әһәмиәте

үҙгәртергә

Индий организмда һиҙелерлек метаболик роль уйнамай[13] Ваҡытлыса кешенең мускулдарында, һөйәк һәм тиреһендә тупланыуы мөмкин. Организмдан ике аҙна тирәһе осорҙа яртылаш сығып бөтә. III валентлы иреүсән ҡушылмаларын инъекция менән индергән осраҡта бөйөр өсөн ағыулы булыуы ихтимал[14] Оҙаҡ ваҡыт индий, гидроксид, оксидтары саңын һуларға тура килгәндә Indium lung (инг.)баш. тигән үпкә ауырыуын тыуҙырыуы ихтимал[15]

Индийҙың эш зонаһы һауаһында рөхсәт ителгән концентрацияһы 0,1 мг/мм3 (Хеҙмәтте һаҡлау милли институты, АҠШ). Әммә үпкә ауырыуҙары тураһында мәғлүмәттәр килеп сыҡҡас, ҡәғиҙәләр ҡәтғиләнә башлай. Мәҫәлән, Япония Милли именлек һәм хеҙмәт гигиенаһы институты ПДК-ны 0.0003 мг/м3[16] тип билдәләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. 2,0 2,1 2,2 Reich F., Richter T. Ueber das Indium (ингл.) // Journal für praktische Chemie — 1864. — Vol. 92, Iss. 1. — P. 480—485. — ISSN 1521-3897; 0941-1216; 1436-9966doi:10.1002/PRAC.18630900122; doi:10.1002/PRAC.18640920180
  3. 3,0 3,1 Колотов С. С., Δ Индий (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1894. — Т. XIII. — С. 82—83.
  4. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  5. 5,0 5,1 INDIUM (ингл.)
  6. периодическая система химических элементов — 1869.
  7. 7,0 7,1 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 http://www.cdc.gov/niosh/npg/npgd0341.html
  9. U.S. Geological Survey — Historical Statistics for Mineral and Material Commodities in the United States 2013 йыл 4 июнь архивланған. // 2013; INDIUM STATISTICS // USGS, November 8, 2012
  10. Reich, F.; Richter, T. Ueber das Indium (нем.) // Journal für Praktische Chemie (инг.)баш. : magazin. — 1863. — Т. 90. — № 1. — С. 172—176. — DOI:10.1002/prac.18630900122
  11. Индий // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  12. Schwarz-Schampera, Ulrich; Herzig, Peter M. Indium: Geology, Mineralogy, and Economics. — Springer, 2002. — ISBN 9783540431350.
  13. Castronovo, F. P.; Wagner, H. N. Factors Affecting the Toxicity of the Element Indium (инг.) // British Journal of Experimental Pathology : journal. — 1971. — Т. 52. — № 5. — С. 543—559. — PMID 5125268.
  14. W. M.; Gwinn Macrophage Solubilization and Cytotoxicity of Indium-Containing Particles as in vitro Correlates to Pulmonary Toxicity in vivo (инг.) // Toxicological Sciences (инг.)баш. : journal. — 2014. — Т. 144. — № 1. — С. 17—26. — DOI:10.1093/toxsci/kfu273 — PMID 25527823.
  15. Alfantazi, A. M.; Moskalyk, R. R. Processing of indium: a review (билдәһеҙ) // Minerals Engineering. — 2003. — Т. 16. — № 8. — С. 687—694. — DOI:10.1016/S0892-6875(03)00168-7
  16. The Technical Guideline for Preventing Health Impairment of Workers Engaged in the Indium Tin Oxide Handling Processes (инг.). — JNIOSH, 2010.
  • Индий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 10-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә