Ирек (исем)
Ирек — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәИрек исеме азатлыҡ, иреклекте аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәАҡманов Ирек Ғайса улы (19 август 1933 йыл) — башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
Мөҡсинов Ирек Шәриф улы (26 март 1932 йыл — 29 октябрь 1999 йыл) — Рәсәй юрисы, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Конституция Судының беренсе рәйесе (1996—1999). Юридик фәндәр кандидаты (1963), профессор (1997), РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997).
Ғимаев Ирек Фәрит улы (2 сентябрь 1957 йыл) — СССР хоккейсыһы һәм тренеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы (15 июль 1938 йыл — 2 июнь 2016 йыл) — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
Зарипов Ирек Айрат улы (27 март 1983 йыл) — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Йәмәғәт эшмәкәре. Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Халыҡ телендә «Башҡорт Маресьевы» тигән исем алған, уның спорт буйынса иптәштәренә рәсми рәүештә лә «заман Маресьевтары» тигән шундай бүләктәр тапшырыла .
Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (27 ғинуар 1961 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2015).
Зиннуров Ирек Хәйҙәр улы (11 ғинуар 1969 йыл) — Рәсәй ватерполсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры (2000, 2004), донъя һәм Европа чемпионаты призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәрәкәтсән һөжүмсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Юлышев Ирек Ғәле улы (28 апрель 1934 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009).
Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (рус. Зарипов Ирек Фәсхетдинович; 18 ғинуар 1956 йыл — 3 сентябрь 2018 йыл) — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Һөнәре — ветеринария табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Манапов Ирек Усман улы (7 май 1947 йыл) — инженер-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009)>.
Аблаев Ирек Йомабай улы (рус. Аблаев Ирек Юмабаевич) — (9 май 1946 йыл—11 ғинуар 2011 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001).
Аллабирҙин Ирек Латип улы (29 май 1940) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999).
Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы (20 февраль 1928 йыл — апрель 2002 йыл) — мәғариф ветераны, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. «Хеҙмәт батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнгән. БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы[2].
Сөләймәнов Ирек Ғәҙей улы (1933) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1963—1966). 1953−1954 йылдарҙа «Трудовые резервы» Балалар спорт йәмғиәтенең тренеры. 1954−1955 йылдарҙа «Колхозник» Балалар спорт йәмғиәтенең Башҡортостан советы инструкторы. 1955−1956 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдиренең урынбаҫары. 1956−1959 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетыныңхәрби-физкультура бүлеге мөдире. 1959−1963 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының икенсе, беренсе секретары. 1963 йылдың авгусынан 1966 йылдың ғинуарына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. 1966 йылда партия эшенә күсерелә. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эше бүлеге мөдиренең урынбаҫары. 1966−1969 йылдарҙа — «Урожай» Балалар спорт йәмғиәтенең Башҡортостан советы начальнигы урынбаҫары. заместитель начальника, главный инженер «Башмелеоводстрой» (1969−1980 йылдарҙа — «Башмелеоводстрой» төҙөлөш тресы идаралығының баш инженеры, начальнигы урынбаҫары. 1980−1988 йылдарҙа — «Башмебельсбыт» берләшмәһенең генераль директоры урынбаҫары. 1988−1992 йылдарҙа — «Башавтоспецоснастка» предприятиеһының директоры урынбаҫары. 1992−2000 йылдарҙа — «Константа» Ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй. 1965 йылда Өфөлә «Башкнигаиздат» нәшриәте Сөләймәнов Ирек Ғәҙей улының «Обряды и обычаи народов СССР» исемле китабын нәшер итә.
Маннанов Ирек Нәғим улы (15 август 1970 йыл) — спортсы-паралимпиасы. 1997—2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998). Почёт (1998), Дуҫлыҡ (2005), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2002) ордендары кавалеры.
Фәйзуллин Ирек Әнвәр улы — Рәсәй дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры.
Ирек Ноғоманов — йырсы.
Ауылдар
үҙгәртергәИрек (Шишмә районы) (рус. Ирек) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.
Ирек (Бәләбәй районы) (рус. Ирек) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.
Ирек — Ишембай ҡалаһында тарихи урын[3], Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан, элекке ауыл.
Ирек (Әлшәй районы) (рус. Ирик) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.
Ирек (Ырымбур өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһеҺарыҡташ районы Воздвиженский ауыл Советы составындағы ауыл.
Ирек — Рәсәй Федерацияһы Төмән өлкәһе Тобол районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Ирек» — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы Юғары Гәрәй ауылында 1929 йылда барлыҡҡа килгән колхоз.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ [Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2003 йыл, 99 бит]
- ↑ Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |