Аллабирҙин Ирек Латип улы

зоотехник

Аллабирҙин Ирек Латип улы (29 май 1940(19400529)) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999).

Аллабирҙин Ирек Латип улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 29 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Тарҡаҙы ауылы, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Аллабирҙин Ирек Латип улы 1940 йылдың 29 майында Башҡортостан АССР-ының Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылында тыуған. Йәрмәкәй ауылы урта мәктәбен тамамлаған[1].

1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған[2].

1964—1967 йылдарҙа Йәрмәкәй районының «Спартак» совхозында зоотехник булып эшләй[1].

1967 йылдан Баҡалы районы хужалыҡтарында зоотехник булып эшләй[1]. 1970—1972 йылдарҙа Баҡалы районының «Волга» колхозы баш зоотехнигы вазифаһын башҡара[2].

1972 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының эшләй. Башта ошо институттың малсылыҡ бүлегендә кесе ғилми хеҙмәткәр була. 1977 йылдан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институты өлкән ғилми хеҙмәткәр була[1].

1980 йылдан Новосибирск ҡалаһында Себер малсылыҡ проект-технология институтының ғилми-тикшеренеү институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

1991—2007 йылдарҙа Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының мал аҙығы технологияһы һәм ауыл хужалығы хайуандарын ашатыу лабораторияһы мөдире, малсылыҡ бүлегенең баш ғилми хеҙмәткәре була[1].

1999 йылда Ырымбур ҡалаһында Бөтә Рәсәй ит малсылығы ғилми-тикшеренеү институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының малсылыҡ өлкәһендә бойондороҡһоҙ эксперты[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ирек Аллабирҙин — 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы[2].

Хеҙмәттәре
  • Использование консервантов при силосовании зелёных кормов. — Казань, 2001 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Аминев Т. И. Аллабердин Ирек Латыпович // Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан / В. Я. Бабенко (гл. ред.), Т. И. Аминев (отв. ред.) и др.. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2010. — 200 с. — ISBN 878-5-85051-504-1.
  2. 2,0 2,1 2,2 Харисов М. Ҡ. Аллабирҙин Ирек Латип улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.